Тере Танып
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Танып (мәғәнәләр)
Тере Танып, Етеҙ Танып, Йор Танып — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы һәм Пермь крайы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ағиҙелгә ҡушыла. Оҙонлоғо 345 км.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Йылға Пермь крайындағы һаҙлыҡтарҙан алып Тәтешле, Балтас, Борай һәм Ҡалтасы райондары буйлап Күгәрсен ауылына ҡәҙәр 287 километр ара үтә, артабан Краснокама районына сыға һәм, тағы ла алтмыш саҡрым тирәһе ағып барып, Ағиҙелгә ҡоя.
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Бөрө ҡалаһынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201612111100025674
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102567
- Бассейн коды — 10.01.02.016
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 1 2 РФ һыу реестры: Тере Танып.
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