Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы

Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы (24 август 1921 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы элемтәсеһе, гвардия ҡыҙылармеец. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)[2].

Биографияһы

Әҙһәм Хәбибулла улы Муллағәлин 1921 йылдың 24 авгусында Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында тыуған.
1941 йылдың 1 майында Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия полкында элемтәсе булып хеҙмәт итә[2].

Батырлығы

Дивизияның штабы менән параллель рәүештә хәрәкәт итеүсе дошман автоколоннаһын оҫталыҡ менән үҙе артынан әүрәтә, фашистар көтөлмәгән һөжүмгә дусар була. Һөҙөмтәлә дошмандың 22 автомашинаһы юҡ ителә, 62 һалдат һәм офицеры үлтерелә, утыҙ бише әсир ителә. Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы үҙе дүрт автомашинаны яндыра, һигеҙ дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, бер офицерҙы ҡулға төшөрә. Бөтә пакеттарҙы һәм һуғыш мәғлүмәттәрен теләһә ниндәй һуғыш шарттарында ваҡытында еткерә. Әҙһәм Хәбибулла улы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, сослоғо, ҡыйыулығы өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар