Инә ҡорт һөтө
Инә ҡорт һөтө — бал ҡорттарының махсус үрсеү өсөн бүлеп сығарылған продукты. Уның менән бал ҡорттары инә ҡортто туйындыра, шулай уҡ ҡурсаҡтарын ашатыу өсөн ҡуллана. Инә һөтө ашатыусы ҡорттарыҙың махсус биҙҙәрендә бүленеп сыға. Ул биҙҙәр Аллотрофик биҙҙәр тип йөрөтөлә. Алтрофик биҙҙәр бал ҡортоноң өҫкө яңаҡ менән йотҡолоҡ биҙҙәре.
Инә һөтөн инә ҡорт көбөләренән йәки махсус эшләнгән яһалма көбөләр ярҙамында йыйалар.
Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Инә ҡорт һөтө аҡ кеҫәл һымаҡ шыйҡса. Тәме киҫкен әскелт, составы бик ҡатмарлы.
- 65—66,5 % һыу,
- 9—19 % аҡһым,
- 8—19 % шәкәр,
- 2—9 % майҙар
- 1 % күберәк минераль тоҙҙар.
Ентекле составы [1]:
- аҡһымдар нигеҙҙә альбуминдар һәм глобулинамдар менән билдәләнә 2:1 иҫәбенә
- составы яғынан инә ҡорт һөтө ҡан аҡһымдары шыйыҡсаһына яҡын тора.
- углеводтар (глюкоза, фруктоза, сахароза)
- витаминдар: А, Д, С, В1, В2, В3, В6, В12, В15, Н, Е, РР, пантотент кислотаһы
- ирекле май кислотлары (15): ғәрәбә, пальмитин, стеарин, десен һәм башҡалар.
- гормондар (эстрадиол, тестостерон, прогестерон)
- пировиноград һәм һөт кислоталары
- минераль тоҙҙар
- микроэлементтар
- ацетилхолин
- стериндар
- липидтар
Гермицидин булыу сәбәпле унда микроорганизмдар үрсей алмай.
Вещество, % | Ҡурсаҡтың үҫеү мөҙҙәте | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
2 көн | 3 көн | 4 көн | 5 көнй | 6 көн | 7 көн | |
Аҡһым | 18,9 | 10,4 | 10,1 | 9,4 | 9,0 | 10,6 |
Майҙар | 8,6 | 4,9 | 6,0 | 4,2 | 4,3 | 2,6 |
Шәкәр | 11,2 | 8,3 | 9,5 | 11,2 | 10,2 | 13,8 |
Таблицанан күренеүенсә йәш ҡурсаҡтар сифатлыраҡ туйындырыла. Һәм ошоға өарап инә ҡорт, эшсе ҡорт һәм әре ҡорт ҡурсаҡтарының ашатыу составы үҙгәрә. Шулай уҡ ашатыу күстең(ғаиләнең) көсөнә лә ҡарай
Инә ҡорто һөтөндә шулай уҡ силденафилматдәләре лә табылған. Был матдә импотенциянан дауалағанда файҙаланыла. Шуның өсөн дә умартасылар тарафынан борондан кәрҙе арттырыу йәһәтенән файҙалы икәне билдәләнгән.
Файҙаланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Инә ҡорт һөтөн медицинала, косметикала һәм биологик әүҙем ҡушылмаларҙа файҙаланалар.
Инә ҡорт һөтөнөң составы 95%ҡа билдәле, уны икенсе төрлө батшалар кеҫәле тип тә йөрөтәләр. Апитерапияла әлегә өйрәнелмәгән 5% та фәҡәт шул ҡеүәтле формула составы тип тә әйтәләр.
Шулау уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Словарь-справочник пчеловода», сост. Федосов Н. Ф. — М.: Гос. изд. сельскохозяйственной литературы, 1955.