24 август
24 август — рәсми календарь буйынса йылдың 236-сы (кәбисә йылында 237-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 129 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | |||||
| 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
| 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
| 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
| 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| 31 | ||||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
АҠШ:
- Бысаҡ көнө.
Грузия:
- Конституция көнө.
Индонезия:
- Телевидение көнө.
Коста-Рика:
- Милли парктар көнө.
Либерия:
- Флаг көнө.
Ҡырғыҙстан:
- Эске ғәскәрҙәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1930 йыл: Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы «Башҡорт АССР-ында мәжбүри башланғыс дөйөс белем биреүҙе индереү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1995 йыл: «Windows 95» операцион системаһы ҡулланыусыларға тәҡдим ителә.
Был көндә тыуғандар
- Ғүмәров Ибраһим Исмәғил улы (1910—17.08.1994), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1970 йылдарҙа колхоз шофёры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Илсеғол ауылынан.
- Жирухин Анатолий Петрович (1930—26.03.2018), педагог, шағир. 1960—1990 йылдарҙа Күмертау тау-механика техникумы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Иҫке Надеждин ауылынан.
тулы исемлек
- Яндуганов Яков Яныбаевич (1940), иҡтисадсы-географ-ғалим. 1974 йылдан хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы Урал дәүләт иҡтисад университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—2010 йылдарҙа тәбиғәтте файҙаланыу иҡтисады кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы (1986), иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994) һәм РСФСР-ҙың почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1990). В. Н. Татищев һәм Г. В. де Геннин исемендәге премиялар лауреаты (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Иҫке Турай ауылынан.
- Сиражев Валерий Ниғмәтйән улы (1945), төҙөүсе-инженер. 1963 йылдан Дүртөйлө тимер-бетон изделиелар заводы арматурасыһы, цех мастеры, 1972 йылдан — өлкән инженер, 1974 йылдан — баш инженер, 1978 йылдан — директор. 1997—2002 йылдарҙа «Стронег» йәмғиәтенең «Дюртюлистрой» фирмаһы идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995). Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге премияһы лауреаты (2000). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
- Головченко Анатолий Константинович (1955—19.08.2009), Өфөлә йәшәп ижад иткән рәссам. 1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Константин Головченконың улы. Халыҡ-ара бәләкәй форма графикаһы күргәҙмәһе лауреаты (Торонто ҡалаһы, Канада, 1988; Гран-при). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Макаров Сергей Николаевич (1960), инженер, йәмәғәтсе. Ҡариҙел районының «ТеплоКомСнаб» муниципаль унитар предприятиеһының директор урынбаҫары. Ҡариҙел ауылының беренсе саҡырылыш (2009—2014) советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Мәсәғүтов Радик Миҙхәт улы (1965), психиатр-ғалим. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы (1921 — ?), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы элемтәсеһе, гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (икеһе лә 1945).
- Хафизов Ринат Ҡасим улы (1961—1996), спортсы, спорт акробатикаһы буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа чемпионы (1985).
тулы исемлек
- Бизяркина Елена Николаевна (1971), ғалим-иҡтисадсы. 2007 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2010—2012 йылдарҙа иҡтисад һәм идара итеү факультеты деканы. Иҡтисад фәндәре докторы (2009). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Маликов Рәйеф Сәлих улы (1952), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1998—2013 йылдарҙа Нефтекама автозаводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының икенсе—дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001). Дуҫлыҡ (2008) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2007).
- Чемберджи Николай Карпович (1903—22.04.1948), СССР композиторы. Тәүге башҡорт операһы «Ҡарлуғас»тың авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944). Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1946).
- Шаһиморатов Ғәлимйән Моратша улы (1933), хеҙмәт ветераны, механизатор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Туҡбай ауылынан.
тулы исемлек
- Бикембетов Мәҡсүт Шәйәхмәт улы (1938), хужалыҡ эшмәкәре, нәшриәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың матбуғат отличнигы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
- Дилмөхәмәтов Сәрүәр Ислам улы (1938), хужалыҡ эшмәкәре, агроном. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). «Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Мәләкәҫ ауылынан.
- Насиров Әнүәр Хатип улы (1919—21.04.2008), (1919—22.04.2008), педагог, урындағы башҡарма органдар, ауыл хужалығы һәм нефть тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры, өлкән лейтенант. Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш (1955—1959) Юғары Советы депутаты. Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған «Подвиг генерала» китабының (2006) авторы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Солтанай ауылынан.
- Абдуллин Фәтих Саҙрый улы (1924—10.08.2007), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1994 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» республика гәзите хеҙмәткәре. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Иҙәш ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлиев Әхтәм Шакир улы (1924—25.10.1985), профсоюз һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963 йылдан Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, 1966—1982 йылдарҙа КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ғәфүр ауылынан.
- Йосопов Харис Монасип улы (1929—7.06.2009), спортсы, көрәшсе, тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1995). Дзюдо буйынса СССР-ҙың (1975) һәм РСФСР-ҙың (1969) атҡаҙанған тренеры, классик (1959) һәм ирекле (1960) көрәш, самбо (1967) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, дзюдо буйынса халыҡ‑ара (1975), самбо буйынса Бөтә Союз (1970) категориялы судья. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР-ҙың физик культура отличнигы (1989). Почёт (2005) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы.
- Гагилева Надежда Ивановна (1954), аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе хеҙмәткәре. Мәләүез һөт-консерва комбинатының элекке консерва тултырыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре (1992).
- Вәлишин Илһам Абдулвәли улы (1959—18.10.1984), Афған һуғышында һәләк булған хәрби табип, медицина хеҙмәте лейтенанты, хәрби частең медицина хеҙмәте начальнигы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
- 1420 йыл: Альбрехт фон Эйб, Германия гуманисы, рухани.
- 1815 йыл: Евгения Тур (төп исеме Елизавета Васильевна Салиас-Де-Турнемир), Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1845 йыл: Кенәз Лев Голицын, Рәсәй империяһында шарап яһауға нигеҙ һалыусы, Массандра һәм Абрау-Дюрсо шарап етештереү үҙәктәрен асыусы.
- 1865 йыл: Фердинанд I, дәүләт эшмәкәре, 1914—1927 йылдарҙа Румыния короле.
- 1870 йыл: Владимир Пуришкевич, Рәсәй империяһы сәйәсмәне.
- 1875 йыл: Эдуар Ньюпор, Франция авиаконструкторы, лётчик.
- 1899 йыл: Хорхе Луис Борхес, Аргентина прозаигы, шағир һәм публицист.
- 1935 йыл: Юрий Клепиков, драматург, сценарист һәм актёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 1940 йыл: Вячеслав Костиков, СССР һәм Рәсәй дипломаты, журналист һәм яҙыусы.
- 1945 йыл: Кен Хенсли, Англияның рок-музыканты, «Uriah Heep» төркөмө ағзаһы.
- 1960 ЙЫЛ: Такаси Миикэ, Япония кинорежиссёры.