Сәскә
Сәскә (күплек һанда. сәскәләр, рус. цветок цветы, лат. flos -oris, грек. ἄνθος -ου) — үҙгәргән үренде (репродуктив). Ябыҡ орлоҡлоларҙың, йәки сәскәле үҫемлектәрҙең үрсеү органы.
Төп функцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- споралар барлыҡҡа килтереү,
- гаметофиттар һәм гаметалар хасил итеү,
- һеркәләнеү,
- аталаныу,
- емеш һәм орлоҡтар барлыҡҡа килтереү.
Сәскә төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәһе нәҙек һабаҡта — сәскә һабында урынлашҡан (Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең сәскә һабы булмай).
Сәскә һабының осо, ғәҙәттә, сәскә төбөндә йыуаная йәки киңәйә. Шунда сәскәнең бөтә башҡа өлөштәре беркетелә.
Уртала емешлек урынлаша. Уны һеркәстәр уратып ала. Емешлек менән һеркәстәр — сәскәнең төп өлөштәре.
Сәскәнең төп өлөштәрен сәскә эргәлеге: баҙыҡ төҫтәге япраҡсаларҙан торған таж һәм йәшел каса япраҡсаларынан торған каса һаҡлай.
Сәскә эргәлеге сәскәнең эске өлөштәрен зарарланыуҙан һаҡлай һәм һеркәләндереүсе бөжәктәрҙе үҙенә ылыҡтыра.
Шулай итеп, сәскә төбө — ҡыҫҡарған һабаҡ булып тора. Унда үҙгәргән япраҡсалар: таж һәм каса япраҡсалары, емешлек һәм һеркәстәр урынлашҡан.
Һеркәс нәҙек кенә һеркәс ебенән һәм һеркәлектән тора. Һеркәлектә һеркәләр барлыҡҡа килә.
Емешлек киңәйгән аҫҡы өлөштән — емшәндән, нәҙек емешлек бағанаһынан һәм емешлек ауыҙынан тора.
Емшәндән емеш хасил була. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә емеш барлыҡҡа килтереүҙә сәскәнең башҡа өлөштәре лә, мәҫәлән, сәскә төбө лә ҡатнаша.
Тимәк, сәскә — үҙгәргән һәм ҡыҫҡарған репродуктив үренде.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һәр сәскәле үҫемлек, үҙ ғүмере эсендә бер тапҡыр ғына булһа ла, сәскә ата.
Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәһендә сәскә эргәлеге ике типтағы япраҡсанан тора. Эске япраҡсалар — таж барлыҡҡа килтереүсе япраҡсалар. Тышҡы япраҡсалар каса барлыҡҡа килтерәләр. Ундай сәскә эргәлеге ике ҡатлы сәскә эргәлеге тип атала.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тажында һәм ҡасаһында япраҡсалары айырым-айырым тора. Башҡа үҫемлектәрҙең (хуш еҫле тәмәке, һуҡыр кесерткән, эт ҡарағаты, кәкүк емеше, ҡәнәфер) таж һәм каса япраҡсалары түбәнге өлөштә көпшә һымаҡ булып бергә ҡушылып үҫә.
Күп үҫемлектәрҙең, башлыса бер өлөшлөләрҙең (ләлә, амариллис, тюльпан), сәскә эргәлеге япраҡсалары аҙмы-күпме оҡшаш. Уларҙың касаһы ла, тажы ла булмай. Бындай сәскә эргәлеген ябай сәскә эргәлеге тип атайҙар.
Тюльпандың, ябай сәскә эргәләге япраҡсалары эре һәм асыҡ төҫтә, ә ҡайһыларының, мәҫәлән, ҡуһа (ҡамыш) үләненең төҫһөҙ була.
Һәр сәскәнең һеркәсендә һеркәләге була. Һеркәлек һеркәс ебендә урынлашҡан. Һеркәлек эсендә сәскә һеркәләре өлгөрә.
Емешлектең емешлек ауыҙы, бағанаһы һәм емшәне була. Емешлектең түбәнге киңәйгән өлөшөндә — емшәндә — орлоҡ бөрөләре урынлашҡан. Уларҙан сәскә атҡандан һуң орлоҡтар, ә емшәндән емеш барлыҡҡа килә.
Яланғас орлоҡлоларҙан (рус. голосемянные) айырмалы булараҡ сәскә һеркәләнгән ваҡытта һеркә (рус. пыльца) емешлек ауыҙына (рус. рыльце,рус. пестик)) эләгә (ә яланғас орлоҡлололарҙа һеркә тубырсыҡтағы орлоҡ бөрөһөнә тура барып эләгә (рус. семязачаток).
Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәләрендә һеркәстәр ҙә, емешлектәр ҙә була. Улар ике енесле сәскәләр (ҡуш енесле).
Ләкин ҡайһы бер үҫемлек сәскәләрендә тик емешлектәр — емешлекле сәскәләр, ә икенселәрендә — тик һеркәстәр — һеркәсле сәскәләр була. Ундай сәскәләр — айырым енесле сәскәләр.
Ҡыяр, кукуруз кеүек үҫемлектәрҙе бер өйлө үҫемлектәр тип атайҙар, сөнки емешлекле һәм һеркәсле сәскәләре бер үк үҫемлектә урынлашҡан.
Киндер, тирәк һәм талды ике өйлө үҫемлектәр тип атайҙар. Уларҙың һеркәсле сәскәләре бер үҫемлектә булһа, емешлекле сәскәләре башҡа үҫемлектә урынлашҡан. Күрәндең ҡайһы бер төрҙәре, шулай уҡ, ике өйлө үҫемлеккә инә.
Сәскәләр тәбиғи төҙөлөшө, эшмәкәрлеге, төҫө, үлсәме буйынса үҙҙәренә генә хас иҫ китмәле яһалма булып тора.
Иң бәләкәй, диаметры 1 мм самаһы, сәскәләр һыу тәңҡәләрендә (рус. рясковые). Диамеры 91 см, ауырлығы 11 кг-ға еткән иң ҙур сәскә Индонезияның Суматра утрауындағы Арнольд раффлезия сәскәһендә (Rafflesia arnoldii R.Br).
Сәскәнең репродуктив өлөштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һеркәс(андроцей)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һеркәс — ябыҡ орлоҡлолар сәскәһенең аталыҡ репродуктив органы. Сәскәнең һеркәстәре йыйылмаһы андроцей тип атала (боронғо грек теленән ἀνήρ,, Енесле ἀδρός — «ир кеше» һәм ἰἰΰαα — «торлаҡ»).
Бер сәскәлә һеркәстәрҙең һаны берәүҙән (орхидеянан) бер нисә йөҙгә (мимозаға) тиклем барып етә. Ғәҙәттә һеркәстәр һаны билдәле бер төр эсендәге үҫемлектәр өсөн даими булып тора. Йыш ҡына бер сәскәлә урынлашҡан һеркәстәр төрлө структураға эйә булалар (һеркәс ебенең формаһы йә оҙонлоғо буйынса).
Һеркәстәр айырым йәки ҡушылып үҫкән булыуы мөмкин.
Һеркәс уның һеркәлектән һәм һеркәс ебенән тора. Һеркәс ебе аҫҡы осо менән сәскә төбөнә беркетелгән. Өҫкө осонда һеркәлек урынлашҡан.
Һеркәлек — моҡсайҙарҙан, йәғни һеркәлек ебе аша тоташҡан ике яртынан тора. Һәр яртыһы ике ояға — ике микроспорангияға бүленә.
Һеркәлек ояларын ҡайһы саҡта һеркә моҡсайҙарытип тә атайҙар.
Һеркәлек тыштан кутиклаһы булған эпидермис һәм ауыҙсалар менән ҡапланған. Артабан эндотеций ҡатламы урынлаша,. Шуның арҡаһында, һеркәлек кипкәндә оялар асыла. Йәш һеркәлектә тәрәнерәктә — урта ҡатлам урын ала. Эске ҡатлам — тапетум күҙәнәктәренең матдәһе үҫеп килеүсе әсә күҙәнәктәре микроспорҙарҙың (микроспороциттар) туҡланыуы өсөн хеҙмәт итә. Өлгөрөп еткән аһеркәлектә оялар араһындағы бүлге йышыраҡ булмай.Тапетум һәм урта ҡатлам юҡҡа сыға.
