Иҙәш


Иҙәш (рус. Идяш) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Үтәғол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840003.

Географик урыны

Иҙәш ауылы Ҡаҫмарт йылғаһы ҡушылдығы Иҙәш йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 йылдан билдәле. Бикбирҙе, Иҙәш-Бикбирҙе исемдәре менән теркәлгән. 1795 йылдан Бикбирҙе (Сәмәт) булараҡ иҫәпкә алынған, 25 йортта — 138 кеше, 1866 йылда 92 йортта 656 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән. XX быуаттың 30‑сы йылдарынан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Хәҙерге осор

Иҙәш ауылы Үтәғол ауыл Советына ҡарай. Дөйөм белем биреү урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар[3].

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 581 кеше, 1920 йылда 605 кеше, 1939 йылда — 412 кеше, 1959 йылда — 474 кеше, 1989 йылда — 549 кеше, 2002 йылда — 665 кеше, 2010 йылда 613 кеше йәшәгән. Башҡорттар йәшәй (2002)[3]

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 412 [4]
1959 йылдың 481 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1970 йылдың 689 [5]
1979 йылдың 647 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1989 йылдың 549 [6]
2002 йылдың 665 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2010 йылдың 613 [7]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, бөтә халыҡтың милләте — башҡорттар (100 %)[8].

Билдәле шәхестәре

  • Абдуллин Фәтих Саҙрый улы (24.08.1924—10.08.2007) — журналист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Журналистар Союзы ағзаһы (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Ғиззəтуллина Гɵлсирə Мирза ҡыҙы (4.07.1957) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, тəржемəсе. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (1996) һәм СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты
  • Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26.01.1965—5.02.2011) — башҡорт шағиры.
  • Ҡадиров Урал Ғаян улы (10.03.1929—19.06.2017) — ғалим-ветеринар, патологоанатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988)
  • Фазлыев Сабит Мағаз улы (1969—?.12.2024), муниципаль орган хеҙмәткәре, яҙыусы. 2015—2023 йылдарҙа Ейәнсура районы Үтәғол ауыл хакимиәте башлығы, 2024 йылдың ғинуарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы[9].

Урамдары

  • Күксә урамы (рус.  улица Кукся)
  • Йәштәр урамы (рус.  улица Молодёжная)
  • Сүкеш урамы (рус.  улица Сукеш)
  • Т.Күскилдин урамы (рус.  улица Т. Кускильдина)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)[10]

Ер-һыу атамалары

  • Ҡаҫмарт йылғаһы
  • Иҙәш йылғаһы
  • Үрге Үткәрмә тауы
  • Түбәнге Үткәрмә тауы
  • Болантау
  • Болан шишмәһе
  • Яҡшылар йылғаһы
  • Өлкәр тауы
  • Һүжә йылғаһы
  • Яптыйылға йылғаһы
  • Ҡарат йылғаһы

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

  • Ҡәҙербаева Гөлйыһан Сәйфулла ҡыҙы үҙ ижады менән таныштыра[11]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. 1 2 3 Иҙәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  9. На СВО погиб писатель из Башкирии. ИА «Башинформ», 23 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2024)
  10. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  11. Современное состояние фольклора в Зианчуринском районе Республики Башкортостан

Тема буйынса өҫтәмә