Профессор
Профессор «(лат. professor» — «остаз») [1] ғилми хеҙмәткәр һәм уҡытыусы вазифаһы йәки ғилми дәрәжә[2].
Рәсми статусы XVI быуаттан билдәле, беренсе тапҡыр Оксфорд университетында ҡулланылған[3].
Хәҙерге Рәсәйҙә профессор — уҡыу йортоноң һәм уның структур берәмектәре етәкселәре булған ректор, факультет деканы һәм кафедра мөдирҙәрен иҫәпләмәгәндә, һәр төр юғары уҡыу йортондағы иң юғары педагогик позиция. Тәүгеләр үҙҙәре лә уҡытыусы-профессорҙар составына ҡарай.
Стандарт күҙлектән алғанда, профессор — университет йә институттың юғары компетентлы уҡытыусыһы һәм бер үк ваҡытта фәндең йәки сәнғәттең ниндәйҙер бер өлкәһендә эксперт булған ғалим. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер илдәрҙә «профессор» һүҙе үҙенең элекке латин телендәге киң мәғәнәһен һаҡлап ҡалған һәм теләһә ниндәй уҡыу йортондағы бөтә уҡытыусыларға ҡарата ҡулланыла[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Словарь иностранных слов, 1984, с. 407
- ↑ 1 2 Термин «профессор» в различных словарях. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2016. Архивировано 30 октябрь 2016 года.
- ↑ Профессор — Большой Энциклопедический словарь. 2000.
Әҙәбиәт
- Украинский педагогический словарь. — К. : издательство Лыбедь, 1997. (укр.)
- Словарь иностранных слов. — М.: Русский язык, 1984. — С. 407. — 608 с.
Һылтанмалар
- М. Соколов. Академические карьеры профессоров, Polit.ru, 22 декабря 2015.
- К. Губа, Т. Зименкова, М. Сафонова, С. Чуйкина, М. Соколов. Как становятся профессорами: академические карьеры, рынки и власть в пяти странах. — М.: Новое литературное обозрение, 2015. — 832 с. — ISBN 978-5-4448-0280-9.
- Энциклопедия Петришуле: Позднеева, Любовь Дмитриевна
- Этика профессора. Опыт коллективной рефлексии: коллективная монография / под ред. В. И. Бакштановского; сост. М. В. Богданова. — Тюмень: ТИУ, 2020. — 232 с. — (Серия «Библиотека журнала ‟Ведомости прикладной этики»". Выпуск 2). ISBN 978-5-9961-2380-3