Ҡасҡынова Гөлнур Нуриман ҡыҙы

Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова (рус. Гульнур Нуримановна Каскинова; 1976 йылдың 12 апреле, Әбүбәкер, Башҡорт АССР-ы) — әҙәбиәт белгесе-ғалим, йәмәғәтсе. 2005 йылдан Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы, 2012 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы[1]. 2021 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2007), доцент (2012).

Биографияһы

Ҡасҡынова (ҡыҙ фамилияһы Билалова) Гөлнур Нуриман ҡыҙы 1976 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының[2] Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында тыуған.

1993 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһын тамамлай һәм шул уҡ йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы һөҙөмтәләре нигеҙендә (башҡорт мәктәптәре араһында I урын) имтиханһыҙ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт бүлегенә ҡабул ителә. 1998 йылда «Филолог. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәрҙәре буйынса факультетты отличие менән тамамлай[1].

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда Өфө ҡалаһы Киров районының 144-се башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай һәм бында 2000 йылғаса эшләй.

2002 йылдан — Йылайыр районы мәғариф бүлегенең «Ҡояшҡай» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы логопеды.

2004 йылдан — Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге «Мәғлүмәт-методика үҙәге» муниципаль учреждениеһының гуманитар фәндәр буйынса методисы.

2005 йылдан — Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы, 2012 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми эҙләнеүҙәре хәҙерге башҡорт шиғриәтендә Шәрек һәм Европа традицияларын, Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫын өйрәнеүгә, шулай уҡ Һамар, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы башҡорттарының фольклорын тикшереүгә йүнәлтелгән.

2007 йылда, «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең структур поэтика үҙенсәлектәре» тигән темаға диссертация яҡлай. Ғилми етәксеһе — филология фәндәре докторы, профессор Роберт Байымов[3].

Ғилми хеҙмәттәре

  • Хрустальный мост поэзии (на баш. яз) // Ядкар. 2006, 3. С. 32-36.
  • Поэтические циклы в башкирской поэзии (на баш. яз) // Башкирская духовная культура в древности и средневековья: проблемы изучения: Материалы Всероссийской научной конференции. Уфа: РИЦ БашГУ, 2007. С. 307—309.
  • Вопросы структурной поэтики в современной башкирской поэзии. Монография — Уфа: Гилем, 2007. — 144 с.
  • Хадия Давлетшина. Жизнь и творчество / Сост. Г. Н. Каскинова. — Уфа: Китап, 2010. — 160 с.
  • Хадия Давлетшина.- Мет. пособие / Сост. Г. Н. Каскинова. — Бирск: Бирск. гос.соц.-пед. акад., 2011. — 101 с.
  • Башҡорт шиғриәте һәм Шәреҡ поэтик традициялары: Уҡыу ҡулланмаһы / Г.Н. Ҡасҡынова. — Бөрө: Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы, 2011. — 110 бит.
  • Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә Европа әҙәбиәте традициялары: Уҡыу ҡулланмаһы / Г.Н. Ҡасҡынова. — Бөрө: Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы, 2014. — 80 бит.
  • Ҡурған башҡорттары фольклоры (фольклор экспедицияһы материалдары нигеҙендә) / Төҙөүселәре Г.Н. Ҡасҡынова, А.А. Фөтҡуллин. — Бөрө: Диапазон, 2016. — 40 бит.
  • Ырымбур башҡорттары фольклоры (фольклор экспедицияһы материалдары нигеҙендә) / Төҙөүселәре Г.Н. Ҡасҡынова, Ғ.Ғ. Ғəниева, А.А. Фәтҡуллин. — Бөрө: Диапазон, 2018. — 124 бит.
  • Асҡын башҡорттары фольклоры (2007 йылғы фольклор-диалектология экспедицияһы материалдары) / Автор-төҙөүселəре В.В. Ғəниев, Ғ.Ғ. Ғəниева, Г.Н. Ҡасҡынова. — Бөрө: БДУ-ның Бөрө филиалы, 2021.- 111 бит.
  • Хадия Давлетшина. Творческое наследие. Воспоминания. Документы / Составитель Каскинова Г. Н. — Уфа: Китап, 2022. — 240 с.
  • Мухаметша Бурангулов: жизнь и творчество / [сост. Г. Н. Каскинова]. — Уфа: Китап, 2025. — 312 с.
  • Ҡасҡынова Г.Н., Ғәниева Ғ.Ғ. Башҡорт прозаһының художество һәм тел үҙенсәлектәре: монография. — Бөрө: Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы, 2025. — 254 бит.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының «Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһе старостаһы (1994—1998).
  • Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе[4].
  • Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалындағы Һәҙиә Дәүләтшина музейы етәксеһе[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Уфимский университет науки и технологий. Бирский филиал. Официальный сайт. Каскинова Гульнур Нуримановна (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2026)
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  3. Вопросы структурной поэтики в современной башкирской поэзии. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 10.01.02, кандидат филологических наук Каскинова, Гульнур Нуримановна. disserCat — электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026. (рус.)
  4. Районные и городские курултаи башкир Республики Башкортостан. Бирский район Республики Башкортостан. Председатель исполнительного комитета курултая башкир района Каскинова Гульнур Нуримановна. МСОО «Всемирный Курултай (Конгресс) башкир». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026. (рус.)
  5. Взгляд в прошлое: экскурсия в Музей Хадии Давлетшиной. МБУК Межпоселенческая библиотечная cистема Бирского района. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026. (рус.)
  6. Итоги Международного конкурса театральных и кино-рецензий для обучающихся средних, средних профессиональных и высших учебных заведений, посвященного 200-летию со дня рождения Ф.М. Достоевского. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026. (рус.)

Һылтанмалар