24 октябрь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
Ер:
- Мәктәп китапханалары көнө.
- Үҫеш тураһында мәғлүмәт көнө.
- Полиомиелитҡа ҡаршы көрәш көнө.
- Бильярд яратыусылар көнө.
Германия:
- Китапханалар көнө.
Замбия:
- Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Ҡағыҙ көнө.
Ер:
- Дипломаттар көнө.
Индонезия:
- Табиптар көнө.
Ҡытай:
- Программистар көнө.
Ҡырғыҙстан:
- Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Ҡораллы Көстәрҙең махсус тәғәйенләнешле подразделениелары (спецназ) көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1648 йыл: Вестфаль солохона ҡул ҡуйыу, 30 йыллыҡ һуғыштың тамамланыуы.
- 1857 йыл: Кембриджды тамамлаусылар Шеффилдта донъялағы беренсе футбол командаһы ойоштора.
тулы исемлек
- 1897 йыл: Рәсәй Империяһында беренсе футбол матчы үткәрелә.
- 1909 йыл: Франция механигы Ж. Легань «Вуазен» самолетында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр күрһәтмә осош яһай, ул Гатчина хәрби яланында 10 метр бейеклектә 1,5 саҡрым самаһы осоп үтә.
- 1929 йыл: Ҡара кесаҙна, Бөйөк депрессия башлана.
- 1939 йыл: СССР Германияға нефть һәм иген һатыу тураһында килешеү төҙөй.
- 1941 йыл: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Харьковты немец ғәскәрҙәре баҫып ала.
- 1945 йыл: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының уставы үҙ көсөнә инә. БМО халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм күмәк именлекте үҫтереү аша тыныслыҡты һаҡларға теләгән 51 ил тарафынан ойощшторола. Әлеге көндә 192 ил БМО ағзаһы булып тора.
- 1964 йыл: Төньяҡ Родезия бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм атамаһын Замбия тип үҙгәртә.
Был көндә тыуғандар
- Аҙнабаев Ҡасим Ҡотлобирҙе улы (1905—21.01.1996), комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист. 1957—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте редакцияһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Пищаев Павел Михайлович (1925—21.09.2004), хужалыҡ эшмәкәре. 1965 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең көкөрт кислотаһы һәм катализаторҙар заводы директоры, 1997 йылдан — «Нефтепереработчик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
тулы исемлек
- Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы (икенсе исеме Мәҙкүрә; 1925—13.12.1998), театр актёры, артист, йырсы (меццо-сопрано). 1943 йылдан Ҡыйғы колхоз-совхоз театры актёры, 1952 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле йырсыһы, 1962—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).
- Абдуллин Ғафар Абдулла улы (1930—31.10.2008), төҙөлөш алдынғыһы. 1964—1990 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресы бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978). СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1987). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1990).
- Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы (1930), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп ветераны. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Ғәниев Әлмир Әмир улы (1940), ғалим-инженер-металлург. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001–2009 йылдарҙа иретеү производствоһы машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Миндәк ауылынан.
- Усманов Шамил Ғәйепйән улы (1940), ғалим-зоотехник. 1977 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылынан.
- Мочалов Александр Николаевич (1921—16.07.2003), инженер-механик, сәнәғәт эшмәкәре. 1941—1992 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966 йылдан — баш инженер, 1980—1983 йылдарҙа — автомобиль моторҙары заводы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең Игнатцево ауылынан.
- Дәүләтбаев Миңнулла Лотфулла улы (1926—25.01.1994), педагог, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы һәм ҡумыҙ яһау оҫтаһы. 1962 йылдан Салауат балалар музыка училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының фольклор ансамбле етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Томансы ауылынан.
тулы исемлек
- Филүс Гәрәев (1941—1.04.1990), йырсы. 1965—1990 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987).
- Хәмид (Хәмиҙуллин Ризуан Мирхәбибулла улы; 1941—17.09.2017), журналист, драматург, йәмәғәтсе. 1985—1987 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары. Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Муса Йәлил исемендәге премия лауреаты (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Уҫман-Ташлы ауылынан.
- Анищенко Валерий Алексеевич (1946), ғалим-педагог, тау инженеры. 1990 йылдан Күмертау тау колледжы, 2003 йылдан — Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы директоры. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998) һәм күмер сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Кировоград өлкәһе Александрия ҡалаһынан.
- Тойғон (Тойғонов Риф Ғәлим улы (1946—8.01.2014), шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв (2000) һәм Фәтих Кәрим (2005) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
- Уляшина Тамара Станиславовна (1956), комсомол, партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2006—2012 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
- Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы (1966), уҡытыусы, журналист, яҙыусы. Йылайыр район гәзитенең бүлек мөдире. 2006 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ғәйнанова Мөнирә Ғәтиәт ҡыҙы (1927—2012), малсы. Салауат районы элекке «Һарғамыш» совхозы һауынсыһы, бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы. Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Тимошин Виктор Григорьевич (1927—14.06.2010), нефтехимик. 1953—1980 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1968), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Варварин ауылынан.
