Буранбай (йыр)
«Буранбай» | |
---|---|
Йыр | |
Жанр | башҡорт халыҡ йыры |
Башҡарыу теле | башҡорт |
Дауамлығы | 3,5 мин |
Авторы | Буранбай сәсән |
Буранбай — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Буранбай» — башҡорт халҡының киң билдәле тарихи йырҙарының береһе. Тәүге тапҡыр 1894 йылда уның һүҙҙәрен рус этнографы, фольклорисы С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Эткол ауылында (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) йәшәүсе Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып ала һәм «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән» китабында баҫтыра. Шулай уҡ «Буранбай» йырының варианттарын һәм риүәйәттәрен төрлө йылдарҙа башҡорт халҡының беренсе композиторы Ғ. Ә. Әлмөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, сәйәси золом ҡорбаны М. А. Буранғолов, композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре С. Ғәбәши, ғалим-музыка белгесе-фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, СССР Композиторҙар союзы ағзаһы, Сәнғәт ғилеме кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ф. Х. Камаев, 1905—1911 йылдарҙа Өфөлә губернатор булып ултырған А. С. Ключарёв, фольклорист, музыка белгесе, йәмәғәт эшмәкәре Л. Н. Лебединский, башҡорт композиторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР Композиторҙар союзы ағзаһы К. Й. Рахимов, музыка белгесе, фольклорсы, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре И. В. Салтыков[1] һәм башҡа фольклорсылар яҙып алалар.
Буранбай сәсәнгә арналған бай орнаментлы, киң диапозонлы (ике октава) лирик-эпик характерҙағы йыр. «Буранбай» башҡорт халыҡ йырын башҡарыу юғары вокаль оҫталыҡты талап итә.
Башҡорт халыҡ йыры «Буранбай» билдәле йырсылар Сөләймән Абдуллин, Мөхтәр Байымов, Мәжит Буранғолов, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Хәбир Ғәлимов, Флүрә Килдейәрова, Иншар Солтанбаев, Абдулла Солтанов, Мәғәфүр Хисмәтуллиндың репертуарында лайыҡлы урын ала[1]. Шулай уҡ йәш быуын йырсылары — Азамат Тимеров, Рауил Харрасов, Рәмил Туйсин һәм башҡалар ҙа «Буранбай» йырын үҙ репертуарына индергән.
Тауыш һәм фортепиано өсөн — М. М.Вәлиев, Р. Х.Ғәзизов, К. Рәхимов, Х. Ф.Әхмәтов, хор һәм симфоник оркестр өсөн Н.Ә.Дауытов эшкәртә. Йырҙың көйө Әхмәтовтың скрипка һәм фортепиано өсөн Сюитаһында, «Сыңрау торна» балетында файҙаланыла[1].
Риүәйәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Риүәйәттең ике версияһы бар. Береһе Кәрим Дияровтың «Сал Уралдың моңдары» тигән китабында, икенсеһе Нәҙершина Ф. А. төҙөгән «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре» тигән китапта бирелгән.
Ф. А. Нәҙершина китабындағы версия
Йырҙың төп персонажы Буранбай Ҡотдосов 1800 йылдарҙа йәшәгән. Сығышы менән Баймаҡ районы, Буранбай ауылы (элекке Ырымбур губернаһы, Бөрйән улусы, Кинйәбулат ауылы). Бик батыр, мәргән, тапҡыр һүҙле, оҫта йырсы, ҡурайсы булған, һунарға йөрөгән, уҡ-һаҙаҡ менән оҫта эш иткән. Бер күҙе һуҡыр булған. Халыҡ был хаҡта йыр ҙа сығарған:
Буранбайҙы һуҡыр тиҙәр,
Бер күҙкәйе менән ҡарайҙыр…
Атаһы — Зөлкәрнәй, ҡатыны — Тутыйғош. Нәүширбән исемле улдары булған (хәҙерге Нәүширбәновтар шунан килеп сыҡҡан).
Буранбай заманына күрә уҡымышлы, ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән кеше булған. Шулай уҡ күҙ бәйләү (гипноз) һәләтенә эйә булған. Байҙар алдында баш эймәгән, ярлыларҙы яҡлаған. Уның өҫтөнән ялыу яҙғандар. Буранбайҙы Ырымбурға саҡыртҡандар, ләкин ул урманға ҡасҡан. Бер төндө ауылына ҡайтҡан саҡта, уны тоторға уйлап, өйөн ҡамағандар. Буранбай күҙ бәйләү һәләте менән ҡасып ҡотолған һәм ул ерҙәрҙән бөтөнләй китергә булған. Иҙелбай ауылына барып төпләнгән, үҙен Ялан Йәркәй тип танытҡан.
Кәрим Дияровтың китабындағы версия
Урыҫ байы башҡорттарҙың ерҙәрен тартып ала. Йәрмөхәмәт (Йәркәй) исемле кеше бола күтәрә. Уны ҡулға алалар. Йылға аша сыҡҡанда, Йәркәй һыуға һикереп ҡаса. Йәркәй атаһының тыуған ауылына барып, шунда йәшәй башлай. Буранбай исемен ала. Старшина уны уҡырға ебәрә. Өйгә ҡайтҡас, Буранбай старшина ярҙамсыһы булып эшләй.
Буранбай
Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло
Буранбайҙың һуҙған да йырҙары.
Буранбайҙың йырын тыңлағанда,
Йөрәкһенә ауылдың ирҙәре.
Һуғыш башлана. Буранбайҙы һуғышҡа ебәрәләр. Ул һуғыштан миҙал менән ҡайта. Шунан уны старшина итеп ҡуялар. Буранбай халыҡты яҡлай.
Губернатор Буранбайҙан ҡотолорға була. Буранбайҙың ҡайҙан килгәнен белер өсөн, ҙур йыйын үткәрә. Йыйында Буранбай иң яҡшы ҡурайсы була. Йәш саҡта йөрөгән ҡыҙы уны таный. Иренә әйтә. Ире көнләшеп, губернаторға ошаҡлай. Буранбай байрамдан ҡайтҡанда, һалдаттар уны ҡулға алалар. Губернатор Буранбайҙы һөргөнгә ебәрә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Шәкүров Р. З. Буранбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нәҙершина Ф. А. Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. (Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: Китап, 1997. — 288 с. — ISBN 5-295-02094-0.
- Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988
Видеоматериалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- YouTube сайтында Видео Абдулла Солтанов башҡарыуында
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Буранбай (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2022)