Бөрө (йылға)

Бөрө (рус. Бирь; башҡ. Бөрө ; Бюрсу) — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге һәм Өфө яйлаһында ағыусы йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы. Башҡортостандың Мишкә районы һәм Бөрө райондары биләмәләрендә аға[1][2]. Йылға исеме буйынса Бөрө ҡалаһы аталған[3].

Этимология

Тарихи сығанаҡтарҙа йылға төрлөсә атала: татар һәм башҡорт телдәрендә Бюрсу — «бүре һыуы»[3]. Шулай уҡ Бюрса һәм Бире-суи формалары осрай, улар ҙа «бүре һыуы» тигәнде аңлата[4].

Рәсәй топонимик һүҙлеге йылға исеме башҡорт теленән килеп сыҡҡан һәм «бүре йылға» тап аңлата[5]. Был турала крайҙы өйрәнеүсе Рычков П. И. яҙып ҡалдырған:

Татары и башкиры именуют ее Бюр су, то есть волчья вода, ибо бюр на их языке значит волк.

— П. И. Рычков, 1887 — П. И. Рычков. Топография Оренбургская. Оренбург,1887[6].

Гидрология

Йылғаның оҙонлоғо — 128 км. Һыу йыйыу бассейны майҙаны — 2200 км², дөйөм ауышлыҡ кимәле — 126 м. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 12,5 м³/с, тамағында — 19,8 м³/с. Туҡланыуы нигеҙҙә ҡар һыуы иҫәбенә бара[2][7].

Сығанағы — Яңы Троицкий ауылынан төньяҡ-көнбайышта, диңгеҙ кимәленән 190 м бейеклектә урынлашҡан Бухмень күле,[1][2][8]. Йылға төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан Мишкә районы буйлап, ә көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа — Бөрө районы буйлап аға[2]. Ағиҙел йылғаһына уның тамағынан 262 км өҫтәрәк ҡушыла[2]. Тамағының бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 70 м. Күп һанлы һыу сығанаҡтары булыуы арҡаһында тамаҡ тирәһендә йылға ҡышын туңмай[1].

Уң ҡушылдыҡтары: Казяш, Энәк, Сөгәҙе, Шаҙы, Һикияҙ (Бөрө ҡушылдығы), Ҡыңғыр һәм башҡалар[2]; һул ҡушылдыҡтары: Бишелап, Кутькина.

Ул башта сығанаҡтан башлана, артабан яҡынса 5-се километрҙа ер аҫтына инеп юғала һәм Малое Накаряково ауылы эргәһендә күп һанлы сығанаҡтар булып яңынан ер өҫтөнә сыға. Артабан һәр йөҙ метр һайын көс йыя һәм урман ҡуйыһынан үҙәнгә сыға. Бында Бөрө йылғаһында тәрән соҡорҙар, тыныс ҡултыҡтар һәм шаулап аҡҡан шарлауыҡтар күп.

— Альманах «Рыболов-спортсмен» № 41[9].

Гидроморфология

Бассейн рельефы убалы-тигеҙлекле, йылғалар һәм йырындар менән телгеләнгән; Өфө һәм Көнгөр ярустарының пермь осоро ултырмаларына ҡараған алевролит, ҡомташ (рус.)баш., конгломерат, гипс һәм ангидрит тоҡомдарынан тора. Үрге ағымында асыҡ карбонатлы карст, шулай уҡ ябыҡ сульфат карсты үҫешкән[2].

Йылға үҙәне бормалы, киңлеге 5—20 м, тәрәнлеге 2—4 м. Төбө ләмле[10].

Ландшафы һоро урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙа (рус.)баш. үҫкән киң япраҡлы урмандарҙан тора. Бассейында — яҡынса 29 % урмандар, 47 % һөрөнтө ерҙәр. Десяткин ауылы эргәһендә Десяткин һикәлтәһе урынлашҡан[11].

Гидротехник ҡоролмалар

1945 йылда Бөрө ҡалаһына эвакуацияланған Ленинград хәрби уҡыу йорто курсанттары Десяткин ауылы эргәһендә бәләкәй ГЭС төҙөгән[11].

2010 йылда Мишкә районында 1930—1950 йылдарҙа эшләгән гидроузелды тергеҙеү эштәре башланды. Был урындарҙа Камай ауылында Камай ГЭС-ы һәм Баш-Байбаҡ ауылында Баш-Байбаҡ ГЭС-ы эшләгән[12].

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, йылға Кама һыу бассейны округына ҡарай. Һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел (Бөрө ҡалаһынан тамағына тиклем), йылға бассейны — Кама[7].

Дәүләт һыу реестрындағы коды — 10010201612111100025407[7].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Бирь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. 1 2 3 4 5 6 7 Бөрө, йылға (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  3. 1 2 Бирь. viewer.rsl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. // Географический лексикон Российского государства. search.rsl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. / Полунин, Ф. А. — М.: Император Мәскәү университеты нәшриәте, 1773. — 479 б. — Б. 30—31.
  4. Бирь. dlib.rsl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-30-27. // Энциклопедический лексикон. Том VI. СПб, 1836. — Б. 37.
  5. Н.Е.Михайлович. Географические названия России: топонимический словарь. — Москва: АСТ; Астрель, 2008. — С. 109. — 523 с. — ISBN 978-5-17-054966-5.  (Тикшерелеү көнө: 27 март 2026)
  6. А. А. Камалов. Словарь топонимов Башкирской АССР. / Т. М. Гарипова, А. А. Камалова (отв. ред.), 3. Г. Ураксина.. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — С. 38. — 200 с.
  7. 1 2 3 Бирь. Государственный водный реестр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  8. Топографическая карта Бирска с окрестностями. www.etomesto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  9. Князев Г. Здесь стоит побывать // Альманах «Рыболов-спортсмен». — № 41. (Тикшерелеү көнө: 27 март 2026)
  10. Полякова Л. Р., Якина С. В. Биоразнообразие водных беспозвоночных пресных водоёмов Бирского района Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  11. 1 2 Наш Урал. Достопримечательности Бирска: Десяткинский порог на реке Бирь. Наш Урал и весь мир (24 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  12. В Мишкинском районе Башкортостана завершен первый этап работ по возведению гидроузла на реке Бирь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026. Архивировано 28 август 2017 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә