Байыш (Ейәнсура районы)
Байыш (рус. Баишево; боронғо атамалары Назар, Ураҙ) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453392, ОКАТО коды — 80226806001.
Тарихы
Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1760 йылдан билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улдары Аллабирҙе, Назарбай һәм Ураҙбай Байышевтар билдәле. Ауыл шулай уҡ Назар, Ураҙ булараҡ теркәлгән. 1866 йылда 60 йортта 339 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә теркәлгән[2]
Хәҙерге осор
Байыш ауылы — административ үҙәк. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.
Географик урыны
Халыҡ һаны
| 2002[4] | 2009[4] | 2010[1] |
|---|---|---|
| 518 | ↗526 | ↘431 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (99 %) йәшәй[5].
Урамдары
- Һыуһыҙ урам (рус. Безводная улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Мухамедъянова)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
- Дала урамы (рус. Степная улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[6]
Тирә-яҡ мөхит
Тауҙар
- Аҙаҡҡол тауы
- Аҡтау тауы
- Һәнәр үҙәге йырыны
Йылғалар
- Ҡасҡынсы йылғаһы
- Марай йылғаһы
- Ҡойолойорт йылғаһы[7]
Билдәле шәхестәре
- Аҡманов Алмас Ғайса улы (27.03.1939—12.01.2023), ғалим-физик, юғары мәктәп һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1977 йылдарҙа физика факультетының декан урынбаҫары, 1983—1989 йылдарҙа — деканы; 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем биреү буйынса дәүләт комитетының рәйес урынбаҫары. Физика-математика фәндәре кандидаты (1968), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1999), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002)[8].
- Арыҫланова Минзилә Фәсхи ҡыҙы (6.09.1948) — Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылындағы Башҡорт республика компьютер лицей-интернатының ветеран-педагогы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[9].
- Назаров Айрат Әхмәт улы (1.10.1959) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1999)[10].
- Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ (Зыя Ураҙов; 1904—1967) — Төркиә уҡытыусыһы, профессор.
- Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы (11.07.1956) — ғалим-селекционер. Биология фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы урман хеҙмәткәре (2007).
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
- Хазина. 1966 йылда Ейәнсура р-ны Байыш ауылы Зәйнәп Исхаҡованан (1902 йылғы) И. Бүләков менән Ғ. Әйүпов яҙып алган. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том. — БЛ, 134-се б.; БХИ, РЛ, № 23; БНТ, ПЛ, № 422[11].
- Аҡтау хазинаһы. 1966 йылда Ғйәнсура р-ны Байыш ауылы Зәйнәп Исхаҡованан (1902 йылғы) И. Бүләков менән Ғ. Әйүпов яҙып алған. — БЛ, 134- ее б.; БХИ, РЛ. № 20; БПЛ, № 250; БНТ, ПЛ, № 417.
Видеояҙмаларҙа
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ 1 2 Байыш
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ В Уфе скончался физик, профессор БашГУ Алмас Акманов. ИА «Башинформ», 12 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2023)
- ↑ Слово об учителе… Газета «Баймакский вестник», 2007, 30 мая (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Назаров Айрат Әхмәт улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2019)
- ↑ Юашҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
- Байыш (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2023)