Башҡорт Самаҙыһы

Башҡорт Самаҙыһы, Самаҙы (рус. Башкирская Чумаза) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804003.

Тарихы

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан алып Самаҙы исеме менән билдәле. 1837 йылда бында шул уҡ өйәҙҙең Абҙан, Этҡол, Ниязғол ауылдары башҡорттары ла килеп урынлашҡан. 1866 йылда 25 йортта 133 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. XX быуаттың 30‑сы йылдарынан хәҙерге исемен йөрөтә[2].

Географик урыны

Башҡорт Самаҙыһы ауылы Самаҙы йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан[2].

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 437 кеше, 1920 йылда 511 кеше тәшкил иткән[2]. 2009 йылда 518 кеше йәшәгән[4].

Халҡы иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[1]
481518404
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар (98 %) өҫтөнлөк итә[6].

Урамдары

  • Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
  • Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Ханнан урамы (рус. улица Ханнана)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар

  • Йөрәктау тауы
  • Ҡашҡатау тауы
  • Ҡырла тауы
  • Ҡорһаҡ буйы
  • Сыуалташ тауы

Йылғалар

  • Күкшишмә шишмәһе
  • Теләүкәй йылғаһы[8]

Видеояҙмаларҙа

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. 1 2 3 Башҡорт Самаҙыһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Майоров Анатолий Петрович 2020 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2020)
  4. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  7. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  8. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә