Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы
Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы | |
---|---|
Тыуған көнө | 23 февраль 1928 |
Тыуған урыны | |
Вафат булыу көнө | 13 октябрь 1999[1] (71 йәш) |
Вафат булыу урыны | |
Гражданлығы (подданныйлығы) | |
Эшмәкәрлек төрө | шағир, драматург |
Ижад итеү йылдары | 1950 — наст. время |
Наградалары |
Викикитапханала һылтанмаған яҙыусылар тураһында мәҡәләләр
Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы (23 февраль 1928 йыл — 13 октябрь 1999 йыл) — шағир, драматург. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), РСФСР-ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1972).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[2] Иҫке Күрҙем исемле башҡорт ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм тыуған районы мәктәптәрендә бер нисә йыл тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләй.
1951 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм республиканың «Ҡыҙыл таң» газетаһы редакцияһында башта — әҙәби бүлек хеҙмәткәре, һуңыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. Артабан, хаҡлы ялға киткәнсе, республиканың «Һәнәк» сатирик журналында хеҙмәт итә, шул иҫәптән баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әнгәм Атнабаев әҙәбиәткә XX быуаттың илленсе йылдарында килә. Уның «Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күрә. Артабанғы дүрт тиҫтә йыл ижады һөҙөмтәһендә егерменән артыҡ китап нәшер итә. 1972 йылда «Йөрәгем юлдары» тигән поэтик йыйынтығы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы бирелә.
Алтмышынсы йылдарҙан ул драматургия өлкәһендә лә танылыу ала, «Ул ҡайтты» (1959), «Йәйҙең һуңғы көнө» (1961, «Әсә хөкөмө» (1963)) «Законлы никах менән!» (1965), «Шоңҡар» (1967), «Мөхәббәт тураһында Йыр» (1968), «Балаҡайҙарым» (1969), «Игеҙәктәр» (1971), «Ут» (1975), «Ҡаҙ ҡанаты» (1978), «Ауыр бәхет» (1980) тигән драматургик әҫәрҙәрен ижад итә. Театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул 1977 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ булды.
1997 йылда Әнғәм Атнабаевтың күп йыллыҡ һәм төрлө жанрҙарҙағы емешле ижады тейешле һәм юғары баһаһын ала: уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт драматургияһы антологияһы
- Атнабаев, Әнғәм.Балаҡайҙарым : пьесалар / Ә. Ҡ. Атнабаев ; [мөх. Р. Х. Хәйруллин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1974 .— 232 б.
- Атнабаев, Әнғәм.Мөхәббәт юлы : [шиғырҙар, шиғри шәлкемдәр, драматик поэма] / Ә. Атнабаев ; [мөх. Р. Х. Ниғмәтуллин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1982 .— 208 б.
- Атнабаев, Әнғәм.Шиғырҙар Һәм поэмалар / Ә. Атнабаев ; [мөх. Ғ. Байбурин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1966 .— 192 б.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Атнабаев Әнғәм // Национальная электронная библиотека Республики Башкорторстан (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- башҡа сығанаҡтар
- Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 март 2021)
- Владимир Романов. В своих стихах он отразил дыхание своего времени (К 85-летию со дня рождения поэта Ангама Атнабаева) // Башинформ.рф. — 23.02.2013.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Тәтешле районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 23 февралдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 13 октябрҙә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Рувики:Портретһыҙ яҙыусылар тураһында мәҡәләләр
- Страницы с неизвестными параметрами шаблона Писатель
- Әнғәм Атнабаев
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡорт драматургтары
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостандың халыҡ шағирҙары
- «Һәнәк» журналы хеҙмәткәрҙәре
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр