Ҡорт һитәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Рамдағы һары күҙәнәктәр һитә менән тултырылған

Һитә, манса — бал ҡорттарының сәскә һеркәһенән йыйып, кәрәҙгә тултырып әҙерләгән аҙығы; кәрәҙ күҙәнәктәренә тултырылып, бал менән һылап ҡуйылған ҡорт йәттәһе[1]. Һитәне ҡайһы бер райондарҙа манса тип тә йөрөтәләр. Ул — ашҡаҙанда еңел үҙләштерелеүсән бик ҡатмарлы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ.

Ҡорттар сәскәнән сәскәгә ҡунып, һеркә йыя һәм уны умартала һитәгә әүерелдерә. Умарталыҡта көслө, таҙа бал ҡорттары, көслө күстәр аҫрау һитәнең муллығына бәйле. Йыл әйләнәһенә һәр бал ҡорто ғаиләһе 25 килограмм һитә тотона. Уның күп өлөшөн улар бала тәрбиәләгәндә ашай. Әгәр ояла һитә, болонда һеркә биреүсе сәскәләр булмаһа, эшсе ҡорттар бала тәрбиәләмәй, хатта үҫеп килгән ҡарышлауыҡтарын умартанан сығарып ташлай. Башҡортостан шарттарында был хәл ҡайһы бер ҡоро йылдарҙа күҙәтелә.

Брокгауз һәм Ефрондың Энциклопедик һүҙлегенә ярашлы: («Бал ҡорттары» мәҡәләһе)

Һеркә йыйыла йәки бал ҡорто сәскәләгә һарылған саҡта уның тәнендәге төксәләргә йәбешә, йыйыу өсөн бал ҡорто аяҡтары ярҙамында кәрзиндәренә һәм һепергесенә тултыра ла, ҡойолмаһын өсөн бал менән һылап ҡуя.

Ҙур энциклопедик һүҙлек буйынса:

Һитә — сәскә һеркәһе, ул бал ҡорттары тарафынан йыйыла, кәрәҙ күҙәнәктәренә тәҫләп һалына, бал менән һылана, барлыҡҡа килгән һөт кислоталары менән консервалана. Бал ҡорттары өсөн аҡһымлы-углеводлы аҙыҡ.

Һитәнең составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һитә аминокислоталарҙан, витаминдарҙан һәм ферменттарҙан тора. Улар ҡорттар өсөн биологик ҡиммәтле отошло[2].

Һеркә йыйыусы бал ҡорто. Ҙурайтылған һүрәттә артҡы аяғындағы һитә йәттәһе күренеп тора

Йәттәнең бер өлөшө йәш ҡорттар тарафынан файҙаланыла, ҡурсаҡтар туҡландырыла. Башҡа өлөшөн йыйыусы ҡорттар күҙәнәктәргә тәҫләп һалалар. Улар үрсем янында ғына була. Ҡағиҙә буйынса, ҡорттар күҙәнәктәрҙе йәттә менән 0,4—0,8 өлөшөнә тултыра. Унан һуң һеркәне консервалау башлана. Шулай итеп һитә барлыҡҡа килә. Ул аҡһымға бай аҙыҡ булараҡ яҙ көнө бик кәрәк.

Һитә һеркәнән айырмалы стермлләнгән, шуның өсөн дә балҡорттарының организмында тиҙ үҙләштерелә. Туҡлыҡлылығы һеркәгә ҡарағанда 3 тапҡырға, башҡа һеркәне алмаштырыусы матдәләргә ҡарата 9 тапҡырға юғарыраҡ. Һәм ул көслө антибиотик булараҡ һеркәгә ҡарағанда 3 тапҡырға та көслө[3].

Һитәлә һеркәгә ҡарағанда витаминдар ҙа күберәк. С витамины «ҡорт икмәгендә» 140—205 мг%, B1 — 0,4-1,5 мг%, B2 — 0,54-1,9 мг%, B6 — 0,5-0,9 мг%, P — 60 мг%, А — 50 мг%, Е — 170 мг%, Д — 0,2-0,6 мг%. Минераль тоҙҙар 4-7 мг% тәшкил итә, органик кислоталар — 1-5 мг%, ферменттар һәм гормондар аҙ миҡдарҙа билдәләнгән.[4]

Һитәнең тәме һеркәнең төрөнән һәм сафлығынан тора. Ул поливитаминдарға оҡшаған. Сөнки күҙәнәктәрҙе ҡараһаҡ, унда төрлө төҫтәге ғатламдарҙан торғанын күрәбеҙ.

Һитәнең күргәҙмәлелеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һитәнең өс төп төрө бар.

  1. Кәрәҙҙәге һитә. Иң тәбиғи, кеше тарафынан эшкәртелмәгән. Етешһеҙлектәре лә етерлек. Һаҡлауы ауыр, дым күберәк булһа күгәрә башлай. Ә ҡорола балауыҙ көйәһе ҡурсаҡтары тарафынан ашап бөтөлә. Һитәне иҫке, ҡарайған күҙәнәктәргә тултыралар. Сөнки был кәрәҙҙәрҙе улар өсөн таҙартыуы ауыр, сөнки бында балауыҙҙан тыш мерва (үрсем ҡурсаҡтарының күлдәктәре) бар. Тығыҙ итеп тултырылған кәрәҙле рамдың 50—60 % ғына һитә, башҡа өлөшөн мерва һәм балауыҙ, шулай уҡ дым тәшкил итә.
  2. Төйөлгән һитә йәки һитә пастаһы. Был кеше тарафынан эшләнә. Ит турағыс аша үткәрелеп, (30 % тирәһе) бал ҡушыла, ҡоро матдәләр 30—40 % тирәһе. Һәйбәт һаҡлана. Кире яҡтары: һитәнең ҡушылмаһы билдәһеҙ, состовы ла билдәһеҙ.
  3. Кәрәҙҙән алынған һитә. Алты мөйөшлө призмалы бөртөктәр. Балауыҙҙан һәм мерванан таҙартылған, киптерелгән. Яҡшы һаҡлана. Яҡшы эшкәртәкнә ваҡытта сит матдәләр ҡалмай (балауыҙ, мерва). Кеше тарафынан таҙартылһа ла, составы үҙгәрмәй. Технологияла туңдырып һаҡлангаг һитәнең состав үҙгәрә, сифаты кәмей тигән фекерҙәр бар. Шулай ҙа умарталарҙа, солоҡтарҙа ҡышын туңып торған һитә менән бал ҡорттары яҙ көнө үрсем туҡландырыу өсөн файҙалана.
  4. Һитәне һайлаған саҡта уның һеркә биреүсе сәскәләрҙең төрлөлөгөнә иғтибар итергә кәрәк. Ҡорттар тарафынан эшкәртелгән һитәне, был йәһәттән ике төргә бүлеп була.
  5. Монофлёр йәғни бер генә төрлө сәскәнән йыйылған. Ҡорттар һеркәне сәсеп үҫтерелгән культураларҙан йыя. Көнбағыш, ҡарабойҙай, рапс һәм башҡалар. Бындай йәттәләр һәм күҙәнәккә тәҫләп һалынған һитә бер төҫтө, бер төрлө була. ул әселеге, ҡырҡыулығы менән айырылып тора.
  6. Полифлёр йәғни төрлө сәскәнән йыйылған. Был йәттә төрлө сәскәләрҙән йыйыла. Көнөнә 2-5 төрлө йәттә алып ҡайталар, ә йәй буйы уның төрлөлөгө арта.

Һитәле рам төрлө төҫтәге күҙәнәктәрҙән тора. Шулай уҡ, хатта бер күҙәнәктәге тәҫләнгән ҡаттар ҙа төрлө-төрлө төҫкә эйә. Тик төҫтәр йә көнө генә айырыла, Йәй буйы һитә бешә(өлгөрә) һәм бер төҫлөгә әйләнә.

Тәмдәре лә төрлөсә була. Бер үк күҙәнәктә әсе, татлы, ҡырҡыу тәм менән булырға мөмкин.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һитәлә бал күп булыу сәбәпле, унда углеводтар 2,5 тапҡырға күберәк.[сығанаҡ 5431  көн күрһәтелмәгән] Улар глюкоза менән фруктоза. Липидтар 1,5 % тиклем түбәнәйә. Аҡһым һәм минираль матдәләр шулай уҡ һеркәгә ҡарағанда бик аҙ миҡдарҙа. Шулай уҡ С витамины миҡдары ла түбән, А,Е, һәм В витаминдары күберәк. Һитә организмда еңелерәк үҙләштерелә.

Һеркәгә алергияһы булған кешеләрҙең, һитәгә ҡарата ла алергия баолығы билдәләнгән.[5]

Һитә һерекәгә ҡарағанда антитоксик үҙенсәлектәре менән юғарыраҡ өҫтөнлөккә эйә. Ул организмда эритроциттарҙы, ретикулоциттарҙы һәм гемоглобинды күтәреүгә һәләтле. лейкоциттарҙың һәм лейкоцитар формуллаларҙың һанын нормалләштерүеҙе тәьмин итә. Һитә ҡорт йәттәһенә ҡарағанда эффектлыраҡ һәм етеҙерәк тәьҫир итә.[3]

Дауалау үҙенсәлектәре буйынса улапитерапияла ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шафиҡов И. В. Бал ҡортоноң наҙы бар. Өфө «Китап», 2006, 82-84-се биттәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г. Д. Зайнуллина, 2001)
  2. Состав перги — Пчеловодство в покупках — Пчеловод КOM
  3. 3,0 3,1 Хисматулина Н. З., Апитерапия. — Пермь: Мобиле, 2005. — 43 с.
  4. А. Ф. Синяков «Большой медовый лечебник», 2006 год
  5. Wong, Cathy Bee Pollen. about.com (2 февраль 2005). Дата обращения: 20 ғинуар 2010.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]