Башҡорт шиғриәте
Башҡорт шиғриәте |
Башҡорт шиғриәте — башҡорт телендәге шиғри әҫәрҙәр йыйылмаһы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ап-аҡ алтын йырҙарымды
- Йырламайым данлыҡ өсөн,
- Йырлайым алтын илем өсөн
- Үҙ туған халҡым өсөн
- Саф көмөштәй йырҙарымды
- Йырламайым алтын өсөн
- Йырлайым тик саф көмөштәй
- Саф йөрәк халҡым өсөн.
Башҡорт шиғриәте көнсығыш шиғриәтенең сиктәрендә барлыҡҡа килә һәм үҫешә. VIII быуаттың орхон-йәнәсәй яҙма ҡомартҡылары: Йософ Баласағуниҙың «Ҡотадғу белек», Мәхмүт Ҡашғариҙың «Диуану лөғәт әт-төрөк», Ҡол Ғәлиҙең, Ҡотобтоң, Хәрәзмиҙең, Сәйф Сараиҙың, Хөсәм Кәтибтең XIII—XIV быуаттарҙа ижад ителгән поэмалары һәм дастандары башҡорт шиғриәтенең башланғысы булып иҫәпләнә. Тормошҡа фәлсәфәүи ҡараштар системаһы, дөйөм алғанда, тирә-яҡ донъя, башҡорттарҙың эпик поэмалары «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Аҡһаҡ ҡола» әҫәрҙәрендә лә сағылыш таба. Т. Ялсығол, А. Ҡарғалы, Һ. Сәлихов, Ш. Зәки, Ғ. Соҡорой ише фәйләсүф-шағирҙар башҡорт суфыйсылығының иң билдәле вәкилдәре булып таныла. Тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш башҡорт халыҡ йырҙарында ла сағылыш таба.
Башҡорт шиғриәтенең төп үҙенсәлеге —уның фольклор традициялары менән тығыҙ бәйләнеше. Башҡорт ауыҙ-тел ижадын үҫтереүгә XVII—XVIII быуаттарҙа йәшәп ижад итеүсе Ҡобағош, Ҡарас, Байыҡ, Буранбай, Ишмөхәмәт сәсәндәр ҙур өлөш индергән[1]. Сәсәндәр ижады шәхес тәрбиәләүгә, үҙ ватанын яҡлауға һәм яуызлыҡ менән көрәшеүгә булышлыҡ итеүсе үҙенсәлекле шиғри оҫталыҡ мәктәбе лә булған.
Шағир-импровизатор булараҡ, Салауат Юлаев Башҡортостанда ҙур танылыу яулай. Ул йәшәгән осорҙа яугир-йырсылар башҡорт халҡының идеалы дәрәжәһенә күтәрелгән була. Салауат үҙенең тыуған ере Урал киңлектәре, халыҡ һәм уның боронғо йолалары тураһында йырлаған. Яугир шағирҙың әҫәрҙәрендә мөхәббәткә арналған шиғырҙары кәмей барып, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ мотивтарына күберәк урын бирелгәндәре нығыраҡ яңғырай башлай. Салауат Юлаев шиғырҙарының төп нөсхәләре һаҡламаған. Салауатты ҡулға алғандан һуң, азатлыҡ өсөн хәрәкәт туҡталып ҡала, ватанды һаҡлаусыларҙың рухы ныҡ ҡына ҡаҡшатыла. Шиғриәт тә торғонлоҡ тоҙағына эләгә. Сатирик шиғырҙар ижад итеүсе Мәнди Ҡотош Ҡыпсаҡиҙың ижад йылдары тап ошо ваҡытҡа тура килә.
Башҡортостанда яҙма поэзия ла үҫеш ала башлай. 1789 йылда Өфө Рәсәй мосолмандарының рәсми үҙәгенә әүерелә. Бының эҙемтәһе башҡорт шиғриәтенең ислам, атап әйткәндә, суфыйсылыҡ йоғонтоһона бирелеүендә күренә. XIX быуатта. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди, А. Ҡарғалы, Һ. Сәлихов, Шәмсетдин Зәки, Ғ. Соҡорой кеүек суфый шағирҙарҙың ижадында дини-мистик кәйеф өҫтөнлөк ала.
- «Поэт ты выше гор,
- Поэт ты ниже трав,
- Медлителен и скор –
- Во всем всегда ты прав…
- Ты времени порыв,
- Приторможен слегка,
- Покорен и строптив,
- Владыка и слуга…
- …О время, я дитя
- Твоё – и сирота.
- Встревожен не шутя
- И плачу неспроста:
- Заключены во мне
- Весь мир и каждый миг.
- В закатной тишине
- Я истину постиг».
XIX быуат аҙағында башҡорт шиғриәте үҙгәрештәр кисерә. Башҡорт фольклоры, көнсығыш һәм рус классик поэзияһы йоғонтоһо аҫтында, мәғрифәтселек идеялары үҫеш ала. Был осорҙа М. Аҡмулла, М. Өмөтбаевтар шағир булып таныла. XIX быуат аҙағы — XX башы шиғриәтендә батшалыҡтың колониаль иҙеүенә ҡаршы көрәш, башҡорт халҡының патриотизмы һәм батырлығы идеялары сағылыш таба.
XX быуат башы башҡорт шағирҙары М. Ғафури, Ш. Бабич[2], С. Яҡшығолов, Д. Юлтый, Я. Юмаев, Ш. Әминев-Тамьяни, Х. Ғәбитов һәм башҡаларҙың ижадында тормошто нисек бар шул килеш сағылдырыу төп принципҡа әйләнә.
Бабич Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы йылдарында шиғырҙар яҙа, беренселәрҙән булып Башҡортостан образын булдыра. Мәжит Ғафури революцияны «Ҡыҙыл байраҡ» шиғыры менән сәләмләй. Шәйехзада Бабич «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде», «Йәшәһен эшселәр!» шиғырҙарын яҙа.
20-30 йылдарҙа башҡорт шиғриәтендә традицион жанрҙарҙан мәдхиә, балладалар, шиғырҙар циклы, йыр, сонет жанрҙары үҫеш ала. Был жанрҙар М. Ғафури, Дауыт Юлтый, С. Ҡудаш, Т. Йәнәби, Булат Ишемғол, Ғ. Амантаев, Ғ. Сәләм, Р. Ниғмәти, Б. Бикбай, М. Хәй, М. Тажи, С. Кулибай, Б. Вәлид, Х. Кәрим, Ҡ. Даян, М. Кәрим ижадтарында ла сағылыш таба.
Егерменсе йылдар поэзияла динһеҙлек һәм атеизм осоро булараҡ билдәләнә. Дини-мифологик образдар карикатура кимәленә тиклем төшә.
Был ваҡытта йәш шағирҙар: Ғәлимов Сәләм, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Мөхәмәтйәров Хәй, Саләх Күлибай, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Ханиф Кәрим, Мәҡсуд Сөндөклө, Ғайнан Әмири, Мөхөтдин Тажи, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Әкрәм Вәли, Малих Харистарҙың оло шиғриәткә килеүе республикала уникаль күренеш була.
Утыҙынсы йылдарҙа СССР-ҙа башҡорт фольклорына ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрә. СССР яҙыусыларының I съезында М. Горький «әҙәбиәт ауыҙ-тел ижадынан башлана», тип билдәләй. Ошо съезда СССР-ҙа һәм милли республикаларҙа Яҙыусылар берләшмәләре булдырыу тураһында тарихи ҡарар ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта. 30-сы йылдар шиғриәтендә коммунистик идеалдарға инаныу көслө була. Йыш ҡына был инаныу юлбашсыларға табыныуға әйләнә. М. Хәй 1936 йылда «Сталин тураһында йырҙар» тип аталған мәдхиләрҙән торған тулы бер китап баҫтырып сығара.
Һуғыш ваҡытында күп кенә башҡорт шағирҙары фронтҡа китә, яралана. Шағирҙар М. Хәй, Мәлих Харис, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Ғәли Әхмәти һәләк була. Һуғыш осоро шиғриәтенең иң күренекле әҫәрҙәре булып Рәшит Ниғмәтиҙеңи «Үлтер, улым, фашисты!» (1942), «Һинең кәләшендең хаттары» (1943) поэмалары, М. Кәримдең «Декабрь йыры» һәм «Үлмәҫбай» поэмалары тора. XX быуат башҡорт халыҡ эпостары рәтенә ингән «Ватан һуғышы», «Салауат һәм Юлай», «Ҡараһаҡал» ҡобайырҙарын М. Буранғолов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙа.
Һуғыштан һуң ВКП/(б) Үҙәк комитеты тарафынан «Йондоҙ» һәм «Ленинград»[3], журналдары тураһында", «Драма театрҙарының репертуарҙары һәм уларҙы яҡшыртыу буйынса саралар тураһында»[4], «Ҙур тормош» кинофильмы тураһында" тигән ҡарарҙар ҡабул итә Ҡабул ителгән ҡарарҙар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен сәйәси яҙлығыуҙарҙан киҫәтеү сараһы булараҡ күҙаллана. Башҡортостанда Мөхәмәтша Буранғолов менән Баязит Бикбай әҫәрҙәре ҡаты тәнҡит утына тотола. 1946 йылдың 22 октябрендә Башҡортостан өлкә комитетытында «Башҡортостан Яҙыусылар берләшмәһе эшмәкәрлеге тураһында» тигән ҡарар сығарыла, уға ярашлы, берләшмәнең эшмәкәрлеген тулыһынса үҙгәртеп ҡороу төп бурыс итеп ҡуйыла. Бындай ҡарарҙың һөҙөмтәһе булып, илде аяҡҡа баҫтырыу, бөйөк төҙөлөштәр барышы, тыныслыҡты һаҡлау мөһимлеге, халыҡтар дуҫлығы темаһына яҙылған әҫәрҙәр ул осор.шағирҙар ижадының төп темаһына әйләнә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа күп кенә башҡорт шағирҙарын һәм яҙыусыларын, шул иҫәптән, Ҡадир Даян, Рәшит Ниғмәти, Жәлил Кейекбаевтарҙы тыуған ерҙе данлағандары өсөн милли сикләнгәнлектә ғәйепләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта, Мостай Кәрим «Европа-Азия» шиғырҙар циклын, Рәшит Ниғмәти «Мин — башҡорт!» шиғырын яҙа.
КПСС-тың XX съезы үткәс, илдә башланған «емшеүҙән» һуң, ижади фекерләү өсөн иркенлек тыуа. Илленсе йылдарҙа матбуғатта шиғырҙары күренә башлаған йәш шағирҙар Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов, Әнғәм Атнабаев, Абдулхаҡ Игебаев шиғриәттең алтын бағанаһын тәшкил итәләр.
Алтмышынсы йылдар уртаһынан башҡорт поэзияһына Рәшит Назаров, Тимер Йосопов, Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов, Сафуанов Әлибай, Әсхал Әхмәтхужа, Мөхәмәт Илбай, Муса Сиражи, Мәхмүт Һибат, Рәшит Шәкүр, Самат Ғәбиҙуллин, Барый Ноғоманов, Рауил Шаммас, Әнисә Таһирова, Вафа Әхмәҙиев, Йыһат Солтанов, Сулпан Иманғолов килә; 70-80-се йылдарҙа — шағирҙар Риф Мифтахов, Мәүлит Ямалетдинов, Аҫылғужа, Риф Тойғон, Рауил Ниғмәтуллин, Ринат Хәйри, Гөлфиә Юнысова өҫтәлә, Арсланов Тимер Гәрәй улы сатирик шиғырҙар яҙыуын дауам итә.
ХХ быуаттың 90-сы йылдарында илдә башланған үҙгәртеп ҡороуҙар, илдең капиталистик үҫеш юлына баҫыуы халыҡтың үҙаңының, фекер иреклелегенең күтәрелеүенә һәм Башҡортостан үҙаллылығына ынтылыуға булышлыҡ итә. Тап ошо мәлдә шиғриәткә йәш көстәр Рәмил Ҡол-Дәүләт, Хисмәт Юлдашев, Әхмәр Үтәбай, Рәис Түләков, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Буранбай Исҡужин, Искәндәриә, Ғәбиҙулла, Йомабика Ильясова, Рафиға Усманова, Марат Кәбиров, Инсур Йәһүҙин, Финат Шакирйәнов, Мөхәмәт Закиров, һуңғараҡ Зөлфиә Ханнанова, Салауат Әбүзәров, Айһылыу Ғарифуллина, Гөлназ Котоева килә.
80-90-сы йылдар башҡорт поэзияһында ҡатын-ҡыҙ шиғриәте айырым урын биләй. 30-сы йылдарҙа ижад иткән әҙибә булып, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина тора. Зәйнәб Биишева әҙәбиәттә 40-90-сы йылдарҙа ижад итә. Ул башҡорт прозаһына, драматургияһына, поэзияһына һиҙелерлек өлөш индерә. Һуңғараҡ шиғриәткә Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әльфинур Вахитова, Әнисә Таһирова, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Гөлнур Яҡупова, Гүзәл Ғәлиева, Гөлшат Әхмәтҡужина, Гүзәл Ситдыҡова, Фәниә Чанышева, Айһылыу Йәғәфәрова, Земфира Муллағәлиева, Рәсимә Ураҡсина, Фәүзиә Юлдашбаева, Хәлисә Мөҙәрисова, Кәүсәриә Шафиҡова, Миңлегөл Хисамова, Миңлегөл Хисмәтуллина, Дилә Булғаҡовалар килә.
Характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Быуаттар төпкөлөнән башҡорт халҡының йәшәйеш ҡиммәттәре системаһы, тормошто ҡабул итеүе, гармония үҙенсәлектәре әҙәбиәттә лә һынландырыла. Милли шиғриәттең ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре шиғыр төҙөлөшөндә, уның строфикаһында сағылыш таба.
Башҡорттарҙың әҙәбиәткә булған ҡараштары башҡорт шиғриәтенең строфалар системаһын үҫешенә алып килә. Башҡорт халыҡ йолаларына таянып булдырылған строфалар башҡорт шиғриәтенең ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген билдәләй. Төрки телдә ижад ителгән шиғырҙар телдең агглютинатив төҙөлөшө менән аңлатыла, уларҙа үҙенән һуң килгән ялғауҙарҙың тауыш төҫмөрҙәрен буйһондорған аффикстарҙың айырмалы мәғәнәгә эйә булған морфема беренсе урынға сыға.
Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә иң йыш ҡулланылған строфа формаһы булып дүрт юллыҡтар тора. Шулай уҡ Көнсығыштан килгән бәйеттәр (ике юллыҡтар) («Ғазазил» Ш. Бабич, «Урал» Ш. Әминев-Тамъяни, «Ирек иртәһе», «Бәхет эҙләү» М. Ғафури, «Сер», «Йылмайыу» М. Карим).
Беренсе строфаның йәнәш рифмалар системаһына нигеҙләнгән, тәүге өлөшө үҙ-ара рифмалашыуҙан торған һәм киләһе шиғырҙың һуңғыһына ауаздаш булған мүсәммәттәр төркөмө көнсығыш шиғриәтенә эйәреп яҙылған шиғырҙар тәшкил итә. Башҡорт поэзияһында иң әүҙем ҡулланылған мүсәммәт строфалары булып мүрабба (аааа ббба рифмалы системаға нигеҙләнгән дүрт юллыҡтар) иҫәпләнә. Мүрабба М. Ҡашғариҙың «Диуану лөғәт-әт -төрөк», Й. Баласағуниҙың «Ҡутадғу белеғ» трактатында, Ҡ. Ғәлиҙең «Ҡисса-и Йософ» һ. б. осрай.
Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә көнбайыш строфа формаларының билдәләрен — ситке рифмалы дүрт юллыҡтарҙы (абаба) күрергә була. Был форма сонеттарға хас. Башҡорт шиғриәтендә сонеттың 3 төрө йәшәп килә (М. Хәй, Я. Ҡолмой, Ә. Таһирова сонеттары): Шекспир йәки инглиз (3 абаб+1 вв), илальян (2 абаба йәки абба+ вгв гвг йәки вгд вгд); француз (2 абба + ввг ддг йәки ввг дгд). Сонет таждарының ҡатмарлы поэтик төҙөлөшө (14 сонеттың логик, образлы һәм формаль бәйләнеше һәм ун бишенсеһенең сонет-магисталгә ойошоуы) ҙур оҫталыҡ талап итә. Был форма Ә. Таһированың «Әсә һуҡмағы», «Бытырый», «Сиказ әйләнмәһе» әҫәрҙәрендә ҡулланыла.
Строфаны булдырыуҙа рифма компоненты мөһим роль уйнай. Башҡорт шиғриәтендә рифманың 4 төрө бар: йәнәш (аа) («Тауға менеүе ауыр» Р. Назаров), юл араһы (абвб), ситке (абаба), әйләнмә (абба).
Юлдағы баҫымлы ижектәрҙең яҡынса тигеҙлегенә һәм улар араһындағы баҫымһыҙ ижектәрҙең ирекле урынлашыуына нигеҙләнгән тоник шиғырҙың бер формаһы булған акцентлы шиғыр Р. Ниғмәтиҙең В. В. Маяковский шиғырҙарының тәржемәләрендә, Ш. Бабичтың «Халҡым өсөн», «Ант», Ғ. Сәләмдең «Йөрәк түрендә», Ә. Үтәбаевтың «Урланған Урал», «Азатлыҡ», «Хәнйәр») ҡулланыла.
Маҡтаулы исемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылда Башҡорт АССР-ында «Башҡорт АССР-ның Халыҡ шағиры», 1996 йылда — «Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исемдәр булдырыла. Был маҡтаулы исемгә «башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, халыҡ араһында тәрән идеялы һәм юғары художестволы әҫәрҙәре менән ҙур популярлыҡ яулаған, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек алып барған күренекле шағирҙар» лайыҡ була.
«Башҡорт АССР-ның Халыҡ шағиры» исеме Мәжит Ғафуриға, Рәшит Ниғмәтигә, Мостай Кәримгә, Сәйфи Ҡудашҡа бирелә.
«Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры» исеме Рәми Ғарипов, Назар Нәжми, Рауил Төхвәт улы Бикбаев, (Башҡортостан Гимны авторы), Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы, Кәримов Марат Наби улы, Йосопов Тимербай Йосоп улы , Филиппов Александр Павлович, Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы, Ҡәҙим Аралбайға бирелә.
1943 йылда БАССР-ҙа Башҡорт АССР-ының Халыҡ сәсәне (Башҡортостандың Халыҡ сәсәне) исеме булдырыла. Маҡтаулы исемгә: М. А. Буранғолов, Ф. Д. Дәүләтшин, С. Ә. Исмәғилев лайыҡ була.
Фән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт поэзияһы мәсьәләләре, уның тарихы менән Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, Башҡорт дәүләт университеты[5], М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеттары ғалимдары шөғөлләнә.
Башҡорт шиғриәтендә шиғыр төҙөлөшөн, поэзия, строфика, рифма мәсьәләләрен, жанр формаларын, шиғырҙың композиция алымдарын, поэзияның башҡорттарҙың фәлсәфәһе менән бәйләнешен өйрәнәләр[6].
Башҡорт шиғыр төҙөлөшөнө теорияһы мәсьәләләрен хәл итеүгә Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы, Бикбаев Рауил Төхвәт улы, Ҡунафин Ғиниәт Сәфиулла улы, Ғайса Хөсәйенов, Стеблева И. В. ҙур өлөш индерәләр.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетының компьютер филологияһы лабороторияһында шиғырҙы тулы анализлау, башҡорт шиғриәтенең тарихи үҫешендә рифма төҙөлөшө һәм лексик составы мәсьәләләре ҡарала, башҡорт шиғриәтенең формализланған тасуирланмаһын үткәрәләр. Филологтар көсө менән төҙөлгән формализлы тасуирлама программаһы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:
- Үтәнән-үтә тикшеренеү алымы ҡулланып, шиғырҙың ижектәр һанын иҫәпкә алыу һәм цезурҙың Һөҙөмтәлә урынлашҡан урынын билдәләү аша шағирҙарҙың бер-береһенә ритмик тәьҫирен күҙәтеүгә өлгәшелә; башҡорт шиғриәтендә үлсәмде ҡулланыу үҫеше билдәле бер осор йоғонтоһона бәйле булыуы йәки һәр шағирҙың эволюцияһында бары тик үҙенең генә бойондороҡһоҙ тарихы менән билдәләнә.
- Башҡорт шиғриәтенең үлсәме ҡулланылған лексикаға ҡарата статистик нисбәте.
- Башҡорт поэзияһының рифмаларын һәм уларҙың һәр төрлө формаларын иҫәбе яғынан тикшереү. Айырым рифмаларҙы (шиғриәттең төрлө үҫеш осорогда ҡайһы рифмик парҙар күберәк ҡулланыла), айырым «рифмалашҡан лексика» (ниндәй һүҙҙәр күпселек осраҡта рифмалашҡан позицияла йыш осрай), айырым рифма типтарының үҙ-ара нисбәте (әйләнмә, уратмалы, ишле).
- Һүҙ йышлығын («поэтизмдарҙы») асыҡлау өсөн һәм осорҙар буйынса лексемаларҙы ҡулланыу үҫешен төҙөү, шағирҙарҙың төп һүҙҙәрен билдәләү өсөн шиғри лексиканы тикшереү.
- Башҡорт шиғырҙарының шиғыр яҙыу типтары системаһында урынын билдәләү өсөн силлабик, силлабик-тоник һәм шиғырҙарҙың ихтимал булған моделдәрен төҙөү.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт шағирҙары үҙ әҫәрҙәрен БР журналдарында: «Әҙәби Башҡортостан»[7], «Бельские просторы», «Ағиҙел»[8] һ.б. баҫтыралар.
Башҡорт шағирҙары Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берләшмәһенә тупланған. Улар Төркиәнең Тарсус ҡалаһында үткән Халыҡ-ара «Шиир акшамлари» («Әҙәби кисәләр») фестивалдә ҡатнашалар, Өфө ҡалаһында үткән әҙәби кисәләрҙә, ҡала китапханаларында сығыш яһайҙар, республиканың төпкөл райондарына ла баралар.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Башҡорт шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы» / ред. С. Шәрипов.— Өфө: Китап, 2001.816 б.
- К. Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт теорияһы». — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 263. б.
- Хөсәйенов Ғ. Б. «Башҡорт шиғыры». — Өфө: Ғилем, 2002. — 130 б. (башҡорт телендә.)
- Бикбаев, Р. «Хәҙерге башҡорт поэзияһының эволюцияһы». М., 1991.
- Башҡорт энциклопедияһы. Баш ред.. Илһамов М. А. т. 1. рел. Ә-Б 2005. — С. 624; 5-88185-053 ISBN X. 2. т. −2006. Ж. −624 б. ISBN 5-88185-062-9.; 3. т. З-2007 К. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; 4 та. Ла-О 2008. −672 б. ISBN 978-5-88185-068-5.; 5 томда. П-2009 С. −576 б. ISBN 978-5-88185-072-2.; 6 та. Халыҡ хужалығы советтары -Ул 2010. −544 б. ISBN 978-5-88185-071-5; 7 том. Фа-2011 Я. 624 б. ғилми нәшриәт. Башҡорт энциклопедияһы, Өфө.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- http://ufa-gid.com/encyclopedia/poez.html
- http://www.husainov.com/node/17
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы башҡорт поэзияһы. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкирские сэсэны
- ↑ Шайхзада Бабич | Литературная карта Республики Башкортостан
- ↑ Постановление «О журналах „Звезда“ и „Ленинград“»
- ↑ Постановление «О репертуаре драматических театров»
- ↑ О факультете башкирской филологии и журналистики | Башкирский государственный университет 2013 йылдың 23 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Поэзия и философия башкирского миросозерцания | МЕЖДУНАРОДНЫЙ ИНФОРМАЦИОННЫЙ ЦЕНТР ТЮРКОЯЗЫЧНЫХ НАРОДОВ 2014 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Литературный Башкортостан-содержание первого номера
- ↑ Литературно-художественный и общественно-политический журнал Агидель на башкирском языке