Доцент

Доцент (лат. docens (docentis); рус. «обучающий»; башҡ. «уҡытыусы») – башлыса юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының[1] (һирәгерәк — ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең) ғилми исеме. Улар университет лекторҙары функцияларын йәки үҙ кимәлендәге башҡа педагогик эш башҡара; Бер үк ваҡытта вуздарҙа вазифа атамаһы. 2016/2017 уҡыу йылы башына Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорттарында һәм фәнни-белем биреү ойошмаларында доцент дәрәжәле 94,6 мең хеҙмәткәр эшләгән[2]. Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә доценттар әле генә хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған уҡытыусыларҙан (ассистенттарҙан) юғарыраҡ һәм профессорҙарҙан түбәнерәк ҡуйыла. Ғәмәлдә доцент вазифаһын фән кандидаты ғилми дәрәжәһен алған белгес биләй.

Рәсәйҙә доценттар

Рәсәй Федерацияһында «доцент» термины менән түбәндәгеләр билдәләнә: а) юғары уҡыу йортоноң йә ғилми-тикшеренеү институтының ғилми-педагогик хеҙмәткәре ғилми исеме; б) юғары уҡыу йортонда уҡытыусы вазифаһы. Ошондай уҡ икеләтә аңлатма профессор төшөнсәһенә лә ҡағыла. Дәрәжә биреүҙең билдәле бер тәртибе[3][4] һәм белгестәрҙе доцент вазифаһына ҡабул итеүҙең ғәмәлгә ингән традициялары бар.

Рәсәй Федерацияһында доцент ғилми исеме

undefined

«Доцент» ғилми исеме дәүләт аккредитацияһы булған юғары һөнәри белем биреү учреждениеларында педагогик эш алып барған йә дәүләт фәндәр академияһы учреждениеларын эшләүсе һәм ғилми хеҙмәттәре булған ғалимдарға бирелә. Минималь формаль талаптар: кандидатлыҡ дәрәжәһе, 20 уҡыу баҫмаһы һәм ғилми хеҙмәт, биш йыл ғилми-педагогик стаж, шул иҫәптән юғары уҡыу йорто доценты йәки ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаһында 2 йыл стаж (кәм тигәндә 0,25 ставкаға). Һуңғы өс йылда өс ғилми хеҙмәт һәм ике уҡыу әсбабы булырға тейеш. Аныҡ талаптар ҡарарҙа һанап кителгән[3]. Сәнғәт эшмәкәрҙәре, физик культура һәм спорт белгестәре өсөн айырым ҡағиҙәләр ғәмәлдә[3].

Доцент дәрәжәһе билдәле бер һөнәрҙәр буйынса бирелә. «Доцент» һүҙе «ниндәйҙер һөнәр буйынса доцент» титулының тулы атамаһының дөйөм ҡабул ителгән ҡыҫҡартылған варианты булып ҡабул ителгән (мәҫәлән: «биохимия һөнәре буйынса доцент»), был уның эшмәкәрлек өлкәһен күрһәтелә. Доцент ғилми исеме Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы (Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы) тарафынан юғары уҡыу йортоноң йәки ғилми учреждениеның ғилми советы тәҡдим иткән аттестация документтары буйынса бирелә. Доцент аттестатын биреү тураһында бойороҡтар юғары аттестация комиссияһы сайтында баҫыла)[5].

Рәсәйҙә «доцент» исеме (башҡа ғилми исемдәр кеүек үк) ғүмерлеккә бирелә һәм эш алмаштырғанда, эштән бушатылғанда, хаҡлы ялға сыҡҡанда ул һаҡлана. Ғилми исем биреү кешенең конкрет ғилми-педагогик вазифаға тап килеүен иҫбатлауын, унда эшләүен һәм бер нисә формаль шартты үтәүен документлаштыра. Дәрәжәнән мәхрүм итеү уның яңылыш бирелеү факты асыҡланған осраҡта ғына булыуы мөмкин[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Словарь иностранных слов, 1984, с. 174
  2. Федеральная служба государственной статистики (Росстат). Российский статистический ежегодник (стр. 194, табл. 7.30: «Численность профессорско-преподавательского персонала в образовательных организаций высшего образования и научных организациях…»), ISBN 978-5-89476-440-5 (2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2018. Архивировано 26 август 2018 года.
  3. 1 2 3 4 Постановление Правительства Российской Федерации от 10 декабря 2013 г. N 1139 г. Москва "О порядке присвоения ученых званий" [см.: Критерии присвоения ученого звания доцента (п. 11); О статусе ранее присвоенных званий старшего научного сотрудника и доцента по кафедре (преамбула п. 2), Критерии для профессоров (п. 9); Присвоение званий работникам искусства и спорта (разд. III-IV); Лишение ученых званий (разд. VII)]. Российская Газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2013. Архивировано 21 август 2014 года.
  4. Райзберг Б. А. Учёные степени и звания: кто есть кто. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2013. Архивировано 3 ноябрь 2016 года.
  5. Сайт ВАК: приказы о выдаче дипломов, аттестатов и свидетельств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 27 май 2014 года.

Әҙәбиәт

  • Большая Советская Энциклопедия / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 3-е. — М.: Советская Энциклопедия, 1931. — Т. 23. — С. 362. — 592 с.
  • Доцент // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Менцин Ю. Л. ДОЦЕНТ // Императорский Московский университет: 1755—1917: энциклопедический словарь / составители А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 222. — 894 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
  • Словарь иностранных слов. — М.: Русский язык, 1984. — С. 174. — 608 с.

Ссылки

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар