Яңы Павловка (Ейәнсура районы)

Яңы Павловка (рус. Новопавловка) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Иҫәнғол ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453380, ОКАТО коды — 80226816003.

Географик урыны

Ауыл Оло Эйек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ауылға ΧΧ быуаттың 20‑се йылдарында Йылайыр кантоны территорияһында яһында шул уҡ кантондың Иҫәнғол ауылы кешеләре утар булараҡ нигеҙ һала. 50‑се йылдарҙа хәҙерге статусын ала[2].

Халыҡ һаны

Ауылда урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). 2009 йылда 506 кеше йәшәгән.[3].

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 156 [4]
1959 йылдың 170 [5]
1970 йылдың 215 [5]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 266 [6]
1989 йылдың 309 [6]
2002 йылдың 374 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 506 [8]
2010 йылдың 649 [7]
2020 йылдың 1082 [9]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (49%), башҡорттар (36 %)[10].

Урамдары

  • Булат Ишемғолов урамы (рус. улица Булата Ишемгулова)
  • Яр урамы (рус. Береговая улица)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • З. Биишева урамы (рус. улица З.Биишевой)
  • М.Кәрим урамы (рус. улица М.Карима)
  • Мәғфирә Ғәлиева урамы (рус. улица Магфиры Галиевой)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Ялан урамы (рус. Полевая улица)
  • С.Абдуллин урамы (рус. улица С. Абдуллина)[11]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Яңы Павловка (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  5. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  8. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  9. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Тема буйынса өҫтәмә