Ноғоманов Мәхкәм Сабир улы

Ноғоманов Мәхкәм Сабир улы (рус. Нугуманов, Махкам Сабирович; 1926 йылдың 8 декабре, Һыуыҡҡул ауылы2025 йылдың 27 марты, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1-се статья старшинаһы. Капитан-лейтенант. Уҡытыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Мәхкәм Сабир улы Ноғоманов 1926 йылдың 8 декабрендә (ҡайһы бер документтар буйынса 17, 18 декабрҙә)[1] Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул ауылында тыуа.

Урта мәктәпте тамамланғандан һуң, Владивостокта Хәрби-диңгеҙ кадет училищеһында уҡый (1942—1944). 1944 йылдың октябрендә Каспий хәрби-диңгеҙ флотилияһына йүнәлтелә, 1945 йылда Ленинградҡа күнекмә-диңгеҙ отрядына 1-се статья старшинаһы итеп күсерелә.

1950 йылда демобилизациялана. Тыныс тормошта Белорет районының Туҡан ҡасабаһы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының география факультетында киске бүлектә белем ала.

1961 йылда ғаиләһе менән Өфөгә күсенә. 99-сы мәктәптә биология һәм география уҡытыусыһы булып эшләй. Туристик түңәрәк алып бара, балаларҙы походтарға йөрөтә[2].

1986 йылда хаҡлы ялға сыға.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].

2025 йылдың 27 мартында вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1946)[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Нугуманов Махкам Сабирович. Сводная информация. "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 0225.
  2. 1 2 В Уфе ушёл из жизни учитель и ветеран Великой Отечественной войны. ИА "Башинформ". ИА "Башинформ" (27 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.
  3. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Нугуманову М. С. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.
  4. Документы о награждении. pamyat-naroda.ru. "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә