Үрге Мәмбәтша

Үрге Мәмбәтша, Ярғайыш (рус. Верхнее Мамбетшино) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453396, ОКАТО коды — 80226843002.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 109 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңыбай): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡыуандыҡ): 42 км[2]

Тарихы һәм бөгөнгөһө

Яргайыш

Үрге Мәмбәтша, Ярғайыш ауылына 17 быуаттың 2-се яртыһында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәмбәтша исеме менән нигеҙ һала. 1900 йылда — 675 кеше; 1920 йылда — 536; 1939 йылда — 188; 1959 йылда — 174; 1989 йылда — 254; 2002 йылда — 280; 2010 йылда — 265 кеше иҫәпләнгән. 1866 йылда 81 йортта 376 кеше йәшәгән. 1870—80 йылдарҙа нигеҙләнгән Түбәнге Мәмбәтша бүлендек ауылы 1917 йылға тиклем Үрге Мәмбатша ауылы менән бергә иҫәпкә алынған. 1900 йылда 2 ауылда 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йылдарҙан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Хәҙерге көндә ауыл районда иң тиҙ үҫеүсе ауылдар һанына инә. Үрге Мәмбәтшала башланғыс мәктәп бар, уҡыусылар һаны йылдан йыл арта. Малсылыҡ, ҡортсолоҡ ныҡ үҫешкән, һәр йортта тиерлек умарта тоталар. Башланғыс мәктәп (Яңыбай урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Халыҡ һаны

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 188 [4]
1959 йылдың 176 [5]
1970 йылдың 227 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 222 [6]
1989 йылдың 254 [6]
2002 йылдың 280 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 306 [8]
2010 йылдың 265 [7]
2020 йылдың 246 [9]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[10].

Урамдары

  • Баҡа күл урамы (рус. улица Бака Куль)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[11]

Тирә-яҡ мөхит

  • Үрге Мәмбәтшаны икегә бүлеп Ярғайыш йылғаһы аға, ул ауыл ситендә аҡҡан Ҡороюл йылғаһына ҡоя. Йәй көнө Ярғайыш йылғаһы ҡорой.

Арҙаҡлы шәхестәр

Усман мулла - 1837 йылдарҙа йәшәүсе мулла . Яҡын тирәлә иң абруйлы һәм данлыҡлы кешеләрҙең береһе булған.

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Үрге Мәмбәтша // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  8. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  9. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  11. Госсправка сайтында урамдар исеме

Тема буйынса өҫтәмә