Аҡъяр (Хәйбулла районы)

Аҡъяр (рус. Акъяр) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6941 кеше булған[3]. Ауыл аша Орск — Сибай — Магнитогорск автомобиль юлы үтә. ОКАТО коды — 80255815000.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 6941 3265 3676 47,0 53,0

Ауыл тарихы

Ҡуcҡар ауылы халҡы Ташлы йылғаһы тамағында элекке йәйләү ерҙәрендә бер-береһенән алыҫ булмаған өс утарға нигеҙ һала: Биребаш, Шыҡыр, Кутанай. 1834 йылда Ырымбур губернаторы В. А. Перовскийҙың тораҡ пункттарҙы эреләтеү тураһында бойороғо сыға. Ошо бойороҡ нигеҙендә Ташлы йылғаһы буйынан өс утар бөгөнгө Аҡъяр урынына күсерелә. Күсенеүҙе әүҙем ойоштороусыларҙың береһе отставкалағы старшина аҡһаҡал Хәйбулла Уралов (1781—1852) була. Яңы урынға тәүгеләрҙән булып 1843 йылда Ғәбделйәлил Юлдашбаев күсеп ултыра. 1848 йылдан алып ауыл тулы ҡанлы тормошо менән йәшәй. 1850 йылда ауылда 26 йортта 180-дән ашыу кеше иҫәпләнгән. Был ауылда йәшәүсе ҡайһы бер кешеләрҙе билдәләп үтергә мөмкин: Ишкилде, Ғәйетҡолдо, Кейепҡолды, Һағынбай Күсәковтың улы Шәмғол; отставкалағы урядник 4-се тирмә старшинаһы ярҙамсыһы Ғәли Байғусҡар улы Йәғәфәров (1793 йылғы), уның улдары: урядник Исмәғил, Хәсән, Ғүмәр, Абдулла, Арыҫланғәли; Йәнгелде Байғусҡар улы Йәғәфәров, уның улдары: Мөхәмәтҡунафиә, Рахманғол, Мирзағәли; Яҡуп Байғусҡаров; Хөсәйен Дәүләтбаев; «ауыл башлығы» Ибраһим Юламан улы Дәүләтбаев.

1859 йылда Хәйбулла ауылы Ырымбур өйәҙе 4-се башҡорт кантоны 4-се Үҫәргән йортона ингән, ауылда 79 йорт һәм 552 кеше иҫәпләнгән.[4]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ошондай яҙыу бар: «Орский уезд, 2-й стан, № 773 дер. Хайбуллина (Акзярь), башк., расположена у р. Таналык, между правой стороной старо-линейного тракта и левой почтового тракта из г. Орска в г. Верхнеуральск. Расстояние от уездного города 92 версты, от становой квартиры 39 верст, число дворов 76, число жителей: муж. 273, жен. 246. В деревне имеется мечеть.»[5]

Йылына ике тапҡыр Хәйбулла ауылында йәрминкәләр үткәрелгән: тәүгеһе 20-28 февралдә, икенсеһе 10-16 ноябрҙә. 1881 йылда ауылда 104 йорт һәм 936 кеше, 1897 йылда 172 ихата һәм 1000-дән ашыу кеше иҫәпләнгән.

4-се Үҫәргән улусында 64 ауыл булған, шуларҙың 34-е башҡорт ауылы. Быуат башында халыҡ артҡан, шуға күрә 4-се Үҫәргән улусын 4 улусҡа бүлгәндәр:

  1. 4-се Үҫәргән улусы (үҙәге Һабыр ауылы)
  2. 2. Федоровка улусы
  3. 3. Һамар улусы
  4. 4. Хәйбулла — Үҫәргән улусы

1917 йылда Аҡъяр ауылында 309 йорт һәм 1579 кеше иҫәпләнгән.

1926 йылда Хәйбулла-Үҫәргән улусында 41 ауыл иҫәпләнә, уға Һамар улусынан 5 ауыл һәм Түңгәүер улусынан 20 ауыл беркетелә. Бындай составта Хәйбулла улусы (Үҫәргән һүҙе яҙылмаған) 1930 йылға тиклем булған. 1930 йылдың авгусында Хәйбулла районы ойошторола. Уға Хәйбулла улусы һәм 4-се Үҫәргән (Һабыр) улусының 120 ауылы инә. Аҡъяр ауылы район үҙәгенә әйләнә.[4]

Билдәле шәхестәре

Рәсемдәр

Иҫкәрмәләр

  1. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Городецкая И.Л., Левашов Е.А. Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 24. — 363 с. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. 1 2 Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., № 9. Стр. 18-42.
  5. Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.
  6. Газета «Хайбуллинский вестник», 18 июля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2024)
  7. Житель Башкирии Фатхулла Юламанов отметил 101-й день рождения. ИА «Башинформ», 15 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2024)
  8. Муниципальное бюджетное учреждение «Архив городского округа город Кумертау Республики Башкортостан». Официальный сайт. Путеводитель по фондам: Мурзагильдина Клара Газизовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2018)

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., № 9. Стр. 18—42.
  • Кусимова Т. Х., Биккулова С. А. Башкирские имена. — Уфа: Башкирское издат-во «Китап», 2001. — 224 с.
  • Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с.

Һылтанмалар

Ошибка Lua в Модуль:Navbar на строке 12: Invalid title Башҡорттар һаны буйынса Рәсәй тораҡ пункттары.

Тема буйынса өҫтәмә