Самрау

Самрау (рус. Самрау) — башҡорт фольклорының мифологик образы, персонажы. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә сәмреғош. Иран мифологияһындағы Симург ҡошҡа барып тоташа[1].

«Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпик әҫәрҙәрендә Самрау ҡош ҡиәфәтендәге илаһи итеп һүрәтләнә. Уға күк, ер өҫтө һәм ер аҫты донъялары буйһона, һәм ул башҡорт пантеонында иң юғары алла булып тора. Ҡояш һәм Ай — уның ҡатындары, уларҙың никахынан Самрауҙың Һомай һәм Айһылыу исемле ҡыҙҙары бар[2].

Самрау «Урал-батыр» эпосында

Башҡорт мифологияһында Самрау күктә йәшәгән Оло тәңре, Күк тәңре. «Урал батыр» эпосында Самрау антропоморф йән эйәһе, күк һәм ҡоштар батшаһы итеп бирелә. Самрау батшалығында кешеләр ҡайғыны, эс бошоуҙы белмәй, ит ашамай, ҡан эсмәй, бүре менән һарыҡ, төлкө менән тауыҡ дуҫ йәшәй.

Әммә Ҡояш һәм Ай уның ҡатындары, йәғни Самрау ябай ғына ҡоштар батшаһы түгел икән. Ҡояш менән Айҙан Самрауҙың Һомай һәм Айһылыу исемле ҡыҙҙары бар. Улар йә кеше, йә ҡош ҡиәфәтенә инә ала. Аталары кеүек улар ҙа күрәҙәлек итеү һәләтенә эйә. Шулай итеп ҡыҙҙары ла Самрауҙың ябай түгел, улар ҙа тәңреләр затынан. Самрау күктең генә түгел, ерҙең, ер аҫтының да хужаһы килеп сыға. Шулай итеп Самрау Оло, Баш тәңре булып сыға[1].

Самрау әкиәттәрҙә

«Ҡамыр батыр менән убырлы ҡарсыҡ», «Айыуғолак», «Аҡъял батыр» һәм башҡа башҡорт халыҡ әкиәттәрендә осраған сәмреғош та ябай ҡош түгел. Ул да тылсымға эйә булған ер аҫтында йәшәгән гигант ҡош. Беренсенән, ул ҡанат ҡағып батырҙың һум ите киҫелеп алған ерен тиҙ генә уңалта. Икенсенән, аҫҡы һәм өҫкө донъяны бәйләй. Ул ер аҫтынан бәләгә тарыған батырҙың балаларын йыландан ҡотҡарған өсөн рәхмәт белдерә. Шулай итеп сәмреғош та тәңрелек сифаттарына эйә. Самрау һүҙенең һәм образының килеп сығышын ғалимдар, иран телдәре менән бәйләй. Самрау һәм сәмреғош атамаһындағы сәмре элементы иран халыҡтары мифологияһындағы ҡош исемен хәтерләтә.

Самрау тураһында эпосты тикшеренеүселәр

Тарихсы З. Ғ. Әминев башҡорт мифологияһында Самрау исеме менән башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары Күкте күҙ уңында тотҡан тип иҫәпләй[3].

В. С. Мәүлитов раҫлауынса, ҡояшлы Самрау иле — ғәҙел йәмәғәт ҡоролошо идеалдары, уларға һәр халыҡ ынтыла[4].

Этнограф У. Ш. Атанғолов фекеренсә, башҡорттар "Самрау батшалығы"нда дөйөм тыныслыҡты, етешлекте һәм татыулыҡты, ниндәйҙер сәйәси идеалды күргән[5]:

Самрау илендә бөтәһе лә тиң хоҡуҡлы, берәү ҙә бер кемде лә яфаламай, башҡаларҙың намыҫына һәм дәрәжәһенә ҡул һуҙмай, барыһы ла дөйөм мәнфәғәт өсөн эшләй, бер кем дә байырға ынтылмай, ҡәрҙәшлек ҡанундары буйынса йәшәй. Әгәр кемдер йолаларға һәм тәртиптәргә ынтылыусылар икән, «кешеләр үҙ-ара һөйләшеп, уны илдән ҡыуа». Самрау үҙенең батшалығы менән бер ниндәй етәкселек юҡ та кеүек итеп идара итә.

Самрау мифик батшалығында енәйәтсене илдән ҡыуыу йәки тыуған еренән айырыу иң юғары яза була. Мәҫәлән, илгә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы бөтә енәйәттәргә ҡарамаҫтан, Шүлгәнде унан ҡыуыу язаһы ғына бирелә.

У. Ш. Атанғолов эпостың башҡорт халҡына йоғонтоһон ошолай аңлата[5]:

Күп кенә тарихсылар башҡорттарҙа дәүләтселек булғанмы, юҡмы, тип бәхәсләшә. «Урал батыр» эпосын күңелендә йөрөткән халыҡтың дәүләтселеге булыуы мөмкин түгел. Күрәһең, башҡорттар шәхси азатлығын өҫтөн ҡуйған, һәм уның өсөн йәнен аямаған. Улар ҡоралланған, ойошҡан булған, тышҡы хәүеф-хәтәрҙәр осрағында тиҙ генә берләшә алған һәм көслө көскә эйә булған.

Самрау һәм хәҙерге заман

Самрау аллаһының образы һәм исеме хәҙерге Башҡортостанда популяр. Самрау исеме менән компаниялар, мәҙәниәт учреждениелары, футбол командаһы, рәссамдарҙың ижади берекмәһе аталған[6][7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Галин С. А. Самрау, миф. персонаж. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026. (рус.)
  2. Илимбетова Азалия Фаттаховна. Культ птиц в религиозно-мифологической системе башкир // Самарский научный вестник. — 2023. — № 1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2026)
  3. Аминев, Закирьян Галимьянович. Космогонические и космологические воззрения древних башкир. тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 09.00.01, кандидат философских наук Аминев, Закирьян Галимьянович. disserCat — электронная библиотека диссертаций (2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
  4. Мавлетов В. С. Духовная история башкирского народа. Мифологическое мировоззрение. — Уфа: Вагант, 2011. — 148 с. — С.16-17.
  5. 1 2 Эпос Урал-батыр (литературный разбор). Моя родина — Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
  6. «Самрау» в Уфе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. (рус.)
  7. Государственное бюджетное учреждение Республики Башкортостан для детей-сирот и детей, оставшихся без попечения родителей, Центр содействия семейному воспитанию «Самрау». Центр «Самрау», официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө том. Эпос. — Өфө, 1998.
  • Йәшәгән, ти, батырҙар: башҡорт халыҡ әкиәттәре. — Өфө, 2005.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә