Урта Муйнаҡ

Урта Муйнаҡ (рус. Средний Муйнак) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453390, ОКАТО коды — 80226822006.

undefined

Тарихы

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хә ән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2]. Ауылға ΧΥΙΙΙ быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Муйнаҡ ауылы (Үрге Муйнаҡ) башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Ауыл Рәйемғужа исеме менән дә теркәлгән. ΧΧ быуат башына тиклем Үрге Муйнаҡ ауылы менән бергә иҫәпкә алынған. 1900 йылда мәсет булған[3].

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 241 кеше, 1920 йылда 220 кеше теркәлгән[3]. 2009 йылда 188 кеше тәшкил иткән[4].

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса башҡорт ауылы.

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 278 [5]
1959 йылдың 233 [6]
1970 йылдың 265 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 221 [7]
1989 йылдың 146 [7]
2002 йылдың 184 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 188 [9]
2010 йылдың 176 [8]
2020 йылдың 114 [10]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[11].

Географик урыны

Урта Муйнаҡ ауылы Өҫкәлек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[12]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары
  • Ҡаулан йылғаһы
  • Таҡырташ тауы[13]

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  3. 1 2 Урта Муйнаҡ
  4. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  8. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  9. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  10. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  11. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  13. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә