Биографияһы

Дмитрий Антонович Петрук 1927 йылдың 22 декабрендә Украина ССР-ының Винница өлкәһе Хмельник районының Хмельник ҡалаһында тыуа.

Хәрби хеҙмәте

1944 йылдың 27 ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Архангел хәрби округының 2-се формированиелағы 25-се уҡсылар дивизияһы составында хеҙмәт итә.

Аҡ диңгеҙ яры буйын обороналауҙа, ленд-лиз буйынса союздаштарҙың йөк тейәлгән диңгеҙ карауандарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҡатнаша.

1945 йыл һуңынан 1951 йылдың 15 сентябренә тиклем СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының Төньяҡ флоты Североморск ҡалаһында урынлашҡан хәрби часында батарея тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Хәрби хеҙмәте тамамланғас, Хмельник ҡалаһына ҡайтып, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ветеринария клиникаһында һәм хәрби шифаханала водитель булып эшләй.

Ветеран 2025 йылдың 29 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[3][4].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә[5].

Рәсәй гражданлығы

2015 йылда Рәсәй гражданлығын ала һәм Өфөләге ҡыҙына йәшәргә килә.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә