Погудин Виктор Гаврилович

Погудин Виктор Гаврилович (рус. Погудин Виктор Гаврилович; 1926 йылдың 16 апреле, Ильина Поляна ауылы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ленин ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Виктор Гаврилович Погудин 1926 йылдың 16 апрелендә Башҡорт АССР-ының Благовещен районы Ильина Поляна ауылында тыуа. 14 йәшенән шахтала эшләй башлай.

18 йәше тулғас, 1944 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. 4-се Украина фронтында артиллерия батареяһында элемтәсе булып хеҙмәт итә[1]. Польшала, Чехословакияла һуғыша. Мораво-Остравской һөжүм операцияһында етди яралана, 2-се төркөм инвалидлыҡ ала. Һуғышты Прагала тамамлай.

Һуғыштан һуң Украинала, Румынияла, Венгрияла хеҙмәт итә. 1950 йылда демобилизациялана.

Тыныс тормошта токарь һөнәрен үҙләштерә һәм хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, 50 йыл[2], тау ҡорамалдары заводының ҡойоу цехында эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].

Ғаиләһе

Тормош иптәше Тамара менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• Ленин ордены;
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[4];
• Жуков миҙалы;
• юбилей миҙалдары.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 В Уфе 98-летний ветеран ВОВ стал почетным гражданином города (14 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
  2. Депутат Госдумы Ирина Панькина поздравила с 99-летием ветерана ВОВ (17 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
  3. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Погудину В. Г. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.
  4. Документы о награждении. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә