Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы
Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминев (рус. Закирьян Галимьянович Аминев; 1954 йылдың 30 ғинуары, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй юрисы, тарихсы-этнолог, философ-ғалим. 1980 йылдан прокуратура органдары хеҙмәткәре, 2001 йылдан хәҙерге Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, 2016 йылдан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре кандидаты (2011). Юстицияның өлкән советнигы (1998).
Биографияһы
Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы 1954 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ ҡалаһында тыуған[1].
Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағас, оҙаҡ йылдар республиканың прокуратура органдарында эшләй. Хеҙмәт стажына яраҡлы хаҡлы ялға сыға һәм студент сағынан үҙен ҡыҙыҡһындырған башҡорт халҡының мифтары менән ғилми күҙлектән әүҙем шөғөлләнә башлай. 2011 йылда «Космогонические мировоззрения древних башкир в эпосе "Урал батыр"» тигән темаға диссертация яҡлап, «философия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары нигеҙендә республика гәзит һәм журналдарында даими сығыш яһай, мәҡәләләрен төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа баҫтыра. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән ғалимдәр менән ныҡлы бәйләнеш тота. Үҙе тикшергән мәсьәләргә арналған ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө экспедицияларға бик теләп сыға.
Ғалим Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған «Вики-Һабантуй—2015» сараларында, шул иҫәптән «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнаша.
Бәшкәрт иленә ғилми экспедицияһы
Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында эшләүсе ғалим бер төркөм хеҙмәттәштәре менән 2014 йылда Иранға барып ҡайта. Фәнни сәфәрҙең төп маҡсаты был илдең көньяҡ-көнсығышында йәшәүсе «бәшкәрт» халҡы менән танышыу була. Һан яғынан 100 меңдән артығыраҡ булған был тыныс һәм ғорур халыҡ фәнгә бер быуаттан артыҡ билдәле. Бәшкәрттәр Ирандың Хармузган провинцияһындағы Бәшкәрт тауҙарында көн күрә, Ирани төркөмгә ҡараған телдә һөйләшә, ислам динен тота. Антропологик яҡтан ҡарағанда, улар — оҙон буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәле. Рәсәйгә ихтирам менән ҡараһалар ҙа, беҙҙең башҡорт халҡы тураһында мәғлүмәтле түгелдәр. Шулай уҡ үҙ исемдәре булған «бәшкәрт» атамаһының нимә аңлатҡанын, уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын белмәйҙәр. Үҙҙәренең гел күсенеп йөрөгән халыҡ икәнлеген әйтәләр. Бәшкәрттәр һәм башҡорттар бер тамырҙанмы, ике милләт араһында берәй төрлө бәйләнеш бармы — был һорауҙар әлегә асыҡ ҡала. Шул уҡ ваҡытта бәшкәрттәрҙә беҙҙең ҡурайға оҡшаған «нәй» тип аталған музыка ҡоралы булыуы, көйҙәренең беҙҙекеләргә тартым булыуы бик тә ҡыҙыҡлы факттар. Уларҙағы Риза, Надир, Хәбиб һәм Вәхит атлы исемдәр беҙҙең халыҡта ла киң таралған. Был һәм бәшкәрт халҡы менән бәйле башҡа һорауҙарға киләсәктәге фәнни тикшеренеүҙәр бер ни тиклем асыҡлыҡ индерәсәк.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотеза
- Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы
- Уйланырға, өйрәнергә нигеҙ бар(недоступная ссылка)
- Бәшкәрт илендә (башы)
- Бәшкәрт илендә (аҙағы)
- Башҡорттар һәм бәшҡәрттәр
|
З. Әминевтың башҡа хеҙмәттәре
|
Ваҡытлы матбуғаттағы фәнни-популяр мәҡәләләре
- Основы башкирской мифологии // Ватандаш. 9-сы һәм 10-сы һандар, 2014. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Когда боги ходили по земле... Сабантуй — это инсценировка древних мифов, считают учёные. Газета: «Республика Башкортостан» № 113 от 11 июня 2013 2019 йылдың 27 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2019)
- Халҡыбыҙ йәне яралған ер — Уралтау // Киске Өфө. 17-23.10.2009.
- Алты егет — ете ҡыҙ // Киске Өфө. 18-24.07.2009.
- Молдавияла башҡорттар бармы // Йәшлек. 07.04.2009.
- Енәйәтсе һеләүһен // Йәшлек. 28.03.2009.
- Телде һанға һуҡмаһалар… // Киске Өфө. 08-14.11.2008.
- Хур ҡыҙҙары («хур» һүҙенең килеп сығышы) // Киске Өфө. 6-12.09.2008.
- Ни өсөн һеркәһе һыу күтәрмәй («һеркә» һүҙенең килеп сығышы) // Киске Өфө. 28.06.-04.07.2008.
- Ҡылыс менән бейеү // Киске Өфө. 14-20.06.2008.
- Боронғо һүҙҙәребеҙҙе тергеҙәйек // Киске Өфө. 03-09.05.2008.
Ғалим менән әңгәмәләр
- Это интересно Ученый Закирьян Аминев: «Башкиры - не кочевники». Единый портал башкирской культуры и произведений искусства
- Лариса Абдуллина. «Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән». «Башҡортостан» гәзите, 2018, 28 сентябрь[2].
- Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. «Урал батыр» эпосын аңлап уҡы! «Киске Өфө» гәзите, 2016, 9—15 июль, № 28[3].
- Лариса Абдуллина. Зәкирйән ӘМИНЕВ: «Урал батыр вариҫтары – дәүләт нигеҙен аңлаған, хоҡуҡи ил ҡорған милләт». «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 27 май[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Башҡортостан» гәзитенең 2018 йылғы лауреаты — Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тарихи-публицистик яҙмалары, ҡыйыу фекерҙәре өсөн.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Аминев Закирьян Галимьянович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (30 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2018, 28 сентябрь 2018 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2019)
- ↑ «Киске Өфө» гәзите, 2016, 9—15 июль, № 28
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 27 май 2016 йылдың 18 октябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2018)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Аминев Закирьян Галимьянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026)
- Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа : Башк. энцикл., 2013. — 640 с.: ил., карты, ноты. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2023)
- Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185—243-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2024)
- Институт стратегических исследований государственного бюджетного научного учреждения «Академия наук Республики Башкортостан». Структура. Аминев Закирьян Галимьянович. Старший научный сотрудник (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026)
- Башҡортостан Фәндәр академияһы сайтында анкетаһы
- Яратҡан шөғөл нәтижәһе — ғилми асыш 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.