Байғусҡар

Байғусҡар (икенсе атамаһы Тиргәмеш; рус. Байгускарово) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 544 кеше булған[2]. Почта индексы — 453810, ОКАТО коды — 80255823001.

Географик урыны

Башкортостан, Хайбуллинский район, с.Байгускарово.jpg
  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 28 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 86 км

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 544 268 276 49,3 50,7

Ауылдың тарихы

1816 йылда Һаҡмар йылғаһы үҙәнендәге Аҡназар ауылы халҡы яңы Ҡускар ауылына нигеҙ һалған. Ауыл Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантоны сержанты Һағынбай Күҫәков ҡарамағында булған.

Беренсе күсеп ултырыусыларҙың исемдәре билдәле: Һағынбай Күҫәков, уның улы Ишкилде 1799 йылғы, Иҙелбай Күҫәков 1754 йылғы улы Ғүмероҙон менән, Байғусҡар Йәғәфәр улы Мағашев (ауыл уның исеме менән атлған), 1749 йылға йорт сотнигы.

Уның атаһы Мағаш Пугачев ихтилалында ҡатнашыусы. Байғускарҙың улдары: Йәнгилде 1782 йылда тыуған, Ғәли 1789 йылғы, Йосоп 1790 йылда тыуған, Яҡуп 1794 йылда тыуған. Аралбай Дәүләтбаев 1765 йылда указлы мулла булған. Уның улдары: Ғәбделғәни, Ғәбделнасир, Әхмәт; Ҡыҙы Гөлзифа;Юламан һәм Ғөбәйҙулла Дәүләтбаевтар; Ишмөхәмәт Аллағолов, уның улы Йәнүҙәк 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк була; шулай уҡ Нураевтар, Баҡтыбаевтар, Үҙәнбаевтар, Солтангужиндар, Туснәковтар, Тулҡыбаевтар, Юлдашбаевтар. Ҡуҫҡар ауылы халҡы тағы өс ауылға нигеҙ һала: Хәйбулла, Ҡаръян һәм Байғусҡар. Ә Ҡусҡар ауылы хәҙер бөткән.[5]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ошондай яҙма бар: Орский өйәҙе, 2-се стан, No 774 дер. Байгучкарова (Дергамыш, Байкачкарова), Дергамыш йылғаһы эргәһендә, иҫке һыҙыҡлы тракттың уң яғынан һәм Орскиҙан Верхнеуралға тиклем һул почта тракты араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡаласығынан алыҫлығы — 152 верста, стан фатирына тиклем 52 верста, ихаталар һаны — 48, халыҡ һаны: ирҙәр 116 кеше, ҡатын-ҡыҙҙар 120 кеше. Ауылда мәсет бар.[6]

Урамдары

  • Гагарин урамы, (рус. улица Гагарина)
  • Тиргәмеш урамы, (рус. улица Дергамыш)
  • Зәки Вәлиди урамы, (рус. улица Заки Валиди)
  • Йәштәр урамы, (рус. улица Молодежная)
  • Йылға буйы урамы, (рус. улица Речная)
  • Салауат Юлаев урамы, (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Шайморатов урамы, (рус. улица Шаймуратова)
  • Юбилей урамы, (рус. улица Юбилейная)[7]

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Служба семьи в Хайбуллинском районе. Служба семьи в Хайбуллинском районе (23 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  4. Лейла Аралбаева. Владимир Путин подписал указ о награждении жителей Башкирии госнаградами. ИА Башинформ (29 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  5. Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
  6. Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.
  7. ОКАТО - ОКТМО

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә