Башҡорт Үргене

Башҡорт Үргене (рус. Башкирская Ургинка), Үрген, боронғо исеме Этбаҡ — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453388, ОКАТО коды — 80226825002.

Географик урыны

Башҡорт Үргене Үрген йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 йылдан алып Этбай исеме менән билдәле. Староста Этбай Саҡыров исеме менән аталған. 1795 йылда 27 йортта 171 кеше, 1866 йылда 93 йортта — 551 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2 һыу тирмәне теркәлгән. 1922 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә[3].

1871 йылда Үрген (Этбаҡ) ауылы Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Үҫәргән улусы составына ингән.

Ауыл, ауыл торама пунктының ауыл статусын Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Законына, 1-се статьяға ярашлы ала:

6. Тораҡ тибын ауыл тип биләдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

23)Ейәнсура районында:…

а) Яңы Петровка ауыл Советының Башҡорт Үргене ауылының

Хәҙерге осор

Башҡорт Үргене ауылы Яңы Петровка ауыл Советына ҡарай. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Үҫәргән кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 Үҫәргән кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 2-се Үҫәргән улусы Үҫәргән кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 2-се Үҫәргән улусы Орск өйәҙе Үҫәргән кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 2-се Үҫәргән улусы Орск өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 2-се Үҫәргән улусы Орск өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1920 2-се Үҫәргән улусы Үҫәргән кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 2-се Үҫәргән улусы Йылайыр кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 ауыл советы Ейәнсура районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 ауыл советы Ейәнсура районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Яңы Петровка ауыл советы Ейәнсура районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Халыҡ һаны

Халҡы: 1900 йылда — 696 кеше, 1920 йылда 831 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 1030 кеше тәшкил иткән[4]. Башҡорттар йәшәй (2002)[3]

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 877 [5]
1959 йылдың 964 [6]
1970 йылдың 958 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 923 [7]
1989 йылдың 804 [7]
2002 йылдың 992 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2009 йылдың 1030 [9]
2010 йылдың 866 [8]
2020 йылдың 773 [10]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[11].

Урамдары

  • Арал урамы (рус.  улица Арал)
  • Бишәй урамы (рус.  улица Бишай)
  • Йәштәр урамы (рус.  улица Молодёжная)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Мәсет урамы (рус.  улица Мечети)
  • Сатра урамы (рус.  улица Сатра)
  • Тау урамы (рус.  Горная улица)
  • Тибеҙ урамы (рус.  улица Тибез)
  • Тимерлек урамы (рус.  Кузнецкая улица)[12]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Ҡыҙҙар тауы
  • Кәмшәткә тауы (Ерәнсә сәсән аты менән ҡолап төшөп үлгән тау)

Йылғалар:

  • Үрген йылғаһы
  • Наҙы йылғаһы

Шишмәләр:

  • Ерекле шишмәһе

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Төлкөатҡан урыны
  • Үгеҙүлгән ер
  • Урыҫай

Таусыҡтар, түбәләр:

  • Ерәнсә ташы

Билдәле шәхестәре

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары

  • Ҡолтаев Зәйнетдин Баҡый улы — ҡыҙылармеец, кавалерист, ездовой, гвардия ефрейторы. 2-се Белорус фронты 3-сө гвардия Гродно кавалерия корпусы составындағы 5-се гвардия кавалерия дивизияһының Ҡыҙыл Байраҡ орденлы 24-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[15].

Ҡушаматтар

Ауылда киң ҡулланылған ҡушаматтарҙан:

  • Ҡара Минзиә
  • Һары Минзиә
  • Ҡаҙаҡ Йомабай
  • Немец Тажый (Тажетдин тигән кеше һуғыштан трофей итеп немец каскаһын кейеп ҡайтҡан, был уға ҡушамат булып тағылған)
  • Япон Йәғәфәр (Йәғәфәрҙең атаһы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, япон һүҙе улына ҡушамат булып киткән)
  • Банзай (үтә ныҡ һимеҙлеге арҡаһында Баязит тигән кешегә ҡушылған)
  • Балта (Роберт исемле кешегә тағылған ҡушамат. Ҡарттаһы ейәненең ят исемен дөрөҫ әйтә алмай, Роберт урынына «рубит» тип әйткән… утын ҡырҡыу ҡоралы — «балта»).

Бынан тыш тотош айырым фамилияларға ҡарата мәсекәйҙәр, кәкүктәр ҡушаматы ла булған.

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. 1 2 Башҡорт Үргене // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Справочник 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 1.
  6. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // (unknown type)Китап, 2018. — т. 2.
  7. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 3.
  8. 1 2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // (unknown type)Китап, 2018. — Т. 4.
  9. http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls
  10. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  11. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  13. Солтанбаев Юлай. Йәш быуын олуғ шәхестәрҙе белеп үҫһен. Башҡортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2019.
  14. Башҡортостан — әүлиәләр иле./ Солтанбаев Ю. В. Әхмәтбаҡый хәҙрәт, 120—123 бб. Өфө: Китап, 2012
  15. Память народа. Сводная информация. Култаев Зайнетдин Бакеевич

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә