Күтәрем

Күтәрем (рус. Кутерем) — Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1081 кеше булған[2]. Почта индексы — 452878, ОКАТО коды — 80 233 830 004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 962 408 554 42,4 57,6
1959 йыл 15 ғинуар 790 345 445 43,7 56,3
1970 йыл 15 ғинуар 847 378 469 44,6 55,4
1979 йыл 17 ғинуар 1075 496 579 46,1 53,9
1989 йыл 12 ғинуар 1044 494 550 47,3 52,7
2002 йыл 9 октябрь 1141 545 596 47,8 52,2
2010 йыл 14 октябрь 1081 506 575 46,8 53,2

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

  • Беляев Николай Ильич (13.02.1903—28.10.1966), СССР-ҙың хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1952—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты, 1952—1960 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы. 1955—1958 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты секретары, 1957—1960 йылдарҙа Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары.
  • Хмелёв Анатолий Павлович (1937), хеҙмәт ветераны, тау инженеры. 1982 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры, 1989 йылдан — директоры, 1992—1998 йылдарҙа — генераль директоры. Рәсәй Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (1994), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Халыҡтар Дуҫлығы (1991) һәм «Почёт Билдәһе» (1979) ордендары кавалеры[3].

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә