Яңыбай (Ейәнсура районы)

Яңыбай (рус. Яныбаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453396, ОКАТО коды — 80226843001.

Географик урыны

Яңыбай ауылы бейек Баҡсатау итәгенән аҡҡан Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы Ҡороюл йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫәнғол ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 102 км һәм Ҡыуандыҡ (Ырымбур өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Әйтер кәрәк, йәйге эҫе көндәрҙә йылға йыл һайын ҡороған. Ауылды һәр яҡтан тиерлек тауҙар һәм ҡуйы урман уратҡан.

Тарихы

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Үҫәргән улусының Мәмбатша ауылынан Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].

Яңыбай ауылына Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Мәмбәтша ауылы 1776 йылда үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Поход старшинаһы Яңыбай Ҡансурин исеме менән аталған. 1866 йылда 32 йортта 161 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет теркәлгән[3].

Хәҙерге осор

Ауыл йылдан йыл ҙурая: эш урындары булдырыла, шәхси предприятиеләр асыла, яңы йорттар һалына. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Бөгөнгө заман шарттарына яраҡлаштырылған 11 класлыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Халыҡ һаны

Яңыбай ауылында 1900 йылда — 251 кеше, 1920 йылда 558 кеше, 1939 йылда — 477 кеше, 1959 йылда — 464 кеше, 1989 йылда — 522 кеше, 2002 йылда — 605 кеше, 2010 йылда — 592 кеше йәшәгән. Яңыбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002)[3].

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 477 [4]
1959 йылдың 461 [5]
1970 йылдың 604 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 538 [6]
1989 йылдың 522 [6]
2002 йылдың 605 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 669 [8]
2010 йылдың 592 [7]
2021 йылдың 1193 [9]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[10].

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Арал урамы (рус.  улица Арал)
  • Тау урамы (рус.  Горная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная улица)
  • Тыҡрыҡ урамы (рус.  Переулок улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  улица Салавата Юлаева)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)[16]

Ер-һыу атамалары

Тау-таштар
  • Баҡсатау
  • Бараҡтау тауы
  • Ҡутырлытау
  • Яутүбә тауы
Йылғалар
  • Ҡороюл йылғаһы
  • Алтынсай йылғаһы
  • Әсейылға
  • Әзеғуза йылғаһы
  • Шөшлө йылғаһы[17].

Видеофильмдарҙа

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. [1]
  3. 1 2 Яңыбай (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  8. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  9. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  11. Сайт Башкирской государственной филармонии имени Хусаина Ахметова ⇒ Персоналии ⇒ ИЛИМБЕТОВ Валит Халитович (рус.)
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
  13. МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ сайты: театр труппаһы: Мортазин Хәким Фәрит улы 2016 йылдың 26 декабрь көнөндә архивланған.
  14. В Уфе скоропостижно умер известный актёр Хаким Муртазин. ИА «Башинформ», 12.06.2023 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2023)
  15. САБИРОВ ИРЕК САБИРОВИЧ. Сибайский историко-краеведческий музей. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2022)
  16. Госсправка сайтында урамдар исеме
  17. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә