Билалов Вәлиулла Мөхәрләм улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиулла Мөхәрләм улы Билалов
Тыуған көнө 1883({{padleft:1883|4|0}})
Тыуған урыны
Вафат көнө 1941({{padleft:1941|4|0}})
Вафат урыны Коми АССР-ы, Ухта ҡасабаһы
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Вәлиулла Мөхәрләм улы Билалов (18831941) — мәғрифәтсе.

Билалов Вәлиулла Мөхәрләм улы 1883 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы) Әбүбәкер ауылында тыуған.

Ҡарғалы (Сәйет биҫтәһе) ауылы, Бохара (1913 йылда) һәм Троицк ҡалаларының мәҙрәсәләрен тамамлай.

Беренсе донъя һуғышында һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1920 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Һабыр улусы мәктәптәрендә уҡыта.

1930 йылдан шул уҡ кантондың Аҡъяр ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Билалов етәкселеге менән Хәйбулла районында совет тибында күп кенә мәктәптәр асыла, район халыҡ мәғариф системаһы үҫешенә өлөш индерә.

1933 йылда репрессияға тарттырыла, һөргөнгә ебәрелә. 1941 йылдың октябрендә Коми АССР-ының Ухта ҡасабаһында аттырыла. 1989 йылда аҡлана.