Әбүбәкер

Әбүбәкер (рус. Абубакирово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 640 кеше[2]. Почта индексы — 453809, ОКАТО коды — 80255850002. Ауыл Ташлы йылғаһы буйында урынлашҡан.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 640 307 333 48,0 52,0

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Фёдоровка): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 74 км

Ауыл тарихы

Әбүбәкер Хоҙайназаров 1771 йылда тыуған, есаул (1816 йылдағы ревизия буйынса Аҡназар ауылында йәшәгән) хаҡлы ялға сыҡҡас, йәйләү ерҙәрендә яңы ауыл нигеҙләргә рөхсәт ала. Әбүбәкерҙең улдары Ғәбделмөмин һәм Ғәбделхаҡим уның менән бергә иң тәүге күскенселәр була. Тағы ла уның ағаһы хаҡлы ялдағы йөҙ башы Ҡалмағол Хоҙайназаровтың балалары, Ҡаҙырша ауылынан Билаловтар; Ҡолсомбай ауылынан Сынбулатов менән Балдыбаевтар. Артабан Һыҙғы ауылынан Әлибаев һәм Аҡиловтың ғаиләләре күсеп килә. 1859 йылда Әбүбәкер ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән кантоны Хәйбулла ауыл общинаһының 4-се йортона инә.

1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 26 йорт хужалығы иҫәптә була һәм 190 кеше йәшәгән. Ауылда йәшәүселәр араһында: Фәтхулла, Ғәбделсәлих, Рәхимулла, Юлмөхәмәт Хоҙайназаров; Мөхәмәтҡулы Балдыбаев; Абдулнасип, Баймөхәмәт, Әлмөхәмәт, Рахматулла Синбулатов; 1786 йылғы Байсар Билалов улдары менән. Теүәлбай Аҡназаров менән Ғәлиҙең улдары Аҡназаровтар, Хәсән менән Хөсәйен Теүәлбаев тип яҙыла. 1859 йылда Хөсәйен Теүәлбаев ауыл старостаһы була.[3]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ауыл тураһында ошондай яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, No 773 Абубакирово ауылы, Турат йылғаһы эргәһендә, иҫке һыҙыҡлы тракттың уң яғында һәм Орскиҙан Үрге Уралға тиклем һул почта тракты араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡаласығынан 107 верста алыҫлыҡта, стан ҡаласығынан 57 верста, хужалыҡтар һаны 28, йәшәүселәр һаны: ирҙәр 91 кеше, ҡатын-ҡыҙҙар 88 кеше.[4]

Урамдары

  • Ашҡаҙар урамы (рус. Ашкадарская (улица))
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. З.Валиди (улица))
  • Мәжит Ғафури урамы (рус. М.Гафури (улица))
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))
  • Ташлы урамы (рус. Ташлы (улица))
  • Юрий Гагарин урамы (рус.  Ю.Гагарина (улица)).[5]

Матбуғатта

Сайттар

  • Әбүбәкер ауылының күп функциялы клубы[7]

Видеояҙмалар

  • Әбүбәкер[8]
  • Әбүбәкер ауылында Яңы йыл. 2017 йыл[9]

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә