Башҡорт Бармағы

Башҡорт Бармағы, элек Бармаҡ йәки Сик ауыл булараҡ та аталған (рус. Башкирский Бармак) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Яңыбай ауыл советына ҡарай. Почта индексы — 453396, ОКАТО коды — 80226843003.

Тарихы

Ауылға ΧΙΧ быуат уртаһында Ырымбур өлкәһе Үҫәргән улусы Мәмбәтша ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Бармаҡ исеме менән нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Бармаҡ Алдаҡаев исеме менән аталған. 1866 йылда 17 йортта 88 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. ΧΧ быуаттың 30‑сы йылдарынан хәҙерге исемен йөрөтә[2].

Бөгөнгө көндә ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, магазиндар бар. Яңыбай ауыл Советына ҡарай.

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 156 кеше, 1920 йылда 215 кеше иҫәпләнгән[2]. 2009 йылда 127 кеше йәшәгән[3]. Башҡорттар йәшәй (2002).

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 268 [4]
1959 йылдың 221 [5]
1970 йылдың 251 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 179 [6]
1989 йылдың 128 [6]
2002 йылдың 117 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 127 [8]
2010 йылдың 95 [7]
2020 йылдың 40 [9]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[10].

Географик урыны

Башҡорт Бармағы ауылы Оло Сик йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[12]

Билдәле шәхстәре

Ер-һыу атамалары

  • Оло Сик йылғаһы
  • Яҙлаубар йылғаһы
  • Игенбар йылғаһы[13]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. 1 2 Башҡорт Бармағы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  8. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  9. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  11. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  13. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Тема буйынса өҫтәмә