Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы

Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов (рус. Газиз Салихович Альмухаметов; 1895 йылдың 29 октябре, Иҫке Мораптал1938 йылдың 10 июле, Өфө) — совет йырсыһы (лирик тенор), композитор, йәмәғәтсе. «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә тәүгеләрҙән лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих (Мөхәмәтсәлих) улы 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған[1]. Милләте башҡорт[2].

Шәжәрәһе: Амангилде Байморатов (1775—1844) → Әлмөхәмәт (1803—?) → Яхъя (1820—?) → Абдрахман (1857—?) → Мөхәмәтсәлих (1867—?) → Ғәзиз (1895—1938)[3].

Мөхәмәтсәлих һәм Ғәлимә Әлмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә алты ул үҫә: Абдулла, Абдрахман (1887—?), Ғәзиз, Фәтих (1900—?), Хәбибрахман (1905—?) һәм Ғәлирахман (1912—?). Ғаиләлә тормош ауыр була, атаһы ваҡытлы эштәргә яллана — мал көтә, бесән йыя. Малайҙар бала саҡтан ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен белеп атаһына ярҙам иткәндәр. Әсәһе Ғәлимә моңло тауышлы булып бихисап башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе йырлаған, Аҡмулланың шиғырҙарын яттан белгән[3].

Атаһы туберкулёз менән ауырып үлгәндән һуң, 1908 йылда Абдрахман ағаһы менән Ташкентҡа китә. Унда йәйен йөҙөм баҡсаларында эшләй, ә ҡышҡы айҙарҙа мәҙрәсәлә уҡый[3].

1913 йылда Ташкент ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай[4]. 1914 йылдан Урта Азия, Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Волга буйы, Себер буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1916 йылдан башлап йыш ҡына Ырымбурҙа концерттар менән сығыш яһай[5].

undefined

1917 йылда Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла[6]. «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһы ағзаһы булып китә. Башҡорт Хөкүмәте тарафынан ойошторолған концерттарҙа, шул иҫәптән Каруанһарайҙа сығыш яһай[7]. 1917 йылдан Өфөлә шағир Шәйехзада Бабич менән берлектә концерттар ҡуя[8]. 1918 йылдың яҙында Башҡортостан Ваҡытлы Революцион советына ағза итеп һайлана, әммә был вәкәләттәрҙе Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡабул итмәй. Бынан һуң Башҡортостан Ваҡытлы Революцион советы уны стипендия менән тәьмин итеп Ырымбурға уҡырға ебәрә. Әлеге ваҡытта Әлмөхәмәтовтың Ырымбурҙа уҡыуы хаҡында документтар табылмаған[9].

1918 йылда Башҡорт хәрби шураһының Ырымбур хәрби бүлеге ҡарамағындағы контрразведка составында хеҙмәт итә[10]. Башҡортостан мөхтәриәтенең Ҡыпсаҡ кантонында Ҡыпсаҡ ирекле отрядын ойоштора, һәм 1918 йылдың 1 авгусында уның командиры итеп тәғәйенләнә[11].

Концерт репертуарында ариялар, ватан һәм сит ил композиторҙарының ариялары, йырҙары һәм романстары, үҙенең вокал әҫәрҙәре, башҡорт, татар, үзбәк, фарсы, әзербайжан, ҡаҙаҡ халыҡ йырҙары. Совет композиторҙары йырҙарының, классик арияларының һәм романстарының үҙ тәржемәһендә башҡорт телендә тәүге башҡарыусыһы була: Дж. Вердиҙың «Риголетто» операһынан Герцог йыры, П. И Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһынан Ленскийҙың ариялары, А. С. Пушкиндың шиғырына А. П. Бородиндың «Алыҫ ватандың ярҙары өсөн» (рус. «Для берегов отчизны дальней») романсы, В. И. Лебедев-Кумачтың шиғырына И. О. Дунаевскийҙың «Туған ил тураһында йырҙары» (рус. «Песни о Родине») һәм башҡалар. Концерт һәм композиторлыҡ эшмәкәрлеге менән бер рәттән фольклор әҫәрҙәрен, шул иҫәптән «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Тәфтиләү», «Урал» башҡорт халыҡ йырҙарын, «Ҡуңыр буға» ҡобайырынан өҙөктө яҙып ала[1].

1921 йылда Башҡортостан АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариатынан Ташкент консерваторияһына уҡырға йүнәлтеү ала. 1936 йылдың 10 февралендә «Ҡыҙыл Үзбәкстан» гәзитендә бер композитор менән интервью баҫылып сыға, бында Әлмөхәмәтовтың Ташкент консерваторияһында белем алыуы тураһында телгә алына. Әммә бында уҡыуы тураһында әлеге ваҡытта тура дәлилдәр юҡ[9]. 1920-се йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында белем ала. 1920—1930-сы йылдарҙа йырсының тауышы грампластинкаларға яҙҙырыла[1].

Музыкаль-сәхнә әҫәрен — музыкаль иллюстрациялы «Сания» драмаһын үҙ либреттоһына яҙа, ул тәүге тапҡыр 1922 йылдың яҙында Ташкентта педагогия институты студенттарының көсө менән ҡуйыла[12].

undefined

1922 йылдан 1927 йылға тиклем Өфө, Ҡазан, Әстерхан, Троицк, Ташкент, Сәмәрҡәнд, Мәскәү, Свердловск, Алма-Ата, Баҡы һәм башҡа ҡалалар һәм ауылдар буйлап гастролдәрҙә йөрөй, 1927 йылдан — Татарстан театр һәм тамаша предприятиелары артисы. Шул уҡ ваҡытта композиторҙар Солтан Ғәбәши һәм Василий Виноградов менән берлектә башҡорт һәм татар халҡының тәүге милли операһы — «Сания» өҫтөндә эшләй. Операға либреттоны Ф. Әмирхан яҙа. «Сания» операһының премьераһы 1925 йылдың 25 июнендә Ҡазанға килә. Бында Әлмөхәмәтов тәүгеләрҙән булып Зыя партияһын башҡара. «Буҙъегет» ҡобайырына опера яҙа башлай, әммә Татар АССР-ының Мәғариф комиссариаты ҡарамағындағы Ғилми үҙәк рәйесе Ғ. Ибраһимов пролетариат тураһында опера кәрәклегенә еткерә. Артабан С. Ғәбәши һәм В. Виноградов менән берлектә М. Ғафуриҙың либреттоһы буйынса «Эшсе» операһын ижад итә. «Эшсе» операһының премьераһы 1930 йылдың 27—28 февралендә була, бында Әлмөхәмәтов тәүгеләрҙән булып Ниғмәт партияһын башҡара[1].

1928—1929 йылдарҙа Татиздат нәшриәтендә Әлмөхәмәтов тарафынан эшкәртелгән башҡорт халыҡ йырҙары («Арғужаҡай», «Байыҡ», «Буранбай», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә», «Сибай», «Таштуғай», «Һары ла сәс» һәм башҡалар) баҫтырыла. 1929 йылдың 20 мартында Өфөлә Башҡортостан АССР-ының 10-йыллығына бағышланған симфоник оркестрҙар өсөн Әлмөхәмәтов тарафынан ижад ителгән «Башҡортостан» маршының премьераһы була[13]. 1929 йылда тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

1930-сы йылдарҙа Башҡорт милли опера театрын булдырыуҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл була. 1932 йылда талантлы йәштәр эҙләп Башҡортостан АССР-ының ҡалалары һәм райондары буйлап йөрөй. П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Башҡорт милли студияһын ойоштора, 1932—1936 йылдарҙа уның мөдире була. Уҡыусылары араһында Б. Вәлиева, Х. Ғәлимов, Ғ. Хәбибуллин, З. Исмәғилев, Х. Әхмәтов, З. Илбаева, У. Калинина-Сыртланова, Ә. Шәйморатова, М. Ғабдрахманова, М. Хисмәтуллин, М. Мусина һәм башҡалар була. Башҡорт дәүләт филармонияһы асылыу инициаторы[1].

1933 йылда Өфөлә «Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» брошюраһы баҫылып сыға. Х. Ғәбитовтың «Ынйыҡай һәм Юлдыҡай» пьесаһына ариялар, Я. Ҡолмойҙың шиғырына «Шомло ел» балладаһын, Шәйехзада Бабичтың «Йырҙар яҙам» шиғырына, Мөхөтдин Тажиндың «Тракторсы йыры» шиғырына, М. Мараттың «Көтөүсе», «Сайҡалалар кәмәләр» һәм «Ағиҙел ярында» шиғырҙарына йырҙар һәм романстар ижад итә. С. Мифтаховтың либреттоһына «Һаҡмар» операһы өҫтөндә эшләй. Башҡорт милли операларын ижад итеү маҡсатында, 1930-сы йылдарҙа композиторҙарға заказдар яһай: С. Ғәбәши «Ҡалым» (М. Буранғоловтың либреттоһы) операһын, А. Ключарёв «Алатау» (А. Таһировтың либреттоһы) операһын яҙыу өҫтөндә эшләй[14].

undefined

Бер үк ваҡытта 1933 йылдың 1 ғинуарынан 1934 йылдың 2 апреленә тиклем Башҡортостан милли мәҙәниәт фәнни-тикшеренеү институтының музыка бүлегенең мөдире[15].

«Салауат», «Сибай», «Азамат» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған.

1936 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡтың артисы була. Шул уҡ йылдың июненән ошо идаралыҡ ҡарамағындағы концерт бригадаһын етәкләй, уның составында гастролдәргә йөрөй[15].

Репрессиялана. 1937 йылдың 11 декабрендә ҡулға алына. Төрмәлә ситлек артында барлыҡ тотҡондар өсөн «Урал» һәм «Буранбай» халыҡ йырҙарын башҡара. 1938 йылдың 10 июлендә атыла[16]. 1957 йылдың 11 июнендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана[17].

Шәхси тормошо

1923 йылда Мәстүрә Ғилман ҡыҙы Фәйзуллина (1898—1974) менән никахлаша. 1924 йылдың 24 мартында ҡыҙҙары Роза тыуа. Һуңыраҡ тыуған ике ҡыҙы сабый сағында үлә[18].

Әҫәрҙәре

Хәтер

Ғәзиздең исемен мәңгегә ҡалдырыр өсөн Башҡортостан хөкүмәт етәкселәре уның тырышлығы менән төҙөлгән Башҡорт опера театрына, бер төрлө лә уйламайса, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен бирергә тейештәр, сөнки быға башҡа бер кешенең дә хаҡы юҡ.

Исмәғил Иләлов иҫтәлектәренән

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Э. М. Давыдова. Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025.
  2. Книга памяти Республики Башкортостан
  3. 1 2 3 Идрисова М. А., 2008, с. 9
  4. Альмухаметов Газиз Салихович // Театральная энциклопедия. Том 1/ Глав. ред. С. С. Мокульский — М.: Советская энциклопедия, 1961.
  5. Идрисова М. А., 2008, с. 10
  6. Галина Г. К 75-летию Башкирского государственного театра оперы и балета:страницы истории // Ватандаш. — 2014. — № 2. — ISSN 1683-3554.
  7. Идрисова М. А., 2008, с. 12, 123
  8. Идрисова М. А., 2008, с. 11-12
  9. 1 2 Идрисова М. А., 2008, с. 13
  10. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 69. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  11. Идрисова М. А., 2008, с. 13, 123
  12. Идрисова М. А., 2008, с. 15
  13. Идрисова М. А., 2008, с. 36-37
  14. Идрисова М. А., 2008, с. 18
  15. 1 2 Идрисова М. А., 2008, с. 123
  16. Г. Саламатова. Кровавое воскресенье кровавого года // Ватандаш. — 2013. — № 6. — ISSN 1683-3554.
  17. Идрисова М. А., 2008, с. 25
  18. Идрисова М. А., 2008, с. 23-24, 123
  19. Лейла Аралбаева. В Уфе предложили присвоить Башопере имя композитора Газиза Альмухаметова. ИА «Башинформ» (31 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

Китаптар

  • Атанова Л. П. Жизнь как песня. Творческий портрет Газиза Альмухаметова. — Уфа, 1973.
  • Газиз Альмухаметов и музыкальная культура Башкортостана // Материалы региональной научно-практической конференции 29.11.2005 г. — Уфа, 2006.
  • Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: Материалы и документы. — Уфа, 1995.
  • Газиз Альмухаметов: Статьи. Воспоминания. Документы / Авт.-сост. М. А. Идрисова. — Уфа: Китап, 2008. — 208 с. — ISBN 978-5-295-04577-6.

Мәҡәләләр

  • Башҡортостандың атаҡлы йырсыһы Ғәзиз иптәш Әлмөхәмәтов // Сәсән. — 1929, № 4.
  • Борһан С. Ғәзиз Әлмөхәмәтов // Яңалиф. — 1928, № 11. — С. 6.
  • Давыдова Э. Служитель муз // Ватандаш. — 2005. — № 11. — ISSN 1683-3554.
  • Ғәзиз иптәш Әлмөхәмәтов Башҡортостандың ун йыллығында // Башҡортостан. — 1929, март.
  • Сайфуллин С. Оборванная мелодия: Г. С. Альмухаметов. // Трудный путь к правде / Сост. Г. Д Иргалин, Н. П. Каменев. — Уфа: Китап, 1997. — С. 80—87.
  • Тукаев Р. Альмухаметовы // Ватандаш. — 1999. — № 1. — С. 196. — ISSN 1683-3554.
  • Шәкүр Р. Ғәзиз Әлмөхәмәтов // Арҙаҡлы башҡорттар. — Уфа: Китап, 2005. — С. 234—147.
  • Юлан Азат. Ғәзиз Әлмөхәмәтов — йырсы һәм яугир // Йәшлек. 2005. 29 окт.

Һылтанмалар

Видеояҙмалар