Юлбарыҫ (Хәйбулла районы)

Юлбарыҫ (рус. Юлбарсово), Иҫке Юлбарыҫ рус. Старое Юлбарсово) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 326 кеше булған[2]. Почта индексы — 453816, ОКАТО коды — 80255835005.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 326 169 157 51,8 48,2

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (100 %) йәшәй[3].

Географик урыны

Ерәнағас йылғаһы буйынса урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 87 км

Ауыл тарихы

1816 йылда Һабыр ауылында йәшәүсе Күсәрбай Байғужин Туғалы, Ишәле, Нәрәле улдары; 1750 йылғы, йорт старшинаһы зауряд йөҙбашы Юлбарыҫ Күсәрбай улы Таймаҫов, Башҡорт ғәскәренең баш командующийының 1853 йылдың 14 июнендәге 4871-се бойороғо нигеҙендә Иҫке Юлбарыҫ ауылына нигеҙ һалғандар. Һуңыраҡ ошо ауылда йәшәүселәрҙән Яңы Юлбарыҫ ауылы барлыҡҡа килгән. 1859 йылғы ревизия материалдары буйынса ауылда 26 йорт иҫәпләнгән һәм 172 кеше йәшәгән. Улар араһында үрҙә һанап кителгәндәре менән, ауылда Ғәбделвәлит Нурғәли улы Байғужин (1801 йылғы), уның улы Әбделғәфәр, 1828 йылғылар, урядник; Ямалетдин Байғужин; Ғәлиәхмәт Таймаҫов; Юлбаристың улдары - Ғәбделлатиф, Шәрәфетдин, Ғәбделғафар.

1889 йылда ауылда 41 йортта 264 кеше, 1919 йылда 66 йортта 371 кеше иҫәпләнгән, 1940 йылда Иҫке һәм Яңы Юлбарыҫ ауылдарында 30-ҙан ашыу ихата булған һәм 240 самаһы кеше иҫәпләнгән. Иҫке Юлбарыҫ ауылы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң юҡҡа сыҡҡан. 1989 йылда Юлбарыҫ ауылында 74 йорт һәм 269 кеше иҫәпләнгән.[4]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта түбәндәге яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, №777 Юлбарсово ауылы. Иҫке һыҙат трактының уң яғы менән Орск ҡалаһынан алып Верхнеурал ҡалаһына тиклем һул почта юлы араһында Ерәнағас йылғаһы буйында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан алыҫлығы 115 саҡрым, стан фатирынан 65 саҡрым, ихаталар һаны 28, халыҡ һаны: ирҙәр 91, ҡатын-ҡыҙҙар 79 кеше..[5]

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Ә. Вәхитов урамы (рус. улица А. Вахитова)
  • Ерәнағас урамы (рус. улица Еранагас)
  • З. Вәлиди урамы (рус. улица З. Валиди)
  • Ю. Иҫәнбаев урамы (рус. улица Ю. Исянбаева)

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009'. Excel форматында ҡушымта 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.  (рус.)
  4. Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
  5. Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.
  6. Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-243-6  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2024)

Тема буйынса өҫтәмә