Айыҡ ауыл
Тарихы
2010 йылдың 4 декабрендә республикала «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте рәсми теркәлә. Уның тәү сираттағы маҡсаттары халыҡ араһында айыҡ тормошто киң пропагандалау һәм алкоголь менән тәмәкене һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу була[1]. 2011 йылда хәрәкәт инициаторҙары (Роберт Дәүләтшин, Марат Абдуллин[2], Ренат Зәйнуллин[3]) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, «Башҡортостан» ТРК ДУП-ы, «Киске Өфө» гәзите менән берлектә «2011 йылдың айыҡ ауылы» конкурсын ойоштора. Һуңынан был эшкә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары редакциялары, ҡала-район хакимиәттәре ҡушыла.
2011 йылда конкурста 41 муниципаль райондан 99 ауыл ҡатнаша, уларҙың 30-ы финалға сыға. Салауат районының — Көҫәпәй, Әбйәлил районының Ҡырҙас, Йылайыр районының Ишбулды ауылдары еңеүсе була[4].
«2011 йылдың айыҡ ауылы» конкурсы халыҡ-ара резонанс тыуҙыра һәм йәмәғәт хуплауы таба. Конкурс барышын федераль киң мәғлүмәт саралары яҡтырта, Россия, ТВЦ, НТВ, РЕН-ТВ, МИР телеканалдары, «Московский комсомолец», «Московские нвоости», «Российская газета» гәзиттәре, «Регнум» мәғлүмәт агентлығы һәм башҡалар яҡтырта[4].
2013 йылда республика Хөкүмәте проектҡа дәүләт әһәмиәте биреү өсөн уны үҙ ҡанаты аҫтына ала, конкурсты башлаусылар унан ситләтелә[5].
2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелә[6].
Еңеүселәр
2023 йыл
Приз фонды — 50 миллион тирәһе. Иң ҙур суммаға — 6 миллион һумға эре ауылдар номинацияһы еңеүсеһе лайыҡ була, башҡа еңеүселәргә ауылдың ҙурлығына ҡарап, 5, 4, 3 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырыла. Бынан тыш, беренсе тапҡыр, финалға үтеп тә еңеүсе булмаған барлыҡ ауылдарға 200 мең һум күләмендә дәртләндереү премияһы бирелә[7].
Эре ауылдар номинацияһы
I урын — Бөрйән районы, Байназар ауылы
II урын — Иглин районы, Ҡалтыман ауылы
III урын — Учалы районы, Сәфәр ауылы.
Ҙур ауылдар номинацияһы
I урын — Йәрмәкәй районы, Әбделкәрим ауылы
II урын — Салауат районы, Әлкә ауылы
III урын — Яңауыл районы, Байғужа ауылы.
Уртаса ауылдар номинацияһы
I урын — Хәйбулла районы, Оло Әбеш ауылы
II урын — Ауырғазы районы, Степановка ауылы
III урын — Тәтешле районы, Сорғолдо ауылы.
Бәләкәй ауылдар номинацияһы
I урын — Асҡын районы, Төлгөҙбаш ауылы
II урын — Саҡмағош районы, Иҫке Ихсан ауылы
2022 йыл
Приз фонды — 40 миллион һум. Иң ҙур суммаға — 6 миллион һумға эре ауылдар номинацияһы еңеүсеһе лайыҡ була, башҡа еңеүселәргә ауылдың ҙурлығына ҡарап, 5, 4, 3 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырыла[8].
Эре ауылдар номинацияһы
I урын — Дүртөйлө районы, Мәскәү ауылы
II урын — Тәтешле районы, Иҫке Күрҙем ауылы
III урын — Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы.
Ҙур ауылдар номинацияһы
I урын — Күгәрсен районы, Бикбулат ауылы
II урын — Хәйбулла районы, Әбүбәкер ауылы
III урын — Мәләүез районы, Смаҡ ауылы.
Уртаса ауылдар номинацияһы
I урын — Йәрмәкәй районы, Бекетов ауылы
II урын — Белорет районы, Олойылға ауылы
III урын — Бөрйән районы, Исламбай ауылы.
Бәләкәй ауылдар номинацияһы
I урын — Көйөргәҙе районы, Кинйәабыҙ ауылы
II урын — Ғафури районы, Оло Үтәш ауылы
2021 йыл
Приз фонды — 40 миллион һум. Иң ҙур суммаға — 6 миллион һумға эре ауылдар номинацияһы еңеүсеһе лайыҡ була, башҡа еңеүселәргә ауылдың ҙурлығына ҡарап, төрлө күләмдәге сертификаттар тапшырыла[9].
Эре ауылдар номинацияһы
I урын — Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы
II урын — Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы
III урын — Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы.
Ҙур ауылдар номинацияһы
I урын — Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы
II урын — Асҡын районы, Солтанбәк ауылы
III урын — Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы.
Уртаса ауылдар номинацияһы
I урын — Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы
II урын — Шаран районы, Йәрәмкә (Шаран районы) ауылы
III урын — Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы.
Бәләкәй ауылдар номинацияһы
I урын — Йылайыр районы, Сәләх ауылы
II урын — Күгәрсен районы, Сәлих ауылы
2020 йыл
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров конкурстың приз фондын 10 тапҡырға арттырырға тәҡдим итә һәм дөйөм фонд 40 миллион һумға етә. Беренсе урын алыусылар — 5, икенсе урындағылар — 3, өсөнсө урындағылар 2-шәр миллион һумға эйә була[10].
Конкурс барышында алкоголь һатыуҙан баш тартҡан магазиндар һаны 350-гә етә.
Эре ауылдар номинацияһы
1-се урын — Учалы районы Илсе ауылы
2-се урын — Өфө районы Шамонин ауылы
3-сө урын — Тәтешле районы Шулған ауылы
Ҙур ауылдар номинацияһы
1-се урын — Күгәрсен районы Исем ауылы
2-се урын — Бөрө районы Бахтыбай ауылы
3-сө урын — Әбйәлил районы Таштимер ауылы
Уртаса ауылдар номинацияһы
1-се урын — Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы
2-се урын — Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы
3-сө урын — Бөрйән районы Берәтәк ауылы
Бәләкәй ауылдар номинацияһы
1-се урын — Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы
2-се урын — Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы
2019 йыл
1-се урын — Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы
2-се урын — Баймаҡ районының Йылым ауылы
3-сө урын — Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы[11].
2014 йыл
2103 йыл
Конкурс матбуғат сараларында
- В Башкирии выходит в финал республиканский этап конкурса «Трезвое село-2021 года». Информационное агентство «Башинформ», 31 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2022)
- АУЫЛДАР, БӘЙГЕГӘ!
- ӘБДЕЛМӘМБӘТ ГӨР КИЛӘ…
- «Айыҡ ауыл» беҙҙе бер ғаиләләй тупланы"
- Еңеү түгел, тормош өсөн көрәш
- ЯҠШЫНЫҢ ЭСКӘНЕ - ҺЫУ БУЛЫР, ЯМАНДЫҢ ЭСКӘНЕ ЫУ БУЛЫР...
- «Айыҡ ауыл» конкурсы Тыва Республикаһында иғлан ителгән[13].
- Яҡутстанда 188 ауыл алкоголдән баш тартҡан[14].
- Свердловск өлкәһендә айыҡ ауыл конкурсы 2015 йылдан алып үткрелә[15].
- Саха, Башҡортостан, Сыуашстан, Удмурт Республикаларында, Свердловск өлкәһендә үткән «Айыҡ ауыл» конкурстары нигеҙендә тикшеренеү һөҙөмтәләре[16].
- БЕР АЛДАҠ ТАРИХЫ
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Башкирии учреждено общественное движение против алкоголизма
- ↑ Яҡташтар тип йән атыусы изге йән
- ↑ КӨНӨНӘ ИКЕ МЕҢ КЕШЕ... эсеп үлә
- ↑ 1 2 ПОДВЕДЕНЫ ИТОГИ КОНКУРСА «Трезвое село 2011 года»
- ↑ Башкирия: почему «Трезвое село» погрязло в бюрократии
- ↑ Трезвое село - 2020 2020 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 В Уфе наградили победителей республиканского конкурса «Трезвое село»
- ↑ 1 2 Радий Хабиров вручил награды победителям республиканского конкурса «Трезвое село 2022 года»
- ↑ 1 2 В Уфе наградили победителей республиканского конкурса «Трезвое село 2021 года»
- ↑ 1 2 Радий Хабиров наградил победителей и призеров республиканского конкурса «Трезвое село»
- ↑ Трезвое село — 2019
- ↑ В Башкирии определили победителей конкурса «Трезвое село-2013»
- ↑ В Туве учредили конкурс «Трезвое село»
- ↑ Трезвость — норма жизни. В Якутии 188 сел отказались от алкоголя
- ↑ Количество участников епархиального конкурса «Трезвое село» растет
- ↑ Территории трезвости: — Исследовательская группа ЦИРКОН