Умартасылыҡ
Умартасылыҡ — бал, балауыҙ һәм башҡа умартасылыҡ продукттарын алыу өсөн тәғәйенләнгән ауыл хужалығы тармағы.
Умартасылыҡ продукттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Умартасылыҡ дәүерендә солоҡсолоҡ — Бал ҡорто хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Палеонтология белгестәре, бал ҡорто бынан 50 миллион йыл элек барлыҡка килгән, тип раҫлай.
Боронғо Египетта күсмә умартасылыҡ ныҡ үҫешкән булған. Боронғо заманда Греция менән Римдә балды тәңре тарафынан күктән төшөрөлгән илаһи ризыҡ тип иҫәпләгәндәр, уны кешенең аҡылын, зиһенен камиллаштырыусы, дәрт һәм илһам уятыусы сихри ниғмәт булараҡ ҡабул иткәндәр. Бал ҡортон изге йән эйәһе тип иҫәпләп, уның рәсемен мәмерйә таштарына, ҡаяларға, һауыт-һабаларға, ҡәбер таштарына сүкеп төшөрөр булғандар. Бынан 15 мең йыл элек төшөрөлгән ҡорт һүрәттәре бөгөнгө көнгә тиклем һакланып ҡалған. Әүәлге заманда Египетта бал ҡорттары тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ символы булып һаналған, сөнки улар, ояларын дошмандан һаҡлағанда, үҙҙәрен һәр ваҡыт үлемесле алышҡа дусар иткән.
Балдың шифаһы күптәнге замандарҙан уҡ билдәле. Мәҫәлән, Гиппократ ауырыуҙарҙы бал менән дауалаған. Сәләмәтлекте һаҡлау, ғүмерҙе оҙайтыу өсөн уларға көн дә әҙләп бал ашарға тәҡдим иткән. Был кәңәште тотоусыларзың байтағы ғүмер буйы яфаланған ауырыуҙарынан ҡотолған һәм йәшәү өсөн өҫтәмә көс-ҡеүәт алыр булған.
Бал һәм уны айыртыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Умырзая.JPG
- Дәдән умартаһы.JPG
Башҡортостанда умартасылыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
de:Geschichte der Imkerei it:Storia dell'apicoltura lv:Biškopis nl:Honingbij#Het houden van bijen tr:Arıcı