Шәрипов Рөстәм Фазылйән улы

Шәрипов Рөстәм Фазылйән улы (1 ноябрь 1976 йыл  — 18 июнь 2013 йыл) — ҡурайсы.

Биографияһы

Рөстәм Фазылйән улы Шәрипов 1976 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында юғары белем ала. Инструменталь башҡарыу (ҡурай) бүлегендә Ришат Рәхимов класында ҡурайсы-солист һөнәрен үҙләштерә.

Ижад юлын 2001 йылда, студент сағында уҡ, Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай. Аккомпаниатор-концертмейстер вазифаһын башҡара. 2003 йылда уҡыуын тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүен дауам итә.

2003—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Халыҡ инструменттары милли оркестры артисы була.

2005 йылдан «Далан» эстрада төркөмөндә солист-инструменталист (ҡурайсы) булып сығыш яһай.

Рөстәмдең репертуарында бик киң. Уның башҡарыуында халыҡ, классик һәм эстрада жанрындағы йырҙар, донъя халыҡтары мелодиялары яңғырай.

Ижади эшмәкәрлеге

Ул сәнғәт оҫталары менән бер рәттән Төркиәлә уҙған Башҡортостан көндәрендә, Кубала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ырымбурҙа һәм башҡа ҡалалар һәм илдәрҙә тамашасыларға башҡорт моңон еткерә.

Рөстәм Шәрипов республика конкурстары лауреаты исеменә лә күп тапҡыр лайыҡ була.

Репертуары

Уның репертуары бай йөкмәткеле һәм күп яҡлы.

  • Өйҙөрәк буйы 
  • Бейеш 
  • Буранбай 
  • Дәләү Ғәйшә 
  • Ҡара өйрәк 
  • Һандуғас 
  • Һыр 
  • Шырлы урман 
  • Ҡара өйрәк 
  • Ҡараһаҡал маршы
  • Ҡарт Байыҡ 
  • Кәтинкә 
  • Ҡыҙыл буйы бүҙәнә 
  • Ҡурайсы егеткә
  • Ҡыҙыл буйы бүҙәнә
  • Ләнке ташы 
  • Юшатыр буйы 
  • Йәнбикә 
  • Таштурә 

Ҡаҙаныштары

  • Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале сиктәрендә Ҡурай байрамында ҡатнашып Гран-при яулай (Октябрский ҡалаһы, 2004).

Хәтер

  • Рөстәм Шәрипов исемендәге Асыҡ республика конкурсы (Өфө, 2016, 2017);
  • Тыуған ауылы Юлдыбайҙа ул уҡыған мәктәптә Ҡурайсылар берекмәһе тарафынан Рөстәм Шәриповҡа арнап мемориаль таҡта ҡуйылған (14.06.2018)

Һылтанмалар