Урал батыр

«Урал батыр»  — эпос, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған[1][2][3].

«Урал батыр»ҙың ҡайһы бер мотивтары һәм образдары башҡорт халҡының башҡа эпостарында («Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡыңыр буға», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу»), ә «Аҡбуҙат» һәм «Бабсаҡ менән Күсәк» «Урал батыр» эпосының сюжет һыҙатын дауам итеп, башҡорт ҡарһүҙенең берҙәм циклын булдыра.

Эпос 4 576 шиғри һәм 19 проза юлынан тора. Композиция йәһәтенән 3 өлөшкә бүленә.

Тарихы

Эпосты сәсәндәр быуындан-быуынға бер-береһенә телдән-телгә тапшыра. Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районынд мәшһүр сәсәндәр: Иҙрис ауылынан Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм 2-се Этҡол ауылынан Хәмит Әлмөхәмәтовтан[4] (1861—1923) яҙып ала.

«Урал батыр» ҡобайырының тағы бер төрөн 1956 йылда Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәгән Исмәғил Рәхмәтуллиндан (сығышы менән Учалы районының Иманғол ауылынан) тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алып, шул уҡ йылда баҫтырып сығара. Этиологик миф тип билдәләнгән версияһы 1984 йылда Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында йәшәгән Шәмсиә Сәфәрғәлинана яҙып алына[5].

1968 йылда «Урал батыр» эпосы ҡыҫҡартылып, башҡорт телендә "Ағиҙел" журналында баҫылып сыға[6]. 1972 йылда беренсе тапҡыр башҡорт телендә тулыһынса «Башҡорт халыҡ ижады» серияһының беренсе томында донъя күрә[7].

1975 йылда ҡыҫҡартылған варианты «Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы» серияһының «Героический эпос народов СССР» тупланмаһының беренсе томында (Ә. Х. Хәкимов, И. С. Кычаков, А. С. Мирбадалева тәржемәһе)[8], шулай уҡ — «СССР халыҡтары эпосы» серияһында (Ә. Х. Хәкимов, Н. В. Кидайш-Покровская, А. С. Мирбадалева тәржемәһе) донъя күрә. 1977 йылда эпостың тулы академиктексы рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылып сыға[9].

«Урал батыр» эпосының тәрән үҙенсәлеге тураһында беренсе тапҡыр үҙ хеҙмәттәрендә А. А. Петросян яҙып сыға. Ул тикшеренеүселәрҙән беренселәрҙән булып башҡорт эпосының шумер-аккад «Гилгәмеш эпосы» менән уртаҡлығын күрә, әммә ике әҫәрҙең идея-художество концепцияһында ҙур айырма булыуы тураһында һығымта яһай «Главный мотив эпоса „Урал-батыр“ — человек сильнее всех сущих, добро неистребимо. Вавилонский эпос опирается на другую идею — все от воли богов». Философ Д. Ж. Валеев эпостың әһәмиәтен «башҡорттарҙың йәмғиәт аңы тарихын һәм йәмғиәт фекерен өйрәнеү буйынса сығанаҡ» булараҡ күрә[10].

Эпостың рус теленә бер нисә тәржемәһе бар — юллап та, шиғри юлға һалынғаны ла. Уны прозаға яҙыусы Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы, шиғри юлға һалып Ғ. Ғ. Шафиков руссаға тәржемә итә[11].

2003 йылда «Урал батыр» инглиз теленә тәржемә ителә (С. Г. Шафиҡов)[12]. Өфөлә өс телдә: башҡортса төп нөхсәлә, русса Ғ. Шафиҡов, инглизсә С. Шафиҡов тәржемәһендә бүләк баҫма нәшер ителә. 2006 йылда эпос Германияның филология докторы Алия Тайсина тәржемәһендә немец телендә сыға[13].

2007 йылда беренсе тапҡыр «Урал батыр» эпосының төп нөсхәһе баҫыла[14]. Уға тиклемгеләре барыһы ла төп нөсхәнән айырыла. Бының сәбәбе совет осоронда халыҡ ижады ҡомартҡыларын боҙоу, башҡорт ғалимдарын (М. Буранғолов ике тапҡыр репрессиялана) эҙәрлекләү менән аңлатыла. Партия Үҙәк комитетының Башҡортостан партия ойошмаһы буйынса ҡарарҙары ҡайһы бер фольклор ҡомартҡыларын таратыуҙы тыя. Шуға ҡарамаҫтан, «Урал батыр» йәшәй.

Эпостың латин шрифтында машинкала баҫылған, бер нисә урында ҡулдан төҙәтелгән төп нөсхәһе Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Фәнни архивында һаҡлана[15]. Ҡулъяҙма варианты һаҡланмаған. 2015 йылда төп нөсхәнең факсмиле варианты китап итеп баҫтырыла[16]

«Урал батыр» эпосы күп тикшерелһә лә, уны археология, этнография, лингвофольклористика күҙлегенән тикшереүҙәр дауам итә.

Йөкмәткеһе

Эпостың сюжеты ифрат ҡатмарлы һәм Урал батырҙың аждаһа, дейеү, йыландар образдары аша кәүҙәләндерелгән яуыз тәбиғәт көстәре менән кешеләр бәхете өсөн көрәш алып барыуы тураһында тасуирлауға ҡоролған. Риүәйәт персонжадары — батырҙар һәм ябай ер кешеләре, аллалар (ҡоштар аллаһы — Самрау), тәбиғәттең яуыз көстәре, мифик йәндәр. Бында геройҙарҙың өс быуын яҙмышы (Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың балалары — Урал һәм Шүлгән, ейәндәре — Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар) һүрәтләнә, шуға күрә уҡ эпос та өс өлөштән тора.

Беренсе өлөшөндә Яҙмыш ҡушыуы буйынса юғалған ерҙә көн күргән Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ тураһында бәйән ителә. Улар ҡыр йәнлектәренә һунар итә. Ошо йәштәге ирле-ҡатндан ике ул тыуа — Шүлгән һәм Урал, был үҙе лә төрки-монгол эпосының традицион мотивы булып тора. Йәнбирҙе балаларына кешеләрҙе, хайуандарҙы һәм ерҙәге бөтә тереклекте юҡ иткән Үлемдең йәшәү сере булыуын аса. Урал батыр ҡотҡарған Һомай аҡҡоштан (Самрау ҡыҙы) улар Йәншишмә тураһында белеп ҡала. Йәнбирҙе уландарына ошо йәншишмәне табырға һәм Үлемде юҡ итергә кәңәш бирә. Беренсе өлөш нәҡ йәш батырҙарҙың үлемһеҙлек шишмәһен эҙләргә китеүе менән тамамлана[1].

Риүәйәттең икенсе өлөшөндә икенсе быуын вәкилдәре — Шүлгән һәм Урал — эшмәкәрлеге тураһында бәйән ителә Был өлөштә Урал батырҙың батырлыҡтары һәм дошман яғына ҡасып сыҡҡан ағаһы Шүлгәндең яуызлыҡтары тураһында бик ентекле һүрәтләнә. Был өлөш дейеүҙәрҙең һәм аждаһаларҙың еңелеүе, батыр ҡулынан юҡ ителгән дошмандар кәүҙәләренән диңгеҙ упҡынында хасил булған тауҙарҙың (Урал тауҙары) барлыҡҡа килеүе, тәбиғәттең үлемһеҙлеге өсөн көрәштә Урал батырҙың һәләк булыуы менән тамамлана[17].

Поэманың өсөнсө өлөшө Урал батыр улдарының батырлыҡтарына, кешеләрҙең, хайуандарҙың, ҡоштарҙың Уралды төйәк итеүенә арнала[18].

Башҡа телдәргә тәржемәләре

«Урал батыр» эпосы төрлө йылдарҙа урыҫ, инглиз, немец, венгр, төрөк, фин, абхаз, әзербайжан[19], ҡырғыҙ[20][21] телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған.

2016 йылдың декабрендә «Урал батыр» эпосы Өфөләге 20-се мәктәпте (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) тамамлаған, 1992 йылдан ғаиләһе менән Иерусалимда йәшәгән Рауил Садыҡов тәржемәһендә Израилдә йәһүд телендә (ивритта) донъя күрә[22][23].

2018 йылдың мартында «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрә. «Ураал Баатыр» тип аталған китап Саха (Яҡутстан) Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) башланғысы буйынса «Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары» проекты сиктәрендә 1000 дана тираж менән баҫылып сыға[24].

2018 йылдың майында Ҡытайҙың Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса үҙәге директоры Ши Хуншэн етәкселегендә делегация Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Урал батыр» эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһе буйынса фекер алыша[25].

«Урал батыр» эпосында архетиптар һәм символдар

Урал тураһында эпос дөйөм аңһыҙлыҡтың архетиптарына, символдарына бик бай: күрәҙәсе дейеүҙәр, үтә аҡыллы күрәҙәсе ҡарт дейеү; әүлиә бала Урал; батырҙың мәшһүр юлдашы — йыһан аты Аҡбуҙат, Уралдың киләсәктә ярҙамсыһы; күктәге ете дейеү — Етегән йондоҙлоғо; ҙур асҡыстың хужаһы булған дейеү; мөғжизәле таяҡ; тере шишмә — тере һыу; ҡоштар батшаһы, Ҡояш менән Айҙың ире, шул уҡ ваҡытта Һомай, Айһылыуҙың атаһы — Самрау.

Был ике ҡыҙ (Һомай, Айһылыу) — Аниманың ғәжәйеп символдары. Һомайҙың үҙенә батша ҡыҙҙарына ғына хас булған кейәү эҙләү ысулы дөрөҫ итеп күрһәтелгән: ул йомаҡ-табышмаҡтар ҡоя, егеттәрҙе тоғролоҡта, ғәҙеллектә һынай. Шулай уҡ Урал менән Һомайҙың космик ғаиләһе, дүрт яҡлылыҡ символы бөтә эпос буйынса теҙелеп бара: дүрт улы (Һаҡмар ҙа үҙен Уралдың улы тип һанай). Кешенең сифаттарын күрһәтеүсе — һөйләшә белеүсе, аҡыл өйрәтергә һәләтле үгеҙ, арыҫлан, эт, ыласын, төрлө ҡоштар; күп ҡалыплы Зәрҡүм символы (боланға һунары енси мөнәсәбәтте аңлатҡан бихисап аллегорияның береһе булып тора, бер үк ваҡытта ыңғай һәм кире булған йылан кешегә әүерелә ала), таштың үҙгәреү символдары, ут; Туфан ҡалҡыуы, Үлем символы; тәртипкә һалыу символдары — һандар (ете — боронғо планетар аллалар һаны, алхимиктар раҫлауынса планетар аллаларҙың ер аҫтындағы мәмерйәлә булған ете йондоҙ; аңһыҙ һандарҙы тәртипкә һалыусы фактор итеп ҡулланһа, улар аң барлыҡҡа килгәнгә тиклем булған). Күләгә символдары — мәмерйә, ер аҫты, тәрән инешкә төшөү, яуыз рух, ҡыҙыу, асыу һәм хис-тойғоҙа бирелеү булараҡ ҡабырсаҡ эсендәге ҡан; үҙлек булараҡ Урал тауы символы, бөтөн шәхес булыу символы; яуыз Ҡатил батшаға ҡорбан килтереү, батырҙың ҡорбан булыу темаһы йәки батырҙың үлеме (ғорурлыҡты, тәкәбберлекте дауалау өсөн кәрәк). Йәмғиәткә ингәндә балалыҡ яуапһыҙлығы үткәс, Уралдың өйләнеүе, тәртипкә ауырлыҡ менән өйрәнеү, Күләгә (Шүлгән), Анима, Анимус, Аҡһаҡал һәм башҡалар, аң донъяһы менән аңһыҙ донъяны бергә бәйләгән архетиптар индивидуалләшеү, «рухи тергеҙелеү» саралары булып тора[26].

Сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр

Эпосҡа ҡағылышлы башҡа саралар

  • 2025 йылда AY YOLA төркөмө башҡарған һәм донъяның музыкаль чарттарында беренсе урындарҙан төшмәгән Homay йыры арҡаһында «Урал-батыр» эпосы донъяуи билдәлелек яулай.
  • 2025 йылда үткән"Китап-байрам"да сараның төп китабы тип «Урал батыр» эпосы билдәләнә[31].
  • 2025 йылдың 8 июнендә республикала беренсе тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә[32].
  • 2020 йылдың ғинуарында ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтары эпостары» проекты сиктәрендә Өфөлә унынсы тапҡыр башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙа[33][34][35][36][37].
  • 2019 йылдың 24 майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа «Башҡорт халҡының „Урал батыр“ эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияуҙғарыла[38].
  • «Урал батыр» буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә. 2018 йылда был проект Башҡортостан Башлығы грантына алйыҡ була[39].
  • Башҡортостандың «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә «Урал батыр» эпосы буйынса ете туҡталҡалы, 28 саҡрымлыҡ яңы туристик маршрут булдырыла. Һуҡмаҡ тирәләй Урал батырҙың һәм эпостың башҡа геройҙарының ағас һындары ҡуйыласаҡ[40].
  • 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоның бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелә[41].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Нәҙершина Ф. А. Урал батыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Круглый стол журнала «Бельские просторы»: Реальность мифа. К 100-летию открытия эпоса «Урал-батыр». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2010. Архивировано 30 март 2018 года.
  3. Вахитов Р. Цивилизация Быка на Урале // Ватандаш. — 2013. — № 10. — ISSN 1683-3554. Архивировано 11 декабрь 2014 года.
  4. «Башкирский эпос „Урал-батыр“ пережил века» // «Баймакский вестник». — 27.06.2013.
  5. Шакурова Ш. Р. Текстология башкирского эпоса «Урал-батыр». (Проблема базового научного текста). Диссертация на соискание ученой степени кандидата фиолологических наук. — Москва, 1998.
  6. Журнал «Агидель» (1968, № 8)
  7. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — Т. Беренсе китап.
  8. Героический эпос народов СССР. — М.: Библиотека всемирной литературы, 1975. — Т. 1.
  9. Башкирский народный эпос. — М.: Наука, 1977.
  10. Котов В. Г. Башкирский эпос «Урал-батыр». Историко-мифологические основы. — Уфа: Гилем, 2006. — С. 27. — 408 с. — ISBN 5-7501-0695-0.
  11. Урал-батыр (1976, 1981, 1986). — Уфа: новая редакция в кн.:Башкирское народное творчество, 1987. — Т. 1.
  12. Башкирский эпос — подарок англичанам от Сагита Шафикова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2008. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2015 года.
  13. Ural-Batir / Das baschkirische Volksepos in der Übersetzung von Alia Taissina mit Illustrationen von Rais Khalilov. — Taschenbuch: 108 Seiten, Auflage: 1, Sprache: Deutsch. — ISBN 978-3-939165-02-6.
  14. Шакурова Ш. Р. Башкирский народный эпос «Урал-Батыр». Архивный первоисточник и его текстологический анализ. — Уфа: Гилем, 2007.
  15. Ф.5. Оп. 12. Ед. хр. 233. 144 л
  16. Увидело свет факсимильное издание архивного текста башкирского эпоса «Урал-батыр». До настоящего времени полная версия исходного текста эпоса «Урал-батыр» — величайшего духовного наследия башкирского народа — не была издана отдельной книгой.
  17. Мавлетов В. С. Духовная история башкирского народа. Мифологическое мировоззрение. — Уфа: Вагант, 2011. — 148 с. — ISBN 978-5-9635-0331-7.
  18. Сагитов М. М. Башкирский народный эпос. Урал-батыр (пер. Шафикова Г. Г.). — Уфа: Башкнижиздат, 1977. — С. 5—15.
  19. «Урал батыр» башҡорт эпосы әзербайжан теленә тәржемә ителгән. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 20 ноябрь
  20. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы — ҡырғыҙ телендә (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (25 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  21. Лейла Аралбаева. Башкирский эпос «Урал-батыр» издан на киргизском языке. ИА «Башинформ» (30.12.25). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
  22. Израилдә иврит телендә «Урал батыр» китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (23 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  23. В Израиле опубликован эпос «Урал батыр» на иврите. ИА "Башинформ" (22 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  24. «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (26 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  25. Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (8 май 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  26. З. Р. Назарова. Архетипы и символы в эпосе «Урал батыр» / Ватандаш, сентябрь, 2001 / Соотечественник / Compatriot. www.vatandash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2016. Архивировано 30 март 2018 года.
  27. «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса проект Рәсәй сәхнәһенә сыҡты (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (28 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  28. В Уфе состоялась премьера проекта «Легенда о Саошианте» по мотивам эпоса «Урал-батыр»). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (2 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  29. Урал батыр. По мотивам национального эпоса башкирского народа. Сайт театра кукол. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025. 2020 йылдың 29 февраль көнөндә архивланған.
  30. По башкирскому народному эпосу Урал батыр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025. 2020 йылдың 29 февраль көнөндә архивланған.
  31. Азат Гиззатуллин. Главной книгой международной ярмарки «Китап-Байрам» стал эпос «Урал-батыр». Башинформ (30 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  32. 8 июня в Башкирии впервые отмечается День эпоса «Урал-батыр». ИА «Башинформ» (8 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  33. Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (29 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  34. «Урал батыр» эпосына арналған фестивалдә ҡатнашыусылар 42 телдә сығыш яһаны (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (6 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  35. В Уфе состоялся международный конкурс чтецов эпоса «Урал-батыр». Bash.news (29 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  36. Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы байрамы уҙҙы (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (13 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2017.
  37. Өфөлә йәш сәсәндәр «Урал батыр» эпосын Рәсәй халыҡтары телендә һәм сит телдәрҙә һөйләйәсәк (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (25 ноябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  38. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын тикшереүселәр Өфөгә йыйылды (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (24 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  39. Ләйлә Аралбаева. Башҡортостанда «Урал Батыр» эпосы буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (29 декабрь 2018).
  40. Гөлфиә Акулова. Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы буйынса яңы туристик маршрут булдырыла (башҡ.). Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (16 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  41. В небе появилась звезда по имени Урал-батыр. ИА "Башинформ" (05.23.2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.

Әҙәбиәт

Өҫтәмә әҙәбиәт

Һылтанмалар