Бикҡужа

Бикҡужа (рус. Биккужа) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Таҙлар ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453382, ОКАТО коды — 80226837002.

Тарихы

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1781 йылдан билдәле. ауыл шулай уҡ Дәүләтҡол (старшина Дәүләтҡол Юлғушаев исеменән) һәм Аблай тип аталған. 1795 йылда 10 йортта 45 кеше йәшәгән, 1866 йылда 15 йортта 62 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ тирмән теркәлгән. ΧΧ быуаттың 30‑сы йылдарынан башлап хәҙерге исемен йөрөтә[2].

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 77 кеше; 1920 йылда 94 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) йылдарынан 48 кеше генә теркәлгән[3].

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 91 [4]
1959 йылдың 136 [5]
1970 йылдың 185 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 108 [6]
1989 йылдың 115 [6]
2002 йылдың 107 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 104 [8]
2010 йылдың 85 [7]
2020 йылдың 75 [9]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (95 %)[10].

Ревизия материалдарында

1850 йылда[11] Бикҡужа ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны

Бикҡужа ауылы Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Таҙлар): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 74 км[12]

Урамдары

  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[13]

Ер-һыу атамалары

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • ревизия материалдары(недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Бикҡужа
  3. * Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  4. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  8. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  9. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  11. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  12. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  13. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Тема буйынса өҫтәмә