Йомағужа һыуһаҡлағысы
Йомағужа һыуһаҡлағысы — Ағиҙел йылғаһындағы һыуһаҡлағыс; Йомағужа ГЭС-ы өсөн һыу туплай. Күгәрсен районында урынлашҡан.
1998 йылдың декабрендә төҙөлә башлай. Уның төҙөлөш проекты тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары яғынан күп тапҡыр тәнҡитләнеүгә ҡарамаҫтан,[1], 2004 йылда төҙөлөп бөтә.
2004 йылдың яҙында һыуһаҡлағысҡа һыу тултырыла башлай. Майҙың тәүге көндәрендә Ағиҙелдең ташҡын һыуын йыйып, һаҡлағыста 140 млн кубометр тирәһе һыу туплана. Был һыу күләме йәйен Башҡортостандың көньяғындағы ҡала-ауылдарына һыу етештереүҙе еңеләйтә. Шул уҡ һыуҙы файҙаланып, Йомағужа ГЭС-ының тәүге агрегаты эшләй башлай.
Һыуһаҡлығыс быуаһының оҙонлоғо — 605 м, бейеклеге — 65 м. Һыуҙың үрге һәм түбәнге кимәле 63 м-ға айырыла. Быуаланың дөйөм һыу өҫтө майҙаны — 35,6 км².
Иҫкәрмәләр
- ↑ Спасем Агидель вместе!(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- «Йомағужа һыуһаҡлағысы». Рәсми сайт.
- «Башкирэнерго» ААЙ. Рәсми сайт. 2005 йылдың 19 май көнөндә архивланған.
- Спасем Агидель!(недоступная ссылка)