Күгәрсен (Ҡалтасы районы)
Ауыл | |||
Күгәрсен | |||
---|---|---|---|
Күгәрсен | |||
55°52′24″ с. ш. 55°05′09″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Ҡалтасы районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 452865 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 233 805 003 | ||
ОКТМО коды | 80 633 405 111 | ||
|
Күгәрсен (рус. Кугарчино) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 178 кеше[2]. Почта индексы — 452865, ОКАТО коды — 80233805003[3].
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Ҡалтасы): 32 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Оло Ҡасаҡ): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 70 км
Ауыл Етеҙ Танып буйында ята. Был йылға Пермь крайындағы һаҙлыҡтарҙан алып Тәтешле, Балтас, Борай һәм Ҡалтасы райондары буйлап Күгәрсенгә ҡәҙәр 287 километр ара үтә, артабан Краснокама районына сыға һәм, тағы ла алтмыш саҡрым тирәһе ағып барып, Ағиҙелгә ҡоя.
Топоним[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, ауылдың исеме «Күгәрсе» булырға тейеш, «күгәрсен» атамалы ҡошҡа бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Һәр хәлдә, килеп сығышы ныҡлы тикшерелмәгәнлектән, төпкөл рәсми телдә Күгәрсен булып нығынып ҡалған, урыҫса уны «Кугарчино» тип йөрөтәләр.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүенсә, Бөрө өйәҙе Эске-Йылан улусының аҫаба башҡорттары ерҙәрендә нигеҙләнгән Күгәрсен ауылы документтарҙа тәүләп 1783 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1765 йылда[4]) телгә алынған. Ә инде 1795 йылғы V ревизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бында (исеме урыҫса Кугарчинова тип бирелгән) йәшәгән халыҡ башҡорт тип яҙылған. Ауылда 11 йорт-хужалыҡ, 36 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Артабанғы, 1834 йылдағы, VIII ревизия йомғаҡтарына ҡарағанда, Бикмәт түбәһенә ҡараған был ерҙә (урыҫса — Кугарчина) 200-гә яҡын кеше йәшәгән.
1859 йылғы ошондай тикшереүҙән һуң ауылға «Күгәрсе» тигән исем бирелгән. Төп ер биләүсе — халыҡ, тип билдәләнгән. Ундағы 67 йорт-хужалыҡта 203 ир-егет һәм 180 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Ә инде 1917 йылда үткәрелгән Дөйөм Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 165 йортта 884 башҡорт, 16 йортта 95 татар һәм бер хужалыҡта урыҫ милләтле һигеҙ кеше йәшәгән.
Октябрь революцияһына тиклем халыҡ башлыса малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән, бал ҡорто үрсеткән, балыҡ тотҡан. Ауылда һыу тирмәне, Етеҙ Танып аша йөрөгән паром булғаны билдәле. Ә 1906 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Күгәрсендә мәсет, ике лавка, икмәк кибете эшләгән.
1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» тигән белешмә-китапта күрһәтелеүенсә, ауылда шул осорҙа 877 башҡорт йәшәгән. 1981 йылда сыҡҡан ошо уҡ баҫмала ла «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозына ҡараған Күгәрсендең милләттәштәребеҙҙең төйәге булыуы хаҡында яҙылған.
2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәт буйынса ауылда 242 кеше йәшәгән. Бөгөн иһә ете урамда 139 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 43-ө буш тора, ҡалған 96-һында 211 кеше (106 ир-егет һәм 105 ҡатын-ҡыҙ) ғүмер итә. Халыҡтың күп өлөшөн урта йәштән уҙғандар тәшкил итә. Иң өлкәне — 97 йәшлек Хәлисә инәй Сәләхова, бер йәшкә тиклемге өс сабый бар.
Күгәрсен халҡы Совет йылдарында гөрләп йәшәгән, малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Колхозда һыйыр, һарыҡ фермалары, ишле йылҡы өйөрө булған, бер ни тиклем ваҡыт сусҡа ла аҫрағандар. Өлкәндәрҙең хәтерләүенсә, тау битләүҙәрендә ҡарбуз да үҫтергәндәр. Ә инде ҡыяр, помидор, һуған, кишер, картуф, ҡауын тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Уҙған быуаттың икенсе яртыһында кирбес заводында бер миҙгел эсендә миллиондан ашыу дана яҡшы сифатлы төҙөлөш материалы сығарғандар. Күптәр һалабаш һыҙырып мул ғына табыш алған. 1890 йылда уҡ асылған ауыл мәктәбе был осорҙа ун йыллыҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы хаҡында ла үткән заманда һөйләргә тура килә. Күмәк хужалыҡ тарҡалған, кирбес заводы, мәктәп, магазин, почта бүлексәһе ябылған… Ауыл халҡы бөгөн башлыса эшһеҙ, үҙ йүнен үҙе күрә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелгәндәрҙе, аҙып-туҙып йөрөгәндәрҙе осратманыҡ Күгәрсендә.
Совет осоронда ауылдарына газдың, асфальт юлдың килеп етмәүенә, һыу үткәргестең яртылаш ҡына һалыныуына ҡайғырыуҙан күптән туҡтаған күгәрсендәр. Был мәсьәләләрҙең хәҙер хәл ителеренә лә өмөттәре тулыһынса тиерлек өҙөлгән. Ваҡытында күтәрелгән таш юлдың ураулығы теңкәләрен ҡоротһа ла, Красный Холмға ҡарай һуҙылған асфальтҡа сығырлыҡ таш юл тураһындағы уйҙары әлегә хыял ғына булып ҡала. Күҙ менән ҡаш араһында колхоздың тарҡалыуына, мәктәптең, магазиндың ябылыуына оҙаҡ ҡына ҡайғырһалар ҙа, хәҙер хәленә күнеккән күгәрсендәр.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1048 | 511 | 537 | 48,8 | 51,2 |
1959 йыл 15 ғинуар | 885 | 376 | 509 | 42,5 | 57,5 |
1970 йыл 15 ғинуар | 857 | 374 | 483 | 43,6 | 56,4 |
1979 йыл 17 ғинуар | 593 | 252 | 341 | 42,5 | 57,5 |
1989 йыл 12 ғинуар | 308 | 128 | 180 | 41,6 | 58,4 |
2002 йыл 9 октябрь | 263 | 128 | 135 | 48,7 | 51,3 |
2010 йыл 14 октябрь | 178 | 86 | 92 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Күгәрсен ауылы «Госсправка» сайтында
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Күгәрсен (Ҡалтасы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- А. Нуретдинов. Ҡандарында — моңо, етеҙлеге Етеҙ Таныптың. «Башҡортостан» гәзите. 2014, 6 июнь. 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.Википедияла ҡулланырға автор рөхсәте бар
- Әсфәндиәров Ә. З. Күгәрсен (Ҡалтасы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.