тулы исемлек
- Коршунова Зоя Павловна (1932—12.07.2018), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1953—1989 йылдарҙа Өфө районы Цюрупа исемендәге совхоздың йәшелсә үҫтереүсеһе, агрономы һәм йәшелсә бригадаһы бригадиры. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971), унынсы (1980—1985) һәм ун беренсе (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған агрономы (1971), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1972), райондың почётлы гражданы (2000).
- Әминев Ишбулды Ғайса улы (1947), механизатор. Көйөргәҙе районы Киров исемендәге колхозының элекке тракторсы-машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Мораптал ауылынан.
- Шафиҡов Сәғит Ғәйли улы (1952), телсе-ғалим, тәржемәсе. Башҡорт дәүләт университеты роман-герман филологияһы факультетының инглиз теле һәм мәҙәни-ара коммуникация кафедраһы мөдире. Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙың инглиз теленә тәүге шиғри тәржемәһе авторы. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәлиев Марат Ғәлиәкбәр улы (1957), ғалим-хирург, республика онкология диспансерының бүлек мөдире, медицина фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Мишенёв Сергей Алексеевич (1967), нефтехимик. 1989 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Арҡауыл ауылынан.
- Әминев Марат Мөхәмәт улы (1967), журналист, прозаик-сатирик. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Ришат Рәхимов (1953), ҡурайсы, педагог, композитор. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Усков Валерий Иванович (1958—10.2013), журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2001—2013 йылдарҙа Мишкә районының «Дружба» гәзите мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2014, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылынан.
- Абҙанов Шәмси Саҙрый улы (1894—10.07.1938), иҡтисадсы-географ-ғалим. 1931—1937 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты директоры, бер үк ваҡытта иҡтисади география кафедраһы мөдире, 1935—1937 йылдарҙа — Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты директоры. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Профессор (1932). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Дәүләтшина Гөлсирә Булат ҡыҙы (1924—2016), табип. 1960 йылдан Ишембай нефть һәм газ сығарыу идаралығы медсанчасының баш табип урынбаҫары, 1962 йылдан — баш табибы, 1983 йылдан баш табиптың поликлиника эштәре буйынса урынбаҫары, 1986—2008 йылдарҙа Ишембай район үҙәк дауаханаһының физиотерапевы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1969), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1954). «Почёт Билдәһе» ордены (1961) кавалеры, Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
тулы исемлек
- Ғилманов Әмир Зариф улы (1939—2014), хәрби хеҙмәткәр, социолог-ғалим. 1978 йылдан Ҡазан Юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда‑инженерлыҡ училищеһеның ижтимағи фәндәр кафедраһы начальнигы, полковник. 1993 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Перспективалы иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгендә бүлек мөдире, 1995 йылдан — үҙәк директорының фән буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Философия фәндәре кандидаты (1977), социология фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Айыт ауылынан.
- Вилданов Салауат Ғәли улы (1954-2023), нефтсе-инженер, йәмәғәтсе. 2002 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының, 2006—2011 йылдарҙа «Өфөоргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө (2003—2008) һәм 4-се (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2009).
- Дударева Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы (1954), тел белгесе-ғалим. 1999—2006 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы проректоры. Филология фәндәре докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Саҡаев Рөстәм Әнүәрбәк улы (1954), хәрби хеҙмәткәр, полковник. 1992―2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһындағы Хөкүмәт элемтә бәйләнеше үҙәге, 2006—2016 йылдарҙа Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы махсус элемтә бәйләнеше һәм мәғлүмәт үҙәге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- 1804 йыл: Вильгельм Вебер, Германия физигы.
- 1882 йыл: Имре Кальман, Венгрия композиторы («Цирк принцессаһы»).
тулы исемлек
- 1886 йыл: Григорий Орджоникидзе, революционер, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1911 йыл: Аркадий Райкин, СССР режиссёры.
- 1921 йыл: Лев Гинзбург, СССР шағиры, немец шиғриәте өлгөлөрен тәржемәләүсе.
- 1936 йыл: Билл Уаймен (төп исеме Уильям Джордж Перкс), «The Rolling Stones» Англия рок-төркөмөнөң бас-гитарасыһы.
- 1966 йыл: Роман Абрамович, Рәсәй эшҡыуары.
- 1985 йыл: Уэйн Руни, Англия футболсыһы.
Был көндә вафат булғандар
тулы исемлек
- 1957 йыл: Кристиан Диор, Францияның кейем модельеры.