Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы
Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы.jpg
Тыуған көнө 17 март 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны
Гражданлығы (подданныйлығы)
Эшмәкәрлек төрө журналист
Наградалары

Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. 2020 йылдың февраленән «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар (2005) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[1]. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2023)[2]. Башҡортостан Республикаһы Башлығының журналистика өлкәһендәге «Достоверность. Ответственность. Мужество» премияһы лауреаты (2024)[3].

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй.

2012—2020 йылдарҙа «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире була, 2020 йылдың февраленән — «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире[4].

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[5]

Шиғриәт, проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла яңынан-яңы үрҙәр яулай. Уның Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштереүендә «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…» философик спектакле[6] тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Драматургиялағы дебюты 2005 йыл: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халыҡ театры уның «Бер ус бойҙай» пьесаһын ҡуя.

  • Шундай мәлем: — Өфө: Китап, 2001. — бит.
  • Ғүмер тигәндәре…: — Өфө: Китап, 2005. — бит.
  • Тәңре өрөк ҡапҡанда: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2012. — 216 бит.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. 1 2 Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһында яҙыусы Александр Прохановҡа Аксаков премияһы тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 17 декабрь
  2. Указ Главы Республики Башкортостан от 5 апреля 2023 г. N УГ-241 «О награждении государственными наградами Республики Башкортостан»
  3. Список лауреатов премии Главы Республики Башкортостан в области журналистики «Достоверность. Ответственность. Мужество»
  4. 1 2 В трех башкирских журналах меняются главные редакторы. ИА «Башинформ», 2020, 14 февраля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2020)
  5. Азат Бадранов: Идея форума писателей — перевести формат работы в современные практики. ИА «Башинформ», 27 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2021)
  6. В Уфе Стерлитамакский башкирский театр покажет философскую притчу «Раб Божий предполагает…» «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 февраль (рус.)
  7. Рассказ башкирского писателя Мунира Кунафина опубликован в Якутии. ИА «Башинформ», 7 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2020)
  8. Сайт «ЕЖЕМЕСЯЧНЫЙ ОБЩЕСТВЕННО-ПОЛИТИЧЕСКИЙ ЛИТЕРАТУРНО-ХУДОЖЕСТВЕННЫЙ ЖУРНАЛ „Бельские просторы“». Авторы «Бельских Просторов»: Кунафин Мунир (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.