1-се Мырҙа

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
1-се Мырҙа
1-се Мырҙа
52°18′53″ с. ш. 58°12′55″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Хәйбулла районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Рәсми тел урыҫ теле и башҡортса‎
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453803
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 255 845 003
ОКТМО коды 80 655 445 121

1-се Мырҙа (Рәсәй)
1-се Мырҙа
1-се Мырҙа (Башҡортостан Республикаһы)
1-се Мырҙа

1-се Мырҙа (рус. 1-е Мурзино) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 222 кеше[2]. Почта индексы — 453803, ОКАТО коды — 80255845003.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 222 120 102 54,1 45,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 61 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Өфө): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 76 км
  • Гәрәев (урамы) — рус.  Гареева (улица)
  • Ғафури (урамы) — рус.  Гафури (улица)
  • Зәки Вәлиди (урамы) — рус.  Заки Валиди (улица)
  • Еңеү урамы) — рус.  Победы (улица)
  • Салауат Юлаев (урамы) — рус.  С.Юлаева (улица)[3]
  • Билалова Шәрифә Абдулхаҡ ҡыҙы — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» почетлы исеме кавалеры (1996).
  • Ильясов Таһир Ғәзизйән улы — полиция подполковнигы, «Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре» почетлы билдәһе эйәһе (2007).
  • Рыскилдин Бүләк Ямалетдин улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974).

Административ-территориаль ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға 1834 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал улусының 6-сы Башҡорт кантоны Бөрйән волосы Исмаҡай ауылы башҡорттары нигеҙ һалған. Ул Исмаҡай ауылында йәшәүсе беренсе күскенсе Мырҙа Иҙрисов (1774 йылда тыуған) хөрмәтенә аталған. Ауыл Тау аҫты Бөрйән исеме аҫтында яҙып алынған.

1859 йылда Мурҙа ауылы Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙе 4-се Башҡорт кантоны 7-се йорт Йомаш ауыл йәмғиәте составына инә. 1866 йылда — Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Түңгәүер улусы Абдулнасир ауыл йәмғиәте составында, 1885—1917 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең 1-се Бөрйән улусы составында, 1917 йылдың декабре — 1919 йылдың 20 марты — Кесе Башҡортостандың 1-се Бөрйән-Түңгәүер кантоны составында, 1919 йылдың 20 марты — 1922 йылдың 14 июне — Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы составында, 14 июнь, 1922 йыл — 5 октябрь 1922 йыл — Башҡорт АССР-ының Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы составында, 1922 йылдың 5 октябре — 1923 йылдың 10 феврале — Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны 1-се Бөрйән улусы составында, 1923 йылдың 10 феврале — 1926 йылдың сентябре — Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Юлыҡ улусының Йомаш ауыл Советы составында, 1926—1930 йылдың 20 авгусы — Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Ишмырҙа ауыл Советы составында, 1930 йылдың 20 авгусы — 1937 йылдың 20 марты — Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Абдулнасир ауыл Советы составында, 1937 йылдың 20 марты — 1952 йыл — Башҡорт АССР-ының Матрай районы Әбделнасыр ауыл Советы составында, 1952 — 4 июль 1956 — Матрай районының Абдулнасир ауыл Советы составында (үҙәге — Үрге Исмаҡай), 1956 йылдың 4 июленән әлеге көнгә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Өфө ауыл Советы составында.

1930 йылда 1-се Мырҙа ауылы Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Таналыҡ улусының Фрунзе ауыл хужалығы артеленә инә (колхоз үҙәге — Ишмырҙа ауылы), 1956—1993 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы «Матрай» совхозы составында. 1993—2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы «Матрай» совхозы составында, 2001—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы «Матрай» МСП-һы составында.

Хужалыҡ тарихынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1925—1926 йылдарҙа 1-се Мырҙа ауылының ҡоро ер майҙаны 7305 гектар тәшкил итә, уларҙың 4325 гектары уңайлы, уңайһыҙы — 2980 гектар. 1930 йылдың март—июнь айҙарында бойҙай 43,05, һоло — 10,80, арпа һәм тары — 4,30, картуф — 0,45 гектарҙа сәселә. Бөтәһе 583 эре мөгөҙлө мал була. Түбәндәге ауыл хужалығы инвентары булған: бер төрәнле һабандар — 7 дана, күп төрәнле һабандар — 1, ағас тырмалар — 24, сапҡыстар — 3, тырмалар — 3, сепараторҙар — 3.

Халыҡ иҫәбе һәм үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1834 йылда 16 йортта 114 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 224 кеше (114 ир-ат һәм 110 ҡатын-ҡыҙ енесе), 1865 йылда — 67 ир-ат, 1866 йылда — 44 йортта 221 кеше (113 ир-ат һәм 108 ҡатын-ҡыҙ енесе), 1885 йылда — 41 йортта 328 кеше, 1891 йылда — 64 342 кеше (188 ир-ат һәм 75 ҡатын-ҡыҙ).

ХХ быуат башынан 2 Мырҙа ауылы теркәлгән: 1900 йылда 1-се Мырҙа ауылында 18 йортта 105 кеше йәшәгән, 1915 йылда — 28 йорт, 1917 йылда — 42 йортта 185 кеше, 1925 йылдың сентябрендә — 29 йортта 135 кеше, 1926 йылда — 29 йортта — 302 кеше, 1929 йылда — 32 йортта 175 кеше, 1930 йылда — 32 йортта 186 кеше (яңғыҙ хужалар — 25 йортта 112 кеше), 1939 йылда — 237 кеше (110 ир-ат һәм 127 ҡатын-ҡыҙ), 1961 йылда — 278 кеше, 1969 йылда — 321 кеше, 2007 йылда — 209 кеше, 2011 йылда — 213 кеше.

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)