Емешлек (гинецей)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәскәнең эске өлөшөн емеш япраҡсалары, йәки карпеллалар (плодолистики) биләй. Бер сәскәнең бер йәки бер нисә емешлеген барлыҡҡа килтергән емеш япраҡсалары йыйылмаһы гинецей тип атала.
Емешлек— сәскәнең емеш барлыҡҡа килтерә торған иң мөһим өлөшө. Емеш япраҡсалары — япраҡ тәбиғәтле структуралар, тип иҫәпләнә. Әммә функциональ һәм морфологик яҡтан улар вегетатив япраҡтарға түгел, ә мегаспорангия, йәғни мегаспорофиллдар йөрөткән япраҡтарға тап килә.
Емешлек сәскәнең үҙәк өлөшөн биләй. Ул емшәндән, һеркә көпшәһе—бағанасыҡтан һәм емешлек ауыҙынан тора. Эсендә ата енес күҙәнәктәрен йөрөткән һеркә бөртөксәһе һеркәләнеү ваҡытында стигмаға емешлек ауыҙына эләгә.
Сәскә өлөштәренең түңәрәкләп (цикл менән) урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күпселек үҫемлектәрҙә сәскә өлөштәре яҡшы билдәләнгән урау йәки түңәрәктәр (циклдар) барлыҡҡа килтерә. Иң таралғандары — биш һәм дүрт түңәрәк, йәғни пента- һәм тетрацикл сәскәләр.
Һәр түңәрәктә сәскә өлөштәренең һаны төрлөсә булыуы мөмкин. Йышыраҡ сәскәләр пентацикл булып тора: ике түңәрәкле сәскә эргәлегенән (каса һәм таж), ике түңәрәк яһап урынлашҡан һеркәстәрҙән (андроцей) һәм бер түңәрәк емеш япраҡсаларынан (гинеций) тора.
Сәскәләрҙең былндай төҙөлөшө ләлә сәскәлеләргә, амариллистарға , ҡәнәфер сәскәлеләргә, яран сәскәлеләргә хас.
Тетрацикл сәскәләр, ҡағиҙә булараҡ, ике түңәрәкле сәскә эргәлегенән, бер түңәрәк андроцей һәм бер гинецей түңәрәгенән (иристәр, орхидеялар, эт муйылы һымаҡтар, зелпе һымаҡтар, һаҫығүлән һымаҡтар, ирен сәскәлеләр һ. б.) тора .
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә сәскә түңәрәктәре һәм сәскә өлөштәре һаны кәмей (сәскә эргәлеге булмаған, бер енесле сәскәләр) йәки арта (бигерәк тә баҡса үҫемлектәрендә). Түңәрәктәре күбәйгән сәскә ялбыр, йәғни ҡатмарлы таж япраҡлы сәскә тип атала. Ялбыр (терриклот) сәскәләр , ҡағиҙә булараҡ, онтогенез ваҡытында таж япраҡсаларының бүленеүе, йә һеркәстәрҙең бер өлөшө таж япраҡсаларына әүерелеүе менән бәйле.
Сәскәләр төҙөлөшөндә айырым ҡанундар, атап әйткәндә, сәскә өлөштәренең тапҡырлыҡ ҡағиҙәһе. Уның асылы сәскәнең төрлө түңәрәктәрендә сәскә өлөштәре һанының бер төрлө йәки билдәле һанға тапҡыр булыуында ята.
Бер өлөшлө үҫемлектәрҙең күбеһендә йышыраҡ өсағзалы сәскәләр осрай. дИке өлөшлө үҫемлектәргә — биш ағзалы, һирәгерәк ике йәки дүртағзанан торған (кәбеҫтә, ишара) сәскәләр хас. Был ҡағиҙәнән тайпылыу йыш ҡына гинецея түңәрәгендә күҙәтелә. Уның ағзаларының һаны башҡа түңәрәктәрҙәгенә ҡарағанда кәмерәк. була.
Күпселек ябыҡ орлоҡлоларҙа сәскәләренең бөтә өлөштәре лә сәскә төбөндә концентрик түңәрәктәр рәүешендә урынлашҡан (сәскәһе түңәрәк яһап, циклик). Башҡа осраҡтарҙа (магнолия, алтынбаш, елбәгәй) спираль (спираль сәскә, актикала) яһап урынлаша.
Ҡайһы берҙә сәскәнең бер өлөштәре түңәрәк буйлап, икенселәре спираль яһап (сәскә ярым түңәрәк, гемицикл йәки спироцикл) урынлаша. Һуңғыларының сәскә эргәлеге циклик, һеркәстәре һәм емешлектәре спираль (лютик), йәки касаһы — спираль, ә ҡалған өлөштәре цикллы (гөлйемеш) урынлашҡан.
Циклик сәскәләрҙә түңәрәк ағзаларының күрше түңәрәктәр ағзалары менән сиратлашыуы, уларға ҡаршы килмәүе асыҡ күренә.
Бынан түңәрәктәр сиратлашыу ҡағиҙәһен сығаралар. Әгәр һеркәстәр ике түңәрәк буйлап урынлаштырылһа, ғәҙәттә тышҡы түңәрәк ғәҙәттә касаға ҡаршы була, ә эске түңәрәк ағзалары тажға ҡаршы торалар. Был ҡағиҙәнән тайпылыу ҡайһы берҙә түңәрәктәрҙең береһенең юҡҡа сығыуы (редукция) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Йәғни пентациклдан тетрацикл сәскәгә күскәндә күҙәтелә. Йә тышҡы ( эт муйылы), йә эске түңәрәк (зелпе) һаҡланып ҡала.
Сәскәнең симметрияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәскә төҙөлөшөнә хас һыҙаттарҙың береһе — уның симметрияһы.
Симметрия үҙенсәлектәре буйынса сәскәләр:
- актиноморфҡа, йәки дөрөҫ( регуляр) сәскәлеләргә бүленә; ундай сәскәләр аша уны ике тигеҙ өлөшкә бүлгән бер нисә симметрия яҫылығы үткәрергә мөмкин (умырзая, кәбеҫтә)
- зигоморфҡа , йәки дөрөҫ булмаған сәскәлеләргә бүленә; улар аша бер генә вертикаль симметрия яҫылығы (куҙаҡлылар, ҡыяҡлылар) төшөрөргә мөмкин.
Сәскә аша бер ниндәй ҙә симметрия яҫылығы һыҙыла алмаһа, уны асимметрик (бесәй үләне, канна) тип атайҙар.
Актиноморфизм, зигоморфизм һәм дөйөм сәскә асимметрияһы аналогияһы буйынса актиноморф, зигоморф һәм асимметрик таж тип айыралар.
Ҡыҫҡаса һәм шартлы рәүештә сәскәләр төҙөлөшөн билдәләү өсөн сәскә формулаһын төҙөйҙәр.
Бының өсөн сәскәнең төрлө морфологик һыҙаттары: сәскәнең енесе һәм симметрияһы, сәскәләге түңәрәктәр һаны, шулай уҡ һәр түңәрәктә ағзалар һаны, сәскә өлөштәренең ҡушылыуы һәм емешлектәрең торошон (өҫкө йәки аҫҡы овар) хәреф һәм һан билдәләре ярҙамында кодлана.
Сәскә енесе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Формула башында сәскәнең енесен күрһәтергә мөмкин:
- — ата сәскә (һеркәсле);
- —инә сәскә (тик емешлектәре генә бар);
- — ике енесле
Сәскә симметрияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- — дөрөҫ, йәки актиноморф сәскә
- — дөрөҫ булмаған, йәки зигоморф сәскә
- — сәскә һәр береһенең үҙ вертикаль симметриялһы (дисимметричный) булған ике өлөштән тора;
- — спираль сәскә;
- — циклический асимметриялы циклик сәскә
Сәскә ағзалары (өлөштәре)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәскә эргәлеген, һеркәстәрҙе, емешлекте хәреф символдары аша күрһәтеү.:
- Ca йәки K (русса Ч-чашечка, башҡортса К-каса) — каса(calyx);
- P (русса Л, башҡортса Сәскә эргәлеге) — япраҡса (pеtalum);
- Co, йәки C (русса В- венчик, башҡортса Т-таж ) — таж (corolla);
- P (русса О-околоцветник, башҡорса- ябай сәскә эргәлеге ) — ябай сәскә эргәлеге (perigonium);
- A (русса Т-тычинка, башҡортса Һ-һеркәс) — тычинки (андроцей) (androceum);
- G или g (русса П- пестик, башҡортса Е-емешлек ) — емешлек (гинецей) (gynoeceum).
Сәскә өлөштәрен күрһәтеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәскә өлөштәренең хәреф символдары янына һаны күрһәтелә (биш япраҡсалы таж — , алты һеркәсле андроцей — ), әгәр уларҙың һаны даими булмаһа йәки бик күп булһа (ғәҙәттә 12-нән күберәк) — символы .
Сәскә өлөштәре ҡушылып үҫһә, уларҙың һаны йәйә эсенә яҙыла: ҡушылып үҫкән биш япраҡсалы таж — , двубратственный андроцей — .
Әгәр сәскә өлөштәре ике түңәрәк яһап урынлашһа, һәр береһенең һаны күрһәтелеп араһына «+» билдәһе ҡуйыла .
Сәскәлә емшән һыҙыҡса менән күрһәтелә. Өҫкө емшән булһа, емеш япраҡсалы һаны аҫтында һыҙыҡ ҡуйыла : , емшән түбән булһа — һыҙыҡ һан өҫтөнә ҡуйыла: .
Ярым түбән булһа, һыҙыҡ ҡырынан уртала ҡуйыла : .
Миҫалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ләләнең , тюльпандың сәскә формулаһы:
- — дөрөҫ сәскә (актиноморф);
- — сәскә эргәлеге ябай; таж япраҡсалары ирекле (айырым), өсәрләп ике түңәрәк яһап урынлашалар;
- — һеркәстәре ирекле , өсәрләп ике түңәрәк яһап урынлашалар;
- — емешлек берәү, өс емешлек япраҡсаһыҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән (гинецейы ценокарплы); өҫкө емшән.
Люцернаның сәскә формулаһы:
- — сәскәһе дөрөҫ булмаған (зигоморф);
- — сәскә эргәлеге ике ҡатлы; ҡушылып үҫкән 5 каса япраҡсаһынан торған каса;
- — тажы өс ирекле һәм ҡушылып үҫкән ике таж япраҡсаһынан торған таж ;
- — һеркәстәре унау, уларҙың туғыҙы ике түңәрәк яһап ҡушылып үҫкән;
- — пеемешлеге берәү , бер емеш япраҡсаһынан тора (гинецей монокарплы); өҫкө емшән.
- Башҡа сәскә формулалары
Сәскә төҙөлөшө тураһында иң тулы картинаны диаграмма—сәскә күсәренә перпендикуляр яҫылыҡта сәскәнең схематик проекцияһын сағылдырған схемалар бирә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Цветы», М. Уолтерс; Пер. с англ.:О. А. Герасиной. — М.: ООО «Издательство Астрель»: ООО «Издательство АСТ», 2001—256 с.: ил. — (Мини-энциклопедия)
- М. Соколов. Цветы в культуре Европы // Соколов М. Н. Время и место. Искусство Возрождения как перворубеж виртуального пространства. М., 2002, с. 99-110
- Т. Григорьева. Цветы в культуре Японии // Григорьева Т. П. Красотой Японии рождённый. М., 1993, с. 395—410
- И. В. Бутенева. Эволюция символа «цветок и песня» в центральномексикаской культуре // История и семиотика индейских культур Америки. М., 2002, с. 176—199
- В. Чуб. Но вот приходят дни цветенья. // Цветоводство, № 1, 2008, с. 18-21
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Цветок 2017 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған.
- Цветок
Был — ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |