Сиреғол

Сиреғол — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл, Байдәүләт ауыл советына ҡарай. Почта индексы — 453387, ОКАТО коды — 80226807001.

Географик урыны

Ауыл Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан

Ауыл тарихы

Ата-бабаларҙан аманат итеп тапшырылған шәжәрә буйынса, XVII быуат урталарында Һаҡмар буйындағы Тирәкле ауылынан Сиреғол тигән кеше ике улы һәм Хәтирә тигән килене менән күсеп килә һәм бәләкәй генә йылғаның Оло Һүрәмгә ҡойған урынынан бер саҡрым үрҙәрәк Аҡбикә яланында төпләнә. Был урын сит-ят күҙҙәрҙән аулаҡ, бик хозур була.

Сиреғолдоң тәүге улы Сәғиттең Тайсын һәм Йәғәфәр тигән улдары була. Икенсе улы Мыйыҡтың иһә өс улы: Ишбай, Алтынбәк һәм Юлмөхәмәт. Артабан Сиреғол ҡартҡа хөрмәт йөҙөнән ауылға уның исемен ҡушалар. Тайсындың ҡыҙы 1861 йылда батша манифесын таратып йөрөгән Абыҙ исемле кешегә кейәүгә сыға. Шуға күрә бөгөн Абыҙов, Аҙнағолов аралары «манифест» тип йөрөтөлә.

1780 йылда Мәсәүле тигән кеше, ғаиләһе менән Дим яғынан күсеп килеп, Ҡаршытау аҫтындағы аҡланда йәшәй башлай. Был аҡлан әле лә «Мәсәүле» тип атала. Мәсәүленең Мәсәғүт, Мәҡсүт тигән улдары булған. Уларҙан Мәсәғүтов, Мәҡсүтов, Рамаҙановтар таралған. Ауыл 1795 йылда тәүге тапҡыр рәсми теркәлгән: 10 йортта 93 кеше йәшәгән. 1816 йылғы VII халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 19 йортта 83 кеше йәшәгән. Ауылда мәсет тә булған. 1920 йылда 47 йорт теркәлгән. 1866 йылда 31 йортта 143 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек мкнән шөғөлләнгәндәр.

1921 йылда Бәрҙәш ауылынан 12 йорт сыуаш күсеп ултырған. Башҡорт Сиреғоло һәм Сыуаш Сиреғоло ауылдары теркәлгән, XX быуаттың 70‑се йылдары башынан улар бергә хәҙерге исем менән иҫәпкә алына.

1930 йылда Башҡорт Сиреғолонда 232 кеше йәшәгән. Хәҙер ауыл бер исем менән генә йөрөтөлә.

1929 йылда Саҙалы ауылы менән бергәләшеп «Нива» тигән колхоз төҙөйҙәр. Ә Сыуаш Сиреғолонда Чапаев исемендәге колхоз була. 1951 йылда 5 ауыл бер колхозға берләшә. 1971 йыл колхоз инициативаһы һәм Ф. В. Солтанов булышлығында урта мәктәп бинаһы һалына.

1980 йылда мәҙәниәт йорто, магазин, гараж төҙөлә, һыу үткәрелә, урамға асфальт һалына.

Сиреғол ауылынан 58 кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Хәҙерге осор

Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ фольклор ансамбле «Ҡарасәй»), китапхана, магазиндар бар.

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 233 кеше, 1920 йылда 240 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 374 кеше йәшәгән[2].

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 214 [3]
1959 йылдың 211 [4]
1970 йылдың 423 [4]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 441 [5]
1989 йылдың 388 [5]
2002 йылдың 373 [6]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 374 [7]
2010 йылдың 306 [6]
2020 йылдың 213 [8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (84 %)[9].

Урамдары

  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Туғай урамы (рус. улица Тугай)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Яҙлауыр урамы (рус. улица Язлаур)[10].

Видеояҙмаларҙа

  • YouTube сайтында Видео Зианчуринский район, д. Серегулово

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  3. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  4. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  7. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  8. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  10. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  11. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Тема буйынса өҫтәмә