Исмәғилев Заһир Ғариф улы

Заһир Исмәғилев, Заһир Ғариф улы Исмәғилев (рус. Загир Исмагилев, Исмагилов Загир Гарипович26 декабре 1916 [8 ғинуары 1917 йылдың], Сермән, Ырымбур губернаһы2003 йылдың 30 майы, Өфө) — совет һәм Рәсәй композиторы, педагог, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Өфө дәүләт сәнғәт институтының (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) беренсе ректоры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1982); Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991)[1].

Биографияһы

Заһир Исмәғилев 1917 йылдың 8 ғинуарында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге Сермән ауылында[1][2] тыуған.

Түбәнге Сермән ауылында ете йыллыҡ башҡорт мәктәбендә уҡый. Бала саҡтан милли музыка менән мауыға, ҡурайҙа уйнай. Атаһы улының урмансы булыуын теләй. 1932 йылда Инйәр урман-химия техникумына уҡырға инә, уны ваҡытынан алда тамамлай һәм Белорет леспромхозында таксатор булып эш башлай. 1934 йылда Белоретҡа гастролдәр менән Өфө артистары килеүе тураһында ишеткәс, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы А. Мөбәрәковты осратып, ҡурайсы итеп концертта ҡатнаштырыуын һорай. Осраҡлы рәүештә генә Заһир Исмәғилевкә ауырып киткән артист-ҡурайсыһын алмаштырырға тура килә. Сәхнәгә бик ҡыйыуһыҙ ғына сыҡһа ла, сығышын бик оҫта башҡара. — Һин музыкант булырға тейешһең! — тип, Б. Имашев Өфөгә Башҡорт академия драма театры янындағы студияға уҡырға саҡыра. 1937 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының башҡорт төркөмөнә (педагогы В. А. Белый) уҡырға инә[3].

Һуғыш ваҡытында Өфөлә эшләй, фронт бригадалары концерттарында ҡатнаша, патриотик йөкмәткеле йырҙар яҙа.

1948 йылда студияла уҡыуын тамамлағас, Мәскәү консерваторияһының композиторлыҡ факультетына уҡырға инә, уны 1954 йылда композиция класы (педагогы В. Г. Фере) буйынса тамамлай. Диплом эше — «Салауат Юлаев» операһы[1].

undefined

Өфө сәнғәт институтын ойоштороусыһы һәм тәүге ректоры (1968—1988) (1973 йылдан — доцент, 1977 йылдан — профессор).

СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1941—1944 йылдарҙа — яуаплы секретарь, 1954—1978 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Композиторҙар союзы рәйесе, РСФСР-ҙың Композиторҙар союзы секретары (1960 йылдан).

1943 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Юғары Советы рәйесе (6-8 саҡырылыштар).

1991 йылдан алып — Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2003 йылдың 30 майында Өфө ҡалаһында вафат була, Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Ижады

Композиторҙың ижады күләмле. Милли опера, камера-вокал, хор һәм инструменталь музыканы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Әҫәрҙәре тарихи һәм гражданлыҡ-патриотик тематикаһы, милли йүнәлеше менән айырылып тора. Композитор үҙ ғүмерендә урыҫ музыка классикаһы традицияларын (М. Глинка, М. Мусоргский, Н. Римский-Корсаков, А. Бородин) дауам итә[4].

Операларҙа милли-тарихи тематикаға, билдәле тарих шәхестәр образдарын кәүҙәләндереүгә тартыла. Улар араһында милли батыр тураһында бәйән иткән «Салауат Юлаев» тарихи-героик операһы, «Урал илселәре» һәм «Ҡаһым түрә» героик-эпик опералары. «Аҡмулла» операһының үҙәгендә — XIX быуаттағы башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе образы. «Шәүрә» һәм «Ағиҙел тулҡындары» опералары, «Ҡоҙаса» һәм «Алмаҡай» музыкаль комедиялары лирик-драматик әҫәрҙәре төрҙәренә инә.

Милли хор кантатаһы, оратория («Мин — рәсәйле», «Әсә һүҙе» һәм башҡалар), симфоник музыкаһы (оркестр менән фортепьяно өсөн Концерт һәм Концертино, «Байрам увертюраһы», Симфоник сюита) жанрҙарын үҙтереүгә байтаҡ өлөш индерҙе. Композиторҙың камера-вокал ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә 300-ҙән ашыу йыр һәм романстар тәшкил итә. Йырҙар ижад иткән композиторҙарҙың береһе була, уларҙа нескә субъектив лирик ҡараш, тәбиғәт һүрәтләмәләре, юмористик жанрлы йырҙар сағылыш таба («Һандуғас» (Я. Ҡолмой һуҙ.), «Котелок» (Н. Нәжми һүҙ.), «Грузин сәйе, башҡорт балы» (С. Ҡудаш һүҙ.) һәм башҡалар.

Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәре Рәсәйҙә, СССР-ҙың элекке милли республикаларында һәм сит илдәрҙә (Болгария, Ҡытай, Румыния, Төньяҡ Корея, Югославия, Эфиопия) башҡарыла, даими рәүештә нәшер ителә һәм «Мелодия» Бөтә Союз грампластинкалар фирмаһында яҙҙырыла, Бөтә Союз, башҡорт радиоһы һәм телевидение фондарында һаҡлана.

Ғаиләһе

  • Ҡыҙы — Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы (1946), башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Композиторҙар союзы (СССР) һәм Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы ағзаһы, Д. Шостакович исемендәге Рәсәй Композиторҙары союзы премияһы лауреаты (1983). Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе (2013 йылдан);
  • ҡыҙы — Гүзәл Заһир ҡыҙы Исмәғилева, филолог;
  • ҡыҙы — Таңсулпан Заһир ҡыҙы Исмәғилева, педагог;
  • ҡатыны — Мәсүфә Хәсән ҡыҙы Бәҙәүетдинова-Исмагилова (1921—2015).

Башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртеүе

Башҡорт легендаларына һәм йырҙарына нигеҙләнгән «Сыңрау торна» балеты һәм «Ҡаһым түрә», «Салауат Юлаев», «Шәүрә» опералары, «Кутузов», «Хисам» йырҙарын a cappella хоры өсөн, «Сәлимәкәй», «Таштуғай», «Шаһибәрәк» йырҙарын тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәртеүҙәре, «Башҡорт туйы», Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» (йәки «1812 йыл») драматик спектаклдәренә (1957) яҙған музыкаһы башҡорт музыкаль классикаһының алтын фондын тәшкил итә[1].

Әҫәрҙәре

Опералар

  1. «Салауат Юлаев» (1955);
  2. «Шәүрә» (1963);
  3. «Ағиҙел тулҡындары» (1972, беренсе исеме — «Гөлзифа» (1967);
  4. «Урал илселәре» (1982);
  5. «Аҡмулла» (1986);
  6. «Ҡаһым-түрә» (1999);

Бөтәһе лә Башҡорт опера һәм балет театрында ҡуйыла.

Балеттар «Сыңрау торна» (1944, Л. Б. Степанов менән берлектә), «Зыя-Ҡурмыш» (1973)

Музыкаль комедиялар «Ҡоҙаса» (1959), «Алмаҡай» (1990)

Кантаталар «Хат» (М. Кәрим һүҙ., 1952), «Ленин тураһында» (Р. Ниғмәти, 1959), «Ленинға дан йырлайбыҙ» (Ҡ. Даян, 1970), «Мин — рәсәйле» (1973).

Хорҙар «Әсә һүҙе» хорҙар циклы (Р. Назаров, 1972)

Йырҙар һәм романстар

Барыһы 300-ҙән ашыу, улар араһында «Батырҙар йыры» (Н. Нәжми), «Генерал Шайморатов» (Ҡ. Даян), «Ел, ерәнем» (Н. Иҙелбай), «Дан һиңә, Башҡортостан» (Р. Ниғмәти), популяр шаян йырҙар — «Котелок» (Н. Нәжми), «Грузин сәйе, башҡорт балы» (С. Ҡудаш), лирик йырҙар һәм романстар — «Һандуғас» (Я. Ҡолмой), «Былбылым» (Я. Ҡолмой), «Мин яратам» (Ҡ. Даян), «Тыуған ер» (X. Ғиләжев), «Ватаныма» (Б. Бикбай), «Айлы юл» (М. Кәрим), вокаль циклы — «Уралым» (Б. Бикбай), «Тау шишмәһе», «Уралға маҡтау» (Ҡ. Даян), «Тауҙар йырҙары», «Күтәрелдем Урал башына» (Н. Нәжми), «Ватаным-Урал» (С. Юлаев), «Кәкүк», «Урал ҡыҙы», «Фәйрузәкәй», «Мәжлес йыры», «Ватаным улдарына», «Байғужа», «Еңеүселәргә дан» һәм башҡалар) (башҡорт һәм татар шиғырҙарына).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • 2004 йылдың декабрендә Өфөлә, композитор йәшәгән Энгельс урамындағы йортта мемориаль таҡтаташ асылды[6];
    Заһир Исмәғилев һәйкәле
  • 2008 йылдың 18 октябрендә Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа З.Исмәғилевҡа һәйкәл асылды. Авторы-скульптор Хәниф Хәбибрахманов, архитекторы — Сергей Голдобин[7];
  • композитор исеме 2006 йылда Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендә яңы урамға бирелде;
  • З. Исмәғилев исеме Белорет районының Сермән ауылында урамға бирелде;
  • 1998 йылда белорет районының Сермән ауылында музей асыла[8];
  • 2003 йылдан композиторҙың исемен Өфө дәүләт сәнғәт институты йөрөтә;
  • 2007 йылда Өфөлә «Фортепиано», «Яңғыҙ йырлау» һәм «Ҡыллы ҡыллы инструменттар» номинациялары буйынса Заһир Исмәғилев исемендәге I халыҡ-ара музыкант-башҡарыусыларҙың конкурсы үтә[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Исмагилов Загир Гарипович (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
  2. Исмагилов Загир Гарипович. Большая российская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026. Архивировано 7 апрель 2025 года.
  3. 1 2 Исмагилов Загир Гарипович. Совет городского округа город Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026. Архивировано 7 апрель 2025 года.
  4. 1 2 Шайхутдинов Р. Р. (2008). «О некоторых особенностях работы пианиста-педагога (на примере фортепианных сочинений Загира Исмагилова)». Альманах современной науки и образования (Грамота): 196—198. ISSN 1993-5552.
  5. Почётные граждане. Горсовет Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
  6. Исмагилов Загир Гарипович. Официальный сайт Белорецкого района Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
  7. Памятник Загиру Исмагилову. Терра Башкирия (27 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
  8. Трудовые династии — Библиотека № 45 (модельная библиотека им. Я. Хамматова) с. Серменево  (рус.). 4 июнь 2026 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Шайхутдинов Р. Р. О некоторых особенностях работы пианиста-педагога (на примере фортепианных сочинений Загира Исмагилова) // Альманах современной науки и образования. — Тамбов: Грамота, 2008. — № 8 (15). — С. 196—198. — ISSN 1993-5552.
  • Романова Г. И. Загир Исмагилов: личность и творчество в контексте времени // Проблемы музыкальной науки. — 2017. — № 1 (26). — С. 35—41.
  • Атанова Л. П. Загир Исмагилов. — М.: Советский композитор, 1986. — 128 с.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар