Туҡтарова Полина Григорьевна
Туҡтарова Полина Григорьевна (ҡыҙ фамилияһы — Шешегова; 1922 йылдың 30 декабре, Өфө, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ефрейтор. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Полина Григорьевна Туҡтарова 1922 йылдың 30 декабрендә Өфөлә тыуған[1].
1941 йылда мәктәпте тамамлай. Артабан уҡыуын бухгалтерҙар курсында дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ситтән тороп Бөтә Союз Юридик институтын тамамлай[1].
1942 йылдың 7 майында Башҡорт АССР-ынан 3000 ҡыҙ составында үҙ ирке менән фронтҡа китә. 1942 йылдың ноябренән 1945 йылдың майына тиклем 1077-се зенит-артиллерия полкы составында стереоскопист-алыҫлыҡ үлсәүсе булып хеҙмәт итә. Сталинградты, Ҡырымды обороналауҙа һәм азат итеүҙә ҡатнаша. Керчь азат ителгәс, Ялта конференцияһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе ғәскәр составында була[2].
1945 йылдың майында демобилизациялана[1].
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, тыуған яғына ҡайта. «Электроаппарат» заводына эшкә урынлаша, унда 7 йыл диспетчер булып эшләй. Артабан Ленин партия район комитетына эшкә саҡыралар, унда сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы булып эшләй. Юридик белем алғандан һуң, 1956 йылда уны ҡабаттан үҙенең тыуған заводына эшкә саҡыралар. Унда финанс-тәьминәт бүлеге, юридик бүлек начальнигы-юристконсульт була[1][2].
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].
Ғаиләһе
Тормош иптәше, фронтовик, хәрби осоусы Үзбәк Туҡтаров менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә әсәһенең хыялын тормошҡа ашырып, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Бәләкәйҙәре Светлана — медицина фәндәре кандидаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Туктарова Полина Григорьевна
- ↑ 1 2 3 102-летняя участница войны Полина Туктарова. Выжила в пламени Сталинграда
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Туктаровой П. Г.
- ↑ Туктарова Полина Григорьевна Орден Отечественной войны II степени
- ↑ Шешегова Полина Григорьевна Медаль «За оборону Сталинграда»