Ҡурай
Был мәҡәлә башҡорт ҡурайы тураhында. Төрлө сығанаҡтарҙа һәм төрлө сәбәптәр менән «ҡурай» исеме менән аталған һыбыҙғы, һыҙғыртҡыс хаҡында айырым мәҡәлә бар: Һыбыҙғы.
Ҡурай | |
---|---|
Классификация | Тынлы, ағас, 4.аэрофон |
Диапазон: | флейта лиапазоны |
Туғандаш инструменттар | Һыбыҙғы [[1]], Камыль [[2]], Цуур-Tsuur [[3]], Шоор [[4]] |
Музыканттар | Азат Айытҡолов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Ғәйфулла Сарбаев, Ҡаһым Түрә, Роберт Юлдашев, Йомабай Иҫәнбаев |
Ҡурай Викиһаҡлағыста |
Ҡурай — башҡорт халҡының милли музыкаль уйын ҡоралы. Башҡортостан Республикаһының ил кимәлендә рәсми теркәлгән территориаль бренды[1][2][3]. 2024 йылдың 11 мартында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола[4].
Ҡурай төрҙәре: ҡыйыҡ-ҡурай (ғәйнә ҡурай), сор-ҡурай — һыҙғыртма ҡурай, һыбыҙғы — бәләкәй арҡыры ҡурай.
Ҡурай эшләү тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар[5]. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡ 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫелә. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишелә. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле; бишенсеһе дүртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.
Башҡорт ҡурайының тасуирламаһы сит ил белешмә баҫмаларында ла урын алған. Мәҫәлән, 1913 йылда Нью-Йоркта немец телендә Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet тигән музыка ҡоралдары полиглоссарийы нәшер ителә. Уның 235-се битендә ҡурай тап башҡорт халыҡ уйын ҡоралы тип аталып, нисек эшләнеүе һүрәтләнә. Үҙ нәүбәтендә баҫма 1896 йылда донъя күргән "Русская музыкальная газета"лағы мәғлүмәткә таяна[6].
Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланылған. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрәнең Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар.
XX быуат һуңында шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш ала. Был төр ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән. Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр, унан һуң елем һөртөп, кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр.
XX быуаттың 90-сы йылдарында ҡурайсы Ишморат Илбәков үҙе уйлап сығарған алымдар менән бөтә тондарҙы ла бер ҡурай эсенә һыйҙырыуға өлгәшә һәм уны «ишҡурай» тип атай, патент ала[7]. Мәгәр ҡурай белгестәре эшләү технологияһы, уйнау ысулы тап Вәкил Шөғәйеповтыҡы кеүек булған ҡурайҙарҙы ғына ҡурай тип һанай. Шуға күрә Ишморат Илбәков уйлап сығарған хроматик ҡурай ҡурай тип танылмай.
Көйләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Заманса ҡурайҙар 570—810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә. Иң түбән тауышлы оҙон ҡурай кесе октаваның Соль (g) тауышына, иң юғары һәм ҡыҫҡа ҡурай көпшәһе беренсе октаваның До (С) өнөнә көйләнә. Ҡалғандары ярымтауыш буйынса «Соль»-дән алып «До»-ға тиклем араны тултыра: Ля бемоль (Аs), Ля (A), Си бемоль (B), Си (H).
Башҡорт милли көйҙәре пентатоник үлсәмдәге көйҙәр булып тора, һәм ҡурайҙа бөтә нескәлектәре менән биреп була. Диатоник өн теҙмәһе өсөн иһә ҡурайҙарҙы төрлө тоналлектә эшләйҙәр, йәғни ундай көйҙәрҙе башҡарғанда бер нисә ҡурайҙы алмаштырып уйнайҙар.
Ҡурай тартыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уйнағанда ҡурайҙың баш яғын өҫкө тештәр уртаһына, уң йәки һул яҡҡа терәп, ирендәр менән ҡымтыйҙар. Ауыҙҙың ярылары һәм аңҡау тауыш бәүелткесе итеп ҡулланыла. Ҡурайҙа оҫта уйнаусылар күкрәктән сыҡҡан тын менән көпшәгә өрөп моң сығара. Ауыҙ эсендәге тын менән ҡурай уйнау, өйрәнә башлаған осорҙа ғына хата һаналмай.
Ҡурай моңо нигеҙендә төп өндән кварта аралығында ике мажор пентоника бәйләнеше ята. Ҡурай тауышы киңлеге өс октаваға яҡын, яңғырашы нәфис һәм эпик яҡтан күтәренке, тембры йомшаҡ.
Ҡурайҙа бейеү көйҙәре, марштар, тәбиғәт тауыштарын тасуирлаған көйҙәр, хатта донъя күләмендәге классик әҫәрҙәр ҙә уйнала. Шулай уҡ йыр оҙатыусы ҡорал булараҡ та ҡулланыла.
Ҡурай моңон яҙмаларҙа тыңлау менән ысын уйнауҙы тыңлау араһында бик ҙур айырма бар.
Ҡурай тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә.
Туған телебеҙҙә «ҡур» тамырлы hүҙҙәрҙең бик күп hаҡланған. Башҡорт теленең hүҙлегендә «ҡур» hүҙенең башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт; мая тигән аңлатмаһы ла бар, йәғни «башлап ебәреүсе», «тоҡом башлаусы», «нигеҙ hалыусы», «барлыҡҡа килтереүсе», «күбәйеүгә, таралыуға сәбәп булдырыусы». Тимәк, кемдеңдер-нимәнеңдер тәүбулмышына хас булған тик тороу, ойоғанлыҡ, һиллек хәленән сығарып, ҡыбырлатыу, йәшәтеү, тереклек итеүгә килтереү. Ҡур һүҙе туранан-тура Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо арийҙарҙың дини ҡараштарына тап килгән йога тәғлимәтендәге сәбәп-эҙемтә бәйләнешенә ишаралай, сөнки уның ҡапма-ҡаршы мәғәнәләге икенсе төшөнсәнең атамаһы булыуы ла билдәле: ҡур — ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым. Аҡмулланың: «Ҡыйыш уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман hүҙҙең ҡуры китмәҫ», — тигән юлдары ла быға миҫал.
Ҡурайҙың бөгөнгөһө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XX быуатта ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмей. Һуңғараҡ ҡурайға ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторола. Йыл һайын республика күләмендә ҙур күләмле ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов.
Ҡурайға ҡағылышлы саралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Йомабай Иҫәнбаев башҡорт милли музыка ҡоралын Франция, Германия, Швеция, Бельгия һәм Голландия сәхнәләрендә тәүгеләрҙән булып таныта (1925, 1927)[9].
- Башҡорт ҡурайы донъялағы иң бейек бина — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең иң ҙур ҡалаларының береһе булған Дубайҙа урынлашҡан 828 метр бейеклегендәге бейек йорт Бурдж-Хәлифәлә яңғырай[10] (Тикшерелеү көнө: 13 май 2018).
- «Ҡурай байрамы» Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. Март айында Башҡортостандың ижади коллективы Пермь крайында, Ҡурған, Төмән һәм Свердловск өлкәләрендә сығыш яһай. Ҡурай байрамы Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 16 март] (Тикшерелеү көнө: 21 март 2017)[11].
- 2017 йылдың ғинуарында Санкт-Петербургта III Раштыуа халыҡ-ара орган фестивалендә башҡорт ҡурайы яңғырай. Изге Станислав исемендәге Рим-Католик ғибәҙәтханаһының орган залында уҙған «Раштыуала икәүләп» концертында органсылар Динә Ихина менән Денис Маханьковҡа башҡорт музыканты һәм дирижер Ринат Камалов ҡушылып, орган менән дуэтта ҡурайҙа уйнай[12].
- 2016 йылдың апрелендә Ҡазанда Башҡорт ҡурайы байрамы үтә. Уны Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы ойоштора[13]
- Конкурстар
- Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы (1978 йылдан)
- Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы
- Әҙһәм Исҡужин исемендәге асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы (Өфө, 2008, 2009, 2011, 2014).
- Ғата Сөләймәнов исемендәге призға профессиональ ҡурайсыларҙың республика конкурсы (1997, 2012)
- Республика Ҡурай байрамы (Ҡурайсыларҙың республика «Бәйге» конкусы) (Октябрьский)
- В. Шөғәйепов исемендәге призға ҡурайсыларҙың зона конкурсы (Салауат районы, Малаяҙ ауылы, 2011).
- Һәйкәлдәр
- 1974 йылда Өфөлә «Яҙғы йыр» фонтаны асыла. Һәйкәл ҡурай тотҡан яланғас малайһы һынландыра. Авторы — Маргарита Александровна Соловьева-Ефимова, архитекторы Татьяна Милорадович[14].
- 1993 йылдың 13 июнендә Баймаҡ районы Моҡас ауыл Советы территорияһындағы Туғажман тауында Ҡурайға һәйкәл ҡуйыла, идея авторы — күренекле башҡорт ҡурайсыһы Ғата Сөләймәнов, уның хыялын тормошҡа ашырыусы һәм ойоштороусыһы — М. Байрамғолов, иретеп йәбештереүсе — Басир Сафуанов. Ҡурай сәскәһендә 19 таж — Баймаҡ еренең 19 бөйөк ҡурайсыһы[15].
- 2001 йылда Баймаҡ районының Туғажман тауында ҡурайға һәйкәл ҡуйыла[16].
- 2023 йылдың 3 июнендә Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында арҙаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлап ҡурайға һәйкәл асыла[17].
Ҡурай ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Үтәбәй Ә. «Юлай Ғәйнетдинов: Баҡыр алтындың варианты була алмай.» «Ағиҙел» журналы, 2014[18].
Күренекле ҡурайсылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салауат Юлаев
- Ҡаһым түрә
- Байыҡ сәсән
- Ишмулла Дилмөхәмәтов
- Cәйфулла Дилмөхәмәтов
- Йомабай Иҫәнбаев
- Әҙеһәм Исҡужин
- Мөхәмәт Ҡәҙерғолов
- Ғата Сөләймәнов
- Абдулла Хәлфетдинов
- Рәхмәтулла Бүләканов
- Яппар Шафиҡов
- Хәмит Әхмәтов
- Азат Айытҡолов
- Мөхәмәт Түләбаев
- Әнүәр Шафиҡов
- Кәрим Дияров
- Роберт Юлдашев
- Юлай Ғәйнетдинов
- Вәкил Шөғәйепов
- Ришат Рәхимов
- Ишморат Илбәков
- Рәмил Ғәйзуллин
- Зыя Хәлилов
- Нурғәли Кейекбирҙин
- Рәйес Низаметдинов
- Азат Биксурин
- Рәсүл Ҡарабулатов
- Рәмзин Әбсәләмов
- Рөстәм Шәрипов
- Айбулат Рәхмәтуллин
- Рушан Биктимеров
- Илшат Солтангәрәев
- Венер Йылҡыбаев
- Марсель Сәйетов
- Фәиз Шәрипов
- Мөхәмәт Түлебаев
- Таһир Хәмитов
- Рушан Ниязғолов
- Илһам Байбулдин
- Илнур Хәйруллин
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Субъекты Российской Федерации, для региональных товаров которых зарегистрированы географические указания (ГУ) и наименования мест происхождения товаров (НМПТ) Архивная копия от 25 апрель 2021 на Wayback Machine // Роспатент
- ↑ Курай зарегистрировали в качестве территориального бренда Башкортостана. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 1 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2018)
- ↑ Ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 2 март (Тикшерелеү көнө: 2 март 2018)
- ↑ В Башкирии создали Государственный ансамбль кураистов
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. ҠУРАЙ (Pleurospermum) 2016 йылдың 12 май көнөндә архивланған. мәҡәләһе
- ↑ Sachs Curt. Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet. — Нью-Йорк, 1913. — с.235
- ↑ ПРОДОЛЬНАЯ ФЛЕЙТА КУРАЙ — «ИШКУРАЙ» 2019 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. — СПб, 1897. — С. 218.
- ↑ https://bashenc.online/ba/articles/89634/ ИҪӘНБАЕВ Йомабай Мөтиғулла улы
- ↑ Башкирский курай прозвучал на самом высоком здании в мире Бурдж-Халифе
- ↑ Ҡурай байрамы Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 16 март (Тикшерелеү көнө: 21 март 2017)
- ↑ Санкт-Петербургта Раштыуа фестивалендә башҡорт ҡурайы яңғырай. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 12 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2017)
- ↑ В Казани проходит Праздник башкирского курая. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 апрель (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2016) (рус.)
- ↑ Памятники всего мира - Памятник кураю . Дата обращения: 28 март 2013. Архивировано 14 сентябрь 2020 года.
- ↑ Литературная карта Республики Башкортостан
- ↑ Памятник кураю . Сайт муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан.
- ↑ Дарья Субботина. В Башкирии установили памятник кураю . Башинформ. ИА "Башинформ" (4 июнь 2023).
- ↑ Баҡыр алтындың варианты була алмай. «Ағиҙел» журналы, 2014 (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2017)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ахметжанова Н. В. Башкирская инструментальная музыка. Наследие. — Уфа, 1996. — 105 с.
- Бадретдинов С. М. Башкирский курай. // Ватандаш. — 2000. — № 1. — С.130—135.
- Беляев В. М. Реконструкция башкирского курая //Проблемы музыкального фольклора народов СССР. — М., 1973. — С. 351—355.
- Благодатов Г. И. Курай // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1976. — Т. 3.
- Гайнетдинов Ю. И. Башкирское чудо. // Ватандаш. — 2009. — № 5. — C. 164—176. (баш.)
- Зелинский Р. Ф. Башкирский курай // Народные музыкальные инструменты и инструментальная музыка. Т. II //М.: Советский композитор. — 1988. — С. 127—136.
- Ильясов Т. Т. Башкирский национальный музыкальный инструмент курай: к истории происхождения. //Вестник Челябинского государственного университета. — 2009. — №. 28.
- Ильясов Т. Т. Курай: традиционный музыкальный инструмент в системе культуры башкир: диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.07. — Ижевск, 2011.
- Камаев Ф. Х. Напевы курая: Фольклорный сборник. — Уфа: Башкнигоиздат, 1991. — 56 с.
- Кубагушев А. М. Курай : К 100- летию Г. З. Сулейманова : Учебное пособие. — Уфа: УГАИ им. З. Исмагилова, 2012. — 144 с. — ISBN 978-5-9613-0207-3.
- Кубагушев А. М. Региональные традиции искусства игры на курае // Ватандаш. — 2011. — № 8. — С. 156—161. — ISSN 1683-3554.
- Кубагушев А. М. Традиционные башкирские народные инструменты. — Уфа, 1997.
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. — М., 1965.
- Рахимов Р. Г. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологическое исследование. 2-е изд., доп. — Уфа: изд-во БГПУ, 2010. — 188 с. ISBN 5-87978-297-2
- Рахимов Р. Г. Курай: Учебное пособие: На баш. языке. — Уфа: Китап, 2011. — 156 с. — ISBN 978-5-295-05401-3.
- Рахимов Р. Г. Курай: Учебное пособие. — Уфа: Китап, 2012.
- Рыбаков С. Г. Курай, башкирский музыкальный инструмент. — СПб., 1896.
- Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. — СПб, 1897.
- Сөләймәнов Ғ. З. Ҡурай. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.
немец телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Sachs Curt. Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet; 1881—1959 — New York, 1913 — с. 235
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡурай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Курай // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Статья «Курай» в Краткой энциклопедии Башкортостана(недоступная ссылка)
- Статья Р.Шакура о Курае 2008 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
- Статья «Возрождение башкирского курая» 2007 йылдың 24 февраль көнөндә архивланған.
- Р.Юлдашев Другая жизнь древнего инструмента(недоступная ссылка)
- Ҡурай моңдары MP3 2007 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.
- Башкирские воины на СВО из детали трофейной техники НАТО изготовили курай. ИА «Башинформ», 6 июня 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2024)