Ҡалтасы районы

Ҡалтасы районы (рус. Калтасинский район) Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан район. Үҙәге — Ҡалтасы ауылы.

Географик урыны

• Район биләмәләре Тере Танып һәм Беүә йылғалары араһында ята. Дөйөм алғанда, климаты йылы, уртаса дымлы. Урман зонаһында ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар 60308 гектар майҙан биләй.
Ҡалтасы ауылы Өфө ҡалаһынан 210 км, Яңауыл тимер юл станцияһынан 50 км, Нефтекама ҡалаһынан 40 км йыраҡлыҡта урынлаша. Төньяҡта — Яңауыл, көнсығышта — Борай, көньяҡта — Дүртөйлө, көнбайышта — Краснокама райондары менән сиктәш.
• Район аша республика әһәмиәтендә Өфө — Бөрө — Нефтекама автомагистрале үтә.
• Район ерҙәре буйлап Тере Танып, Гәрәй, Кейебәк, Ҡалтасы, Тиктәм, Кәлтәй, Урья, Әмзә, Березовка йылғалары һәм 119 шишмә, бәләкәй йылғалар аға. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 469.7 км, шул иҫәптән Тере Танып йылғаһы — 37 км. Йылға-һыу фондының дөйөм майҙаны 66 гектар.
• Район территорияһында 17 күл бар, уларҙың дөйөм майҙаны 23.2 гектар.
• Районда нефть, кирбес-керамзит сырьеһы, ҡом ятҡылыҡтары өйрәнелгән.

Символикаһы

Билдәле шәхестәр

Алеев Виталий Шамшеевич (10.11.1948), совет һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, генерал-майор, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһының элекке кафедра начальнигы урынбаҫары, доцент. Ҡыҙыл Йондоҙ (1986) һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры. Ҡалтасы ауылынан[2].
Беляев Николай Ильич (13.02.1903—28.10.1966), совет хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1952—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты, 1952—1960 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы. 1955—1958 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты секретары, 1957—1960 йылдарҙа Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары. Күтәрем ауылынан[3].
Иҫәнбаев Николай Иҫәнбай улы (27.02.1929), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Түбәнге Ҡасмаш ауылынан.
Панфилов Александр Вячеславович (3.06.1959), хәрби эшмәкәр, ғалим-инженер, генерал‑майор (2007). 1986—1987 йылдарҙа Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә һәм 1999—2004 йылдарҙа Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007) һәм РФ Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2002). Надеждин ауылынан[4].

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 47 011 [5][6]
1959 йылдың 47 044 [7][6]
1970 йылдың 71 494 [8][6]
1979 йылдың 32 743 [9][6]
1989 йылдың 27 705 [10][6]
1990 йылдың 27 336 [11]
1995 йылдың 28 640 [11]
Йыл Халыҡ һаны
2000 йылдың 29 625 [11]
2001 йылдың 29 627 [11]
2002 йылдың 28 881 [12][6]
2003 йылдың 28 840 [11]
2004 йылдың 28 657 [11]
2005 йылдың 28 460 [11]
2006 йылдың 28 450 [11]
Йыл Халыҡ һаны
2007 йылдың 28 298 [11]
2008 йылдың 28 294 [13]
2009 йылдың 28 282 [14]
2010 йылдың 26 268 [15]
2012 йылдың 25 638 [16]
2013 йылдың 25 211 [17]
2014 йылдың 24 725 [18]
Йыл Халыҡ һаны
2015 йылдың 24 391 [19]
2016 йылдың 24 035 [20]
2017 йылдың 23 613 [21]
2018 йылдың 23 063 [22]
2019 йылдың 22 634 [23]
2021 йылдың 22 168 [1]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Зов родной земли: генерал Алеев верит в будущее района. «Муниципальный район Калтасинский район» сайты(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Беляев Николай Ильич.  (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2018) 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Панфилов Александр Вячеславович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2019)
  5. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  6. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  8. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  9. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  10. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  11. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 http://www.bashstat.ru/perepis2010/info_bulletin2/%D0%A0%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB%203.pdf
  12. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  13. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  14. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  15. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  16. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  17. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  18. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  19. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  20. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  21. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  22. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  23. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә