Әхиәр Хәким

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Әхиәр Хәким
Тыуған көнө 23 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны
Вафат булыу көнө 27 декабрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булыу урыны
Гражданлығы (подданныйлығы)
Эшмәкәрлек төрө яҙыусы, шағир, әҙәби тәнҡитсе
Әҫәре теле урыҫ теле
Наградалары

Викикитапханала һылтанмаған яҙыусылар тураһында мәҡәләләр

Әхиәр Хәким, Әхиәр Хәсән улы Хәкимов (23 август 1929 йыл — 27 декабрь 2003 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1967); Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дәүләкән районының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхиәр Хәсән улы Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының) Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.

Уның олатаһы дворяндар нәҫеленән булған, батша армияһында офицер булып хеҙмәт иткән, Шипка өсөн яуҙа ҡатнашҡан. Атаһын ул иртә юғалта һәм өләсәһенең ҡулы аҫтында тәрбиәләнә. Ауылда алты класты тамамлап, Дәүләкән педагогия училищеһының әҙерлек курстарына уҡырға инә, бер үк ваҡытта радистар курсына ла йөрөй.

Файл:HakimovAH.jpg
Әхиәр Хәкимов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Әхиәр Хәсән улы 12 йәше лә тулмаған үҫмер була. 1941 йылда уҡ бер туған ағаһы Харис һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Был юғалтыу һәм башҡа яҡындарының фронтта вафат булыуы уны һуғышҡа китергә этәрә. 14 йәштә ул ауыл советынан 16 йәш булыуы тураһында танытма ала һәм Мәскәүгә табан юллана. Мәскәү өлкәһенең Щелково станцияһында һалдаттарға ҡушыла. Башта үҫмерҙе йәшереп тоталар, һуңынан етәкселек уға ҡалырға рөхсәт бирә, һәм ул исемлеккә өҫтәлә, радисҡа уҡый һәм парашют менән һикерә. Яҙмыш уны ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштыра: буласаҡ данлыҡлы кинорежиссёр Григорий Чухрай взводында йәш радист була.

1943 йылдың сентябренән ноябренә тиклем Днепрҙың ярына ташланған 3-сө һауа десант бригадаһы сафында яуҙарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың аҙағынан һуғыш бөткәнсе ул 3-сө Украина фронтының 103-сө гвардия уҡсы дивизияһы сафында «полк улы» сифатында Краков, Будапешт ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Венгрияла Балатон күле янындағы ҡаты яуҙы үтеп, Веспрем, Девечер, Шарвар, Сомбатхей, Глогниц, Вена ҡалаларында дошман ғәскәрҙәрен ҡыуып, Австрияға барып етә.[2] Һуғыш фронттарында кисерелгәндәр Әхиәр Хәкимовҡа шиғыр, повесть, романдары өсөн бай документаль материал булып тора.

1950—1953 йылдарҙа Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953—1956 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы мәктәбендә директор вазифаһын биләй.

1961 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1960-сы йылдарҙың тәүге яртыһында Мостай Кәримдең ижадына арналған диссертацияһын яҡлай. 1960—1962 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, ә 1965—1966 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.[2] 1967 йылда М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

«Совет Башҡортостаны» гәзитенең башҡорт телендә үҙаллы баҫма булараҡ донъя күрәсәге шик аҫтына алынған мәлдә партияның өлкә комитеты алдында был хаҡта ризаһыҙлыҡ белдереп сығыш яһаған бер төркөм зыялылар араһында шағир Рәми Ғарипов менән Әхиәр Хәким дә була. Бынан ары Рәми Ғарипов, Өфөлә эш таба алмай, ауылға китергә мәжбүр була. Күп тә үтмәй, «Ағиҙелдә» эшләп йөрөгән Әхиәр Хәкимов та, урындағы мөхиткә һыймай, Мәскәүгә юллана.[2]

Файл:Hakimov LitGazet.jpg
Әхиәр Хәкимов (һул яҡта) хеҙмәттәштәре менән

Уның артабанғы тормошо «Литературная газета» менән бәйле була: 1967—1992 йылдарҙа ул СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөхәррире вазифаһын биләй. Егерме биш йыл ғүмерен Әхиәр Хәким илдең иң юғары әҙәбиәт даирәһендә аралашып үткәрә. Уның яҡын дуҫтары араһында Ҡайсын Кулиев, Рәсүл Ғамзатов, Георгий Гулиа, Нодар Думбадзе, Олесь Гончар, Василь Быков, Иван Драч, Сыңғыҙ Айытматов, Аҫыл Якубов, Сәрүәр Азимов, Мөьмин Каноат, Абдижәмил Нурпеисов була. Гәзит тирәһендә ул көслө әҙәбиәт белгестәрен, тәржемәселәрҙе туплай. Виктор Астафьев, Зөлфиә, Давид Кугультинов, Олжас Сөләймәнов кеүек һүҙ оҫталары, фекер эйәләре әҫәрҙәрҙе ижади тикшереүҙә ҡатнаша.

1990-сы йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының башҡорт төркөмөндә уҡыта. Бынан тыш Әхиәр Хәкимов тыуған яғында «Дим» әҙәби берекмәһен етәкләй, башлап яҙыусыларға кәңәшсе, ярҙамсы була.[2]

2003 йылдың 27 декабрендә Мәскәүҙә Әхиәр Хәсән улы вафат була, Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхиәр Хәкимов әҙәби донъяға тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ килә. Унын башҡорт романы, прозаһы тураһында эҙләнеүҙәре әле лә көн үҙәгендә. Яҙыусының мәҡәләләре 1967 йылда Башкнигоиздат нәшриәтендә сығарылған «Әҙәбиәт һәм заман» китабында туплана. Мостай Кәримдең шиғриәтенә арналған «Быуат менән бергә» («С веком наравне») монографияһы Ташкентта рус телендә баҫыла.[3][3][4][5][6]

Быға тиклем башлыса әҙәби тәнҡит, тәржемә менән шөғөлләнгән әҙип етмешенсе йылдарҙа хикәйә, повестар, романдар яҙыу эшенә тотоноп китә. 1971 йылда Әхиәр Хәкимовтың төҙөүселәр тормошона бағышланған «Гөлбикә» повесы баҫылып сыға. Артабан ул һуғыш, илһөйәрлек темаһына мөрәжәғәт итә. Һуғыш тураһындағы тәүге повестары башлыса автобиографик. Шулай, «Осар ҡоштар» (1973) повесында ул үҙенең тәүге хәрби операцияһын тасуирлай. «Күпер» (1975) повесы һалдаттарҙың Венгриялағы батырлығына арналған. Бынан тыш «Йәйғор» (1973), «Бәйге» (1974), «Аҡһаҡ бүре» (1977), «Туй» (1977) повестары Бөйөк Ватан һуғышының төрлө осорҙарын сағылдыра.[7]

1982 йылда донъя күргән «Ҡуштирәк» романы башҡорт ауылы тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында ироник стилдә бәйән итә. Әҙиптең «Һауыр ҡумта» (1982), «Думбыра сыңы» (1984) тарихи романдары тынғыһыҙ XIV быуаттарҙы, башҡорт ырыуҙарының үҙаллылыҡ өсөн көрәше үҙенсәлекле һәм сағыу итеп бәйән итә. «Ҡош юлы» (1986) романында һуғыш осорондағы йәмғиәт тормошо, тоталитар система шарттарында шәхес трагедияһы сағылдырыла. Романда ҡыҙыл командирҙың ҡатыны, фашист концлагерҙарында ыҙа сиккән Нуранияның әсе яҙмышы урын алһа, «Эшелон» (1995) повесында иһә әсирлеккә эләгеп, унан азат ителгәндән һуң совет концлагеры тамуғы аша үткән Ирназар Исламғоловтың яҙмышы һүрәтләнә. «Өйөрмә» (1990), «Дауылдан ҡотолоу юҡ» (1994) романдарында башҡорт интеллигенцияһының Октябрь инҡилабына, иҫке һәм яңы ҡиммәттәргә ҡарашы сағыла, репрессиялар шарттарында шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. «Каруан» (1997) романы илдәр араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе генә түгел, халыҡтарҙың бер-береһенә булған мәҙәни һәм рухи йоғонтоһон сағылдыра.[8]

Йәшлек йылдарында Әхиәр Хәсән улы шиғырҙар менән мауыға, әммә яҙғандарының барыһы ла һаҡланмаған. 1998—2000 йылдарҙа Советтар Союзының тарҡалыуы, тормош ҡатмарлыҡтары, элек берҙәм илдең барлыҡ яҙыусыларын берләштергән ҙур ойошманың юҡҡа сығыуы, һөҙөмтәлә төрлө дәүләттәрҙә бүленеп ҡалған ҡәләмдәш дуҫтары менән аралашыу мөмкинлектәренең кәмеүе менән бәйле ауыр кисерештәре, етмәһә инфаркт кисереүе уға яңынан шиғыр яҙыу өсөн этәргес бирә. Әхиәр Хәсән улы ошо осорҙа 29 шиғыр ижад итә. Уларҙың 18-ен Венера Думаева-Вәлиева рус теленә тәржемә итә. Шиғырҙарҙың күпселеге уның үҙ тормошонан, уйланыуҙарынан, иҫтәлектәренән сығып яҙыла. Мәҫәлән, «Һәйкәл» — Болгарияның Пловдив ҡалаһында совет һалдаты хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә ғәмһеҙ ҡараш тураһында ишеткәс тыуған шиғыр. «Өршәк» тыуған төйәген, уның гүзәллеген данлап ижад ителгән.[9]

Әхиәр Хәкимов әҙәби тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эш итә. Ул үҙенең әҫәрҙәрен, Фәрит Иҫәнғоловтың повестарын, шулай уҡ «Урал-батыр» эпосын, башҡорт теленә — фин халҡының «Калевала» эпосын тәржемә итә.

Әхиәр Хәкимовтың башҡорт телендә яҙылған әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төркмән, әзербайжан, татар, эстон телдәренә тәржемә ителгән. Уның әҫәрҙәре Болгария, Венгрия, Чехословакия, Францияла баҫтырылған.[3]

Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Әхиәр Хәким «Почёт Билдәһе» ордены (1979), Халыҡтар дуҫлығы ордены[4], һуғыш темаһы өстөндәге уңышлы эштәре өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1980), «Ҡуштирәк» һәм «Һауыр ҡумта» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984), «Думбыра сыңы» китабы өсөн РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989) менән бүләкләнә. 1985 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә. 2001 йылда республика Президенты Указы менән «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Яҡташтары уны Дәүләкән районының почётлы гражданы иткән.

Файл:AHakimov MKarim.jpg
Әхиәр Хәкимов һәм Мостай Кәрим менән осрашыу

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)
  • РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984)
  • Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1980)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
  • «Ҡыҙыл Йондоҙ ордены» (1945)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1979)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
  • «Венаны алған өсөн» миҙалы (1945),
  • «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941—1945 йй.» миҙалы
  • Дәүләкән районының почётлы гражданы

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:AHakimov museum.jpg
Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейының бер бүлмәһе
  • 2005 йылдың декабренән Дәүләкәндә Башҡортостан Республикаһының Әҙәби музейының филиалы — Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы эшләп килә[3].
  • Әҙиптең исемен ҡала урамдарының береһе һәм яҙыусының тыуған ауылы Яңы Йәнбәк мәктәбе йөрөтә.
  • Дәүләкән районы администрацияһы тарафынан «Әхиәр Хәкимов исемендәге премия» булдырылған. Ул тәнҡит һәм тәржемә номинацияларында 2014 йылдан алып биш йылға бер тапҡыр бирелә. Абруйлы конкурс комиссияһы, тикшеренеү эшмәкәрлегенең әһәмиәтен иҫәпкә алып, беренсе премияны яҙыусының тол ҡалған ҡатынына тапшырырға ҡарар итә. Лидиә Камал ҡыҙы Хәкимова яҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлап ҡалыуға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән. Ҡыҙы Гөлшат Хәкимова менән бергә ул күп йылдар дауамында материалдарҙы йыйған, ҡараламаларҙы уҡыған, яҙыусының тәүге әҫәрҙәрен баҫтырыуға күп көс һалған һәм уның ижадына ҡарашты киңәйткән. Икенсе, тәржемә номинацияһында «Балҡантау» гәзите тәржемәсеһе Ғасҡарова Гөлфирә Ильяс ҡыҙы лаурет булып таныла.[10]
  • Әхиәр Хәкимовтың тормошо һәм ижады тураһында «Башҡортостан» ДТРК-һы тарафынан 1997 йылда «Осар ҡоштар» («Сполохи») документаль фильмы төшөрөлгән (сценарийы — Тамара Искәндәриә, режиссёры — Әмир Абдразаҡов).[11]
  • Халыҡтың тарихи көрәше, рухи һәм сәйәси азатлыҡҡа, шәхес һәм йәмғиәт азатлығына ынтылышы байтаҡ әҫәрҙәрендә һүрәтләнгәне өсөн Әхиәр Хәкимде башҡорт халҡының тарихы һәм батырлығы йылъяҙмасыһы тип йөрөтәләр.[3][4][5][6]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хәҙерге Башҡортостандың Дәүләкән районы.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Әҙәбиәт каруанының солтаны. Башҡортостан гәзите сайтынан 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 «Әхиәр Хәкимов — үҙ халҡының йылъяҙмасыһы (Яҙыусының тыуыуына 85 тулыуға ҡарата)». Башинформ сайтынан
  4. 4,0 4,1 4,2 «Китап» нәшриәте сайтында Әхиәр Хәкимов тураһында 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
  5. 5,0 5,1 Акбулатова Г. «Тыуған яҡ йылъяҙмасыһы». «Балҡантау» гәзите 2018 йылдың 3 февраль көнөндә архивланған.
  6. 6,0 6,1 Башҡортостан Республикаһының әҙәби картаһы сайтында әҙип тураһында
  7. Дәүләкән ҡалаһы сайтында Әхиәр Хәким тураһында
  8. Башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте сайтына Әхиәр Хәкимов тураһында
  9. «Шиғыр ҡайҙан килә?» «Балҡантау» гәзите(недоступная ссылка)
  10. «Әхиәр Хәкимовтың премияһы уның ижадын пропагандалаусыларға тапшырылды». Башинформ сайты, 17 сентябрь, 2014 йыл
  11. Башҡортостан энциклопедияһы сайтында Әхиәр Хәкимов тураһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Амиров Р. Преданность // Агидель. — 1979 (на баш.яз.).
  • Амиров Р. // Литературное обозрение. — 1980. — № 5. — С. 96-97 (на рус. яз.).
  • Амиров Р. Чтобы шагнуть в завтра. — Уфа, 1982. — 280 с. (на рус. яз.).
  • Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Ахияр Хакимов // Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. — С. 124—126.
  • Бикбаев Р. Писатель-воин // Пионер. — 1979. — № 8 (на баш. яз.).
  • Буханцов Н. Мгновенья суровой правды. — Звезда Востока. — 1979. — № 6 (на рус. яз.).
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • История башкирской литературы : в 6-ти томах. — Уфа: Книга. — Т. 6. — С. 327—397 (на баш.яз.).
  • Мустафин Р. Сполохи давних лет // Лит. Россия. — 1979, 9 февраля (на рус. яз.).
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Спиридонова Е. «Судьба унесла из жизни не только хорошего писателя, но и человека великого мужества…» [некролог] // Башвестъ. — 2003, 30 декабря.
  • Шакуров Р. З. Хакимов Ахияр Хасанович // Энциклопедия Башкортостана.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